Бөгөн үткәргән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә “Айыҡ ауыл” республика конкурсының ведомство-ара партнерлыҡ йүнәлештәрен тикшерҙеләр. Доклад менән Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова сығыш яһаны. Ул быйыл республиканың ауыл биләмәләре араһында “Айыҡ ауыл” конкурсы етенсе тапҡыр уҙғарыла тине. Уның маҡсаты – һаулыҡ һаҡлау мөхитен булдырыу, демографик күрһәткестәрҙе яҡшыртыу, ауыл халҡы башланғысы буйынса биләмәләрҙе төҙөкләндереү. Алты йыл эсендә конкурс еңеүселәре дөйөм алғанда 250 миллион һумдан ашыу аҡса алған. Был аҡсаны ауыл биләмәләре үҙҙәренең йәмәғәт киңлектәрен үҙгәртеүгә йүнәлтә. Халыҡтың өҫтөнлөгө – балалар һәм спорт майҙансыҡтарын, парктарҙы һәм скверҙарҙы төҙөкләндереү. – Уңыштың төп факторы – ведомство-ара партнерлыҡ. Министрлыҡтарҙың, ведомстволарҙың, йәмәғәт ойошмаларының һәм муниципалитеттарҙың яйға һалынған эше һөҙөмтәһендә ҡуйылған бурыстарҙы системалы хәл итеү мөмкин булды, – тине Эльвира Айытҡолова.– Мәғариф