Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре” тураһындағы БР Законын тормошҡа ашырыу буйынса комиссияның ултырышы үтте. Ул яһалма зиһен осоронда туған телдәрҙе үҫтереү темаһына арналды. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев кәңәшмәне асып, интернет ныҡлы үҫешкән, яһалма зиһен килеп кергән заманда туған телдәрҙе һаҡлау әһәмиәтен билдәләне. –Әгәр бөгөндән яһалма зиһен ярҙамында туған телдәрҙе үҫтереү тураһында уйламаһаҡ, биш-алты йылдан телебеҙҙең аралашыу сараһы булараҡ һүнеп ҡалыуы, бары тик әҙәби әҫәрҙәрҙә, спектаклдәрҙә, белем биреү системаһында ғына ла ҡалыуы ихтимал, – тине һәм бөгөнгө осрашыуға ошо тармаҡтағы белгестәрҙе саҡырылыуын билдәләне. Ирекмән, башҡорт телен һанлаштырыу активисы Рөстәм Ғатауллиндың (Рөстәм Нурыев) “Яһалма зиһен осоронда туған тел: саҡырыуҙар һәм мөмкинлектәр” тураһындағы сығышы ла уйландырырлыҡ ине. – Минең "башҡорт интернеты бабайы" тигән ҡушаматым да бар, заманында башҡорт