▶️ "Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға. 2025-се йылды Илшат Йомағолов исемендәге театры етди ҡаҙаныштар менән оҙатҡан. Улар араһында туған сәхнәлә үткән уңышлы премьераларҙы, тамаша-спекталдәрҙе генә түгел, сит яҡтарҙа, — мәҫәлән, Дағыстан ерендә, Ҡабарҙы-Балҡар республикаһында гөрләп үткәндәрен билдәләү мотлаҡ. Быйылға ла театр коллективы ҙур маҡсаттар, ниәттәр ҡора. Сәхнә ижадсыһы өсөн гастролдәр менән сығыш яһау — хеҙмәтендә ҙур мәғәнәгә эйә. 2026-се йылға ла стәрлеләр гастролле спектаклдәрен яратҡан тамашасыһына байтаҡ ҡына әҙерләгән. Мәҫәлән, 27 ғинуарҙа ғына республиканың баш ҡалаһына, иң абруйлы театрҙарҙың береһе – Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә "Мөхәббәт һәм күгәрсендәр" пьесаһын ҡуя. Был хаҡта 20-се ғинуарҙа "Өфө уттары" тапшырыуында беҙ Владимир Гуркин әҫәре буйынса сәхнәләштерелгән спектакль һәм әлбиттә, театрҙың эшмәкәрлеге хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ. Стәрлетамаҡтан махсус килгән ҡунаҡтар