Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Еңеү менән көтәбеҙ

Бөгөн мобилизация буйынса хеҙмәт иткән туғыҙ тиҫтәнән ашыу яугир ялдан һуң хеҙмәт иткән частарына юлланды. – Хәрбиҙәребеҙҙе оҙаттыҡ. Егеттәр үҙҙәре хеҙмәт иткән хәрби частарға юлланды. Бөтәһе лә билдәләнгән ваҡытҡа килде. Кәйефтәре яҡшы. Уларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеп, ЮХХДИ һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы вәкилдәре оҙатып барасаҡ, – тип белдерҙе Өфө ҡалаһының Октябрь һәм Совет райондары буйынса хәрби комиссары Вадим Виноградов. “Жилетка” позывнойлы яугир ефрейтор булып хеҙмәт итә икән. – Хәрби етәкселек ҡуйған барлыҡ бурыстарҙы үтәйбеҙ. Өс йыл инде яуҙа. Ундағы шарттарға өйрәнеп бөттөк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуғыштар һәр саҡ булған, бар һәм буласаҡ – барлыҡ донъялағы хәл ошоға ҡоролған. Һуғышһыҙ тыныслыҡты урынлаштырып булмай. Еңеү менән ҡайтырбыҙ, – тине яугир. Ватан һаҡсыларын яҡындары, туғандары оҙатып ҡалды. – Беҙ – Өфөнән. Улыбыҙ ӨДНТУ-ны тамамланы, әле мобилизация буйынса хеҙмәт итә. Алты тапҡыр ялға ҡайтты. Бер ялында диспансеризация үтте, икенсеһендә шифаханаға барҙы. Был
Оглавление

Еңеү менән көтәбеҙ

Ватан һаҡсыларын яҡындары, туғандары оҙатып ҡалды.

Бөгөн мобилизация буйынса хеҙмәт иткән туғыҙ тиҫтәнән ашыу яугир ялдан һуң хеҙмәт иткән частарына юлланды.

– Хәрбиҙәребеҙҙе оҙаттыҡ. Егеттәр үҙҙәре хеҙмәт иткән хәрби частарға юлланды. Бөтәһе лә билдәләнгән ваҡытҡа килде. Кәйефтәре яҡшы. Уларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеп, ЮХХДИ һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы вәкилдәре оҙатып барасаҡ, – тип белдерҙе Өфө ҡалаһының Октябрь һәм Совет райондары буйынса хәрби комиссары Вадим Виноградов.

“Жилетка” позывнойлы яугир ефрейтор булып хеҙмәт итә икән.

– Хәрби етәкселек ҡуйған барлыҡ бурыстарҙы үтәйбеҙ. Өс йыл инде яуҙа. Ундағы шарттарға өйрәнеп бөттөк.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуғыштар һәр саҡ булған, бар һәм буласаҡ – барлыҡ донъялағы хәл ошоға ҡоролған. Һуғышһыҙ тыныслыҡты урынлаштырып булмай. Еңеү менән ҡайтырбыҙ, – тине яугир.

Ватан һаҡсыларын яҡындары, туғандары оҙатып ҡалды.

– Беҙ – Өфөнән. Улыбыҙ ӨДНТУ-ны тамамланы, әле мобилизация буйынса хеҙмәт итә. Алты тапҡыр ялға ҡайтты. Бер ялында диспансеризация үтте, икенсеһендә шифаханаға барҙы. Был ялы ваҡытында улыбыҙға 35 йәш тулды, тыуған көнөн үткәрҙек. Иҫән-һау ҡайтһындар, һуғыш тиҙерәк бөтһөн – бар теләк шул, – тине уның әсәһе Гөлгөнә Сабирйәнова.

Шишмә районынан Шамил Ғайсин да улын оҙатырға килгән.

– Ғаиләбеҙҙә өс бала. Икеһе – студент, өлкән улым Марсель мобилизация буйынса хеҙмәт итә. Әле ул дүртенсе тапҡыр ялға ҡайтты. Ғаиләһе бар, Өфөлә торалар. Хәрби хеҙмәткә тиклем төҙөлөштә эшләне. Егеттәрҙең иҫән-һау йөрөп ҡайтыуын теләйбеҙ, – тине атай тулҡынланып.

Яугирҙәр республика тәьмин иткән уңайлы автобустарҙа хәрби частарына юлланды. Хәйерле юл теләйбеҙ!

Айрат Нурмөхмәтов фотоһы.