Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ике йәшлек бала әрәм...

Учалы районында “Дэу Матиз” һәм “Лада Гранта” машиналары бәрелешә. Тәүгеһендә йөклө әсә дүрт балаһын алып китеп барған була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике йәшлек ҡыҙы урында йән биргән. Туғыҙ, ете, биш йәшлек башҡа балалар һәм ҡатын үҙе әле Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында. Был хаҡта Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин белдерҙе. "Ике малайҙың хәле тотороҡло ауыр тип баһаланды, улар реанимацияла. Тағы бер бала — травматология бүлегендә, хәле уртаса ауырлыҡта. Әсәләренең дә хәле уртаса ауырлыҡта тип баһалана", — тип хәбәр итте министр. Уларҙың тиҙерәк һауығып сығыуын теләйбеҙ. Ә ике йәшлек сабыйҙың урыны йәннәт түрҙәрендә булһын... Фото: Башҡортостан дәүләт автоинспекцияһы. Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: max.ru/gazetabash...
Оглавление
    Ике йәшлек бала әрәм...
Ике йәшлек бала әрәм...

Ике йәшлек бала әрәм...

Ә әсә үҙе һәм 5, 7, 9 йәшлек башҡа балалары ни хәлдә?

Учалы районында “Дэу Матиз” һәм “Лада Гранта” машиналары бәрелешә. Тәүгеһендә йөклө әсә дүрт балаһын алып китеп барған була.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике йәшлек ҡыҙы урында йән биргән. Туғыҙ, ете, биш йәшлек башҡа балалар һәм ҡатын үҙе әле Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында. Был хаҡта Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин белдерҙе.

"Ике малайҙың хәле тотороҡло ауыр тип баһаланды, улар реанимацияла. Тағы бер бала — травматология бүлегендә, хәле уртаса ауырлыҡта. Әсәләренең дә хәле уртаса ауырлыҡта тип баһалана", — тип хәбәр итте министр.

Уларҙың тиҙерәк һауығып сығыуын теләйбеҙ. Ә ике йәшлек сабыйҙың урыны йәннәт түрҙәрендә булһын...

Фото: Башҡортостан дәүләт автоинспекцияһы.

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: max.ru/gazetabash...