“Волк” позывнойлы яугир бөгөн алғы һыҙыҡта хеҙмәт итә. “Махсус хәрби операция башланыу менән минең иптәштәрем, таныштарым бер-бер артлы хәрби хеҙмәткә йүнәлде. Был мине лә уйға һалды, иң тәүҙә Тыуған ил, уның яҙмышы, аҙаҡ үҙе хаҡында уйлаған егеттәр эргәһендә минең дә йәнәш булғым килде. Беҙҙе бит ғаиләлә лә, мәктәптә лә, колледжда ла илһөйәр итеп тәрбиәләнеләр. Ватанға, тыуған ергә һөйөү тойғоһо бәләкәйҙән һалынған. Ғаиләлә лә ошо күркәм тойғоно үҫтерҙеләр, дәртләндерҙеләр. Оҙаҡ уйланырға ваҡыт юҡ икәнлеген аңлайым, шуға күрә Оборона министрлығы менән контракт төҙөнөм. Бөтә халыҡты тулҡынландырған, борсоған ваҡиғаларҙан ситтә ҡалыу мөмкинлеге юҡлығын яҡшы аңланым. Ағайымдың тәҡдимен иҫтә тотоп, элиталы ғәскәрҙәрҙә – махсус тәғәйенләнештәге ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итергә булдым. Документтарҙы тапшырып, бер нисә көн үткәндән һуң миңә взвод командиры шылтыратты һәм пилотһыҙ осоу аппараттары расчетына водитель булып барырға тәҡдим итте. Бер аҙнанан саҡырыу килде. Хәрби комиссариатҡа барҙым, м