Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Әҙибәнең уйлы ижад донъяһы

Хәҙерге башҡорт әҙәбиәтенең иң сағыу вәкилдәренең береһе Тамара Әхмәтшәриф ҡыҙы Ғәниеваның ижады бер кемде лә битараф ҡалдырмайҙыр. Сағыу образдар аша, моңло туған телебеҙҙең бар һутын тойоп, һүҙ хазиналарын ҡулланып ижад ителгән әҫәрҙәре – ғәмһеҙҙәр өсөн түгел. Уйлылар, фекер йөрөтә белгәндәргә төбәй шағирә аҫыл һүҙен. Башҡортостандың халыҡ шағиры Тамара Ғәниева ижадына арнап, Шәһит Хоҙайбирҙиндың Өфөләге йорт-музейы хеҙмәткәрҙәре ойошторған осрашыу ҙа ошо һүҙҙәргә ҡеүәт ине. “Донъялыр был...” тип аталған сарала халыҡ шағирәһенең ҡыҙы Неля Ғәйнетдинова, абруйлы ҡәләмдәштәре, матбуғат вәкилдәре, ижадын үҙ итеүселәр ҡатнашты. Сая, үҙ һүҙен ваҡытында һәм тура итеп әйтә белгән, ҡыйыу йөрәкле, ғәҙел булмышлы, шул уҡ ваҡытта тәрән белемле әҙибәнең ижадына бүтәнсә ҡараш ташланды, әйтер һүҙе башҡа яҡтан асылды, ижад сөңгөлдәренең тәрәнлегенә ғәжәп ҡылынды. Тамара Ғәниева тигән олоғара донъя яңы бер көс менән балҡып китте ул мәлдә. Сараға йыйылған талантлы, фекерле яҙыу оҫталары әҙибәнең шәхес
Оглавление
    Әҙибәнең уйлы ижад донъяһы
Әҙибәнең уйлы ижад донъяһы

Әҙибәнең уйлы ижад донъяһы

Халыҡ шағирәһенең ижадына бүтәнсә ҡараш ташланды, әйтер һүҙе башҡа яҡтан асылды, ижад сөңгөлдәренең тәрәнлегенә ғәжәп ҡылынды.

Хәҙерге башҡорт әҙәбиәтенең иң сағыу вәкилдәренең береһе Тамара Әхмәтшәриф ҡыҙы Ғәниеваның ижады бер кемде лә битараф ҡалдырмайҙыр. Сағыу образдар аша, моңло туған телебеҙҙең бар һутын тойоп, һүҙ хазиналарын ҡулланып ижад ителгән әҫәрҙәре – ғәмһеҙҙәр өсөн түгел. Уйлылар, фекер йөрөтә белгәндәргә төбәй шағирә аҫыл һүҙен. Башҡортостандың халыҡ шағиры Тамара Ғәниева ижадына арнап, Шәһит Хоҙайбирҙиндың Өфөләге йорт-музейы хеҙмәткәрҙәре ойошторған осрашыу ҙа ошо һүҙҙәргә ҡеүәт ине.

“Донъялыр был...” тип аталған сарала халыҡ шағирәһенең ҡыҙы Неля Ғәйнетдинова, абруйлы ҡәләмдәштәре, матбуғат вәкилдәре, ижадын үҙ итеүселәр ҡатнашты. Сая, үҙ һүҙен ваҡытында һәм тура итеп әйтә белгән, ҡыйыу йөрәкле, ғәҙел булмышлы, шул уҡ ваҡытта тәрән белемле әҙибәнең ижадына бүтәнсә ҡараш ташланды, әйтер һүҙе башҡа яҡтан асылды, ижад сөңгөлдәренең тәрәнлегенә ғәжәп ҡылынды. Тамара Ғәниева тигән олоғара донъя яңы бер көс менән балҡып китте ул мәлдә. Сараға йыйылған талантлы, фекерле яҙыу оҫталары әҙибәнең шәхесе, ижады тураһында фекерҙәре менән уртаҡлашты, һәр береһе үҙ Тамара Ғәниеваһын күҙ алдына баҫтырҙы.

Әҙәби ҡорҙағы иң ҡыҙыҡлы сығыш философия фәндәре кандидаты Айһылыу Хәмзә ҡыҙы Хөсәйенованыҡы булғандыр. Ғалимә нәфис һүҙ оҫтаһы Тамара Әхмәтшәриф ҡыҙы ижадына философик күҙлектән ҡараш ташланы, уның әҫәрҙәрендәге тәрән үә ҡатмарлы төшөнсәләргә ҡылыҡһырлама бирҙе. Шағирәнең поэмаларына нигеҙләнеп, философия фәндәре кандидаты йәки хатта докторлыҡ дәрәжәһенә диссертация яҡларға була, тигән һығымта яһаны ул.

Әҙәби осрашыуға килгәндәрҙе талантлы йырсылар Харис Шәрипов һәм Фәриҙә Ғаззалова Тамара Ғәниева һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы башҡарып ҡыуандырҙы.

Рәүилә Ғатауллина.

Фотолар – Ш.Хоҙайбирҙиндың йорт-музейынан.