“Ошо йәшеңә етеп, бер әхирәтең дә юҡ бит һинең, әсәй! Мине көтөп ултырғансы, шулар менән һөйләшер, саҡырышып сәй эсер инең. Ана, Илһам менән Зәбирҙең әсәләре кеүек: улар, бер ҡараһаң, концертта йә театрҙа бергә, икенсе юлы ҡунаҡҡа саҡырышалар. Ә һин мине ҡарауыллап тик ултыраң...” Ҙурайып та киттеме ни шулай бала, ҡасан ғына әле бөтә хәбәрен һорамайынса ла теҙеп һөйләй ине, хәҙер минән ҡотолорға уйлай, тип улымдың һүҙҙәренә эстән генә үпкәләп ҡуйҙым. Шул уҡ ваҡытта киҫә әйтелгән хәбәре күңелемде һәр саҡ һулҡылдатып торған хәтирәләрҙе яңыртты. ...Бар ине ул минең дә иң-иң яҡын әхирәтем. Иҫ белгәндән бергә булдыҡ, йә уларҙа, йә беҙҙә уйнаныҡ, арып бер урында йоҡлап та киткеләй инек. Мәктәптә бер парта артында ун йыл бергә ултырҙыҡ. Беҙҙе айырып ҡарай ине уҡытыусылар, тик иртәгәһенә йәнә бер партаға күсеп ултыра инек. Йөрөгәндә лә етәкләшеп йә ҡултыҡлашып ала торғайныҡ, беҙгә "тоташ һауыттар" тип исем дә таҡтылар инде бәләкәй саҡта. Үҫә төшкәс, туғандарыбыҙға ла һөйләмәгән серҙәребеҙ менә