Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

“Беҙ булмаһаҡ, кем?”

“Пилотһыҙ осоу аппараты операторы эше ике төп режимға бүленә: разведканан маҡсат координаталары килгәс, аныҡ бурысты үтәү һәм дежурлыҡ – беҙ уны “ирекле һунар” тип атайбыҙ, – ти “Анубис” позывнойлы инструктор. – Икенсе режимға килгәндә, юл буйлап осоп, терәк пункттарҙы ҡарайһың, урындарҙы патрулләгәндә дрон аҙыраҡ хәрби көсөргәнеш менән һауала була ала. Төрлө хәлдәрҙә оператор нимә эшләргә үҙаллы ҡарар итә”. Өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәс, “Анубис” үҙе военкоматҡа килә. “Беҙ булмаһаҡ, кем?” тип уйлап, ныҡлы ҡарарға килгәйнем, ти ул. Тәүҙә ауыр огнемет системаһының зарядлау машинаһы командиры була, унан, дрондар барлыҡҡа килгәс, квалификацияһын үҙгәрткән. DJI Mavic аппаратында разведкалауҙа йөрөп, ҙур тәжрибә туплаған. Хәҙер инде ике йылдан ашыу һөжүм итеүсе FPV-дрондары менән эшләй. Башҡаларҙы уларға идара итеү үҙенсәлектәренә өйрәтә. FPV, билдәле булыуынса, ябайҙарҙан айырмалы, нескә эш талап итә, ти яугир. “Анубис” радиацион, химик һәм биологик һаҡлау ғәскәрҙәренең 20-се бригадаһ
Оглавление
    “Беҙ булмаһаҡ, кем?”
“Беҙ булмаһаҡ, кем?”

“Беҙ булмаһаҡ, кем?”

Иң мөһиме – тиҙлек, ти инструктор.

“Пилотһыҙ осоу аппараты операторы эше ике төп режимға бүленә: разведканан маҡсат координаталары килгәс, аныҡ бурысты үтәү һәм дежурлыҡ – беҙ уны “ирекле һунар” тип атайбыҙ, – ти “Анубис” позывнойлы инструктор. – Икенсе режимға килгәндә, юл буйлап осоп, терәк пункттарҙы ҡарайһың, урындарҙы патрулләгәндә дрон аҙыраҡ хәрби көсөргәнеш менән һауала була ала. Төрлө хәлдәрҙә оператор нимә эшләргә үҙаллы ҡарар итә”.

Өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәс, “Анубис” үҙе военкоматҡа килә. “Беҙ булмаһаҡ, кем?” тип уйлап, ныҡлы ҡарарға килгәйнем, ти ул. Тәүҙә ауыр огнемет системаһының зарядлау машинаһы командиры була, унан, дрондар барлыҡҡа килгәс, квалификацияһын үҙгәрткән. DJI Mavic аппаратында разведкалауҙа йөрөп, ҙур тәжрибә туплаған. Хәҙер инде ике йылдан ашыу һөжүм итеүсе FPV-дрондары менән эшләй. Башҡаларҙы уларға идара итеү үҙенсәлектәренә өйрәтә. FPV, билдәле булыуынса, ябайҙарҙан айырмалы, нескә эш талап итә, ти яугир.

“Анубис” радиацион, химик һәм биологик һаҡлау ғәскәрҙәренең 20-се бригадаһында яңы белгестәр әҙерләй, пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙарының мобиль төркөмөндә эшләй. Уның расчетында инженер, пилот, командир иҫәпләнә. Төп ҡағиҙә – тиҙлек. “Һине асыҡланылар икән, йүгерергә, икенсе урынға китеп йәшеренергә кәрәк”, – ти оператор. Тиҙ һәм маневрлы хәрәкәт итеү өсөн расчеттар крослы мотоциклдарҙы файҙалана (фотоһүрәттә).

Әмир Минғәлиев фотоһы.