Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Баймаҡ яңылыҡтары

Быйыл ноябрь айында актер йыры конкурсы үткәрелә

Ул Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фидан Ғафаров иҫтәлегенә бағышлана. Был хаҡта Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзының 150 йыллығына арналған матбуғат конференцияһында билдәле булды. «Актер йыры» конкурсын «Ҡышҡы романс» тип атарға һәм Фидан Ғафаровтың ижадына бағышларға булдыҡ, — тип белдерҙе Башҡортостандың Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе Алмас Әмиров. «Ҡышҡы романс» — күренекле актер башҡарыуындағы иң популяр йырҙарҙың береһе. Ул Назар Нәжми һүҙҙәренә, Рим Хәсәнов көйөнә яҙылған. Ләйлә Аралбаева, Башинформ.

Быйыл ноябрь айында актер йыры конкурсы үткәрелә. Ул Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фидан Ғафаров иҫтәлегенә бағышлана. Был хаҡта Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзының 150 йыллығына арналған матбуғат конференцияһында билдәле булды.

«Актер йыры» конкурсын «Ҡышҡы романс» тип атарға һәм Фидан Ғафаровтың ижадына бағышларға булдыҡ, — тип белдерҙе Башҡортостандың Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе Алмас Әмиров.

«Ҡышҡы романс» — күренекле актер башҡарыуындағы иң популяр йырҙарҙың береһе. Ул Назар Нәжми һүҙҙәренә, Рим Хәсәнов көйөнә яҙылған.

Ләйлә Аралбаева, Башинформ.