Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ғәҙелгәрәй халҡы күптән сәләмәт тормош алып бара

Әлеге ваҡытта “Айыҡ ауыл” конкурсының иң ҡыҙған мәле – республика этабына сыҡҡан ауылдар үҙҙәренең ошо баһаға лайыҡлы булыуын иҫбат итә. Шул айҡанлы урындарҙа төрлө саралар үтә. Бөрйән районындағы иң өлгөлө ауылдарҙың береһе – Ғәҙелгәрәй (халыҡта Шүлгән тип тә йөрөтәләр) быйыл республика этабында ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә булған. Улар һынатмай, бал ҡорто күсендәй берҙәм, ихлас саралар уҙғара, матур һәм сәләмәт тормош рәүешен райондаштарына, республикаға, хатта күрше төбәктәргә лә күрһәтә. Уларҙың эштәре бер бизмәнгә һалырлыҡ түгел, хатта ҡолас та етмәй. 12 февралдә Ғәҙелгәрәйҙә уҙған “Ауылы берҙең – ҡәүеме бер” сараһында ҡатнашып, быға тағы ла инандыҡ. Сарала Бөрйән районы хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин, уның социаль мәсъәләләр буйынса урынбаҫары Венера Вәлиева, Өфөнән ҡунаҡтар – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы, “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире Миләүшә Ҡаһарманова һәм ошо баҫма хеҙмәткәрҙәре, Бөрйән районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Айгиз Шәрипов, “Шү
Оглавление
    Ғәҙелгәрәй халҡы күптән сәләмәт тормош алып бара
Ғәҙелгәрәй халҡы күптән сәләмәт тормош алып бара

Ғәҙелгәрәй халҡы күптән сәләмәт тормош алып бара

“Күҙ ҡурҡа - ҡул батыр” ти улар һәм быны эштәре менән иҫбатлап торалар.

Әлеге ваҡытта “Айыҡ ауыл” конкурсының иң ҡыҙған мәле – республика этабына сыҡҡан ауылдар үҙҙәренең ошо баһаға лайыҡлы булыуын иҫбат итә. Шул айҡанлы урындарҙа төрлө саралар үтә.

Бөрйән районындағы иң өлгөлө ауылдарҙың береһе – Ғәҙелгәрәй (халыҡта Шүлгән тип тә йөрөтәләр) быйыл республика этабында ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә булған. Улар һынатмай, бал ҡорто күсендәй берҙәм, ихлас саралар уҙғара, матур һәм сәләмәт тормош рәүешен райондаштарына, республикаға, хатта күрше төбәктәргә лә күрһәтә. Уларҙың эштәре бер бизмәнгә һалырлыҡ түгел, хатта ҡолас та етмәй. 12 февралдә Ғәҙелгәрәйҙә уҙған “Ауылы берҙең – ҡәүеме бер” сараһында ҡатнашып, быға тағы ла инандыҡ.

Сарала Бөрйән районы хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин, уның социаль мәсъәләләр буйынса урынбаҫары Венера Вәлиева, Өфөнән ҡунаҡтар – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы, “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире Миләүшә Ҡаһарманова һәм ошо баҫма хеҙмәткәрҙәре, Бөрйән районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Айгиз Шәрипов, “Шүлгәнташ” музей комплексы директоры Фәүзил Маликов ҡатнашты.

“Күҙ ҡурҡа - ҡул батыр” ти ғәҙелгәрәйҙәр һәм быны улар эштәре менән дә иҫбатлап тора. Сараны ла улар, -30 градус булған һыуыҡтан ҡурҡмайынса, барлыҡ ауылдаштары менән бергәләп татыу, юғары кимәлдә үткәреүгә өлгәште.

Ауылға ингән ерҙә ҡунаҡтарҙы милли кейемдәге ир-егеттәр һәм Бөрйәндең бренды булған Айыу менән Бал ҡорто ҡаргиҙәрҙәрҙә ҡаршыланы. Ә инде ауыл мәҙәниәт йорто алдында халҡыбыҙҙағы ҡунаҡсыллыҡ билдәһен сағылдырған икмәк-тоҙ, дәртле йырҙары менән ихласлап ҡаршы алдылар. Ҡунаҡтар милли ерлектә биҙәлгән тирмәне, Афған һуғышы ветерандары һәм махсус хәрби операция яугирҙәренә арналған күргәҙмәне ҡараны. Артабан үҙәк урамда ҡуйылған күргәҙмәләр менән таныштылар.

Ғәҙелгәрәйҙәр сараны үҙенсәлекле итеп ойошторған – йорт хужалары үҙ ихаталары алдында шәхси күргәҙмә күрһәтте. Мәҫәлән, Рөстәм Йомағужин – ҡортсолоҡ ҡоралдарын, бал тауарын, Ғаяз Ғәләүетдинов – ағастан эшләнгән өҫтәл–карауаттарын, ишектәрен, Гүзәл Хафизова – төрлө йүнәлештәге ҡул эштәрен, Тәслимә Хәмиҙуллина – ҡул эштәрен, Рәмзиә Яманғолова сағыу картиналарын сығарып ҡуйған. “Шүлгәнташ” ҡурсаулығы ла ситтә ҡалмаған – улар солоҡсолоҡ күргәҙмәһен әҙерләгән. Халыҡтың ихласлығына һоҡланып, был күргәҙмәләр менән таныштыҡ.

Артабан “Билал” мәсетендә имам-хатиптар менән осрашыу булды. Әйткәндәй, Ғәҙелгәрәй ауылы халҡы күптән сәләмәт тормошта йәшәй. Ун йылдан ашыу бында спиртлы эсемлектәр бөтөнләй һатылмай, шулай уҡ өйҙән таратыусылар ҙа юҡ. Рамаҙан айында иһә һикһәнгә яҡын кеше ураҙа тотҡан. Әле улар изге айҙы ихлас күңелдән көтә.

Артабан атлайбыҙ. Унда – урамдың үрендәрәк - йәрминкә гөрләй, үҙҙәре лә самауыр, сынаяҡ костюмдары кейгән кейекбайҙарҙың самауырҙары боҫ борҡоп ҡайнай, Зөһрә Хәлиуллинаның, Люциә Йөҙйәшәрованың, Таңһылыу Сәғитованың, Кейекбай һәм Мәндәғол ҡыҙҙарының ҡоймаларға эленгән сергетыштары, башҡа ҡул эштәре күҙ яуын ала...

Ауылдың уңғандары – Фәймә Сәғитова, Гөлназ Ишморатова, Гөлшат Ҡаһарманова, Гөлдәр Сөләймәнова, Зөһрә Сирбаева, Люциә Йөҙйәшәрова, Сания Исламова, Айһылыу Ырыҫҡолова, Ғәбиҙә Туҡбаева, Нурсилә Буранова, Флорида Труняева, Гөлсәсәк Ҡотлобаева һәм башҡа оҫтабикәләр төрлө ризыҡ әҙерләп килтергән. Уларҙың милли аш-һыуын һатып алыусылар бихисап булды.

Саф һауа һулып үҫкән ауыл балалары һыуыҡтан ҡурҡамы ни?! Спорт майҙансығында балаларҙың ихлас уйнағандарын ҡарап торғандан һуң, “хәрәкәттә – бәрәкәт, ошондай сәләмәт тормош алып барғанда үҙебеҙ ҙә, балалар ҙа бер ниндәй ауырыуҙарға бирешмәйәсәк” тип уйланым.

Артабан мәктәпкә юлландыҡ. Белем асағында бер нисә йыл элек йыһазландырылған бай музей менән таныштыҡ. Унда ауылдың үткәне һаҡлана. Музейҙы булдырыуға ҙур көс һалған тарих уҡытыусыһы Флүзә Ишморатованы оло хөрмәт менән иҫкә алдылар.

“Айыҡ ауыл” конкурсына бағышланған саралар артабан мәктәптә дауам итте. Бында балаларға спорт менән шөғөлләнергә барлыҡ шарттар булдырылған – тренажерҙар, ҙур спорт залы. Беҙ барғанда үҫмерҙәр рәхәтләнеп волейбол уйнай ине. Уларҙың спорт менән дуҫ булыуына һөйөндөк.

Мәктәптә ҡортсолоҡ, Урал батыр эҙҙәре буйлап һәм башҡа темаларға “түңәрәк өҫтәл"дәр, оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Шулай уҡ райондың төрлө ойошмалары, социаль хеҙмәттәр вәкилдәре халыҡты ҡабул итеү үткәрҙе.

Оҫталыҡ дәрестәренең береһендә - махсус хәрби операция яугирҙәренә "ҡоро душ" әҙерләүҙә үҙебеҙ ҙә ҡатнашып, яңы шөғөл серҙәренә өйрәндек. "Ҡоро душ"ты әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресен МХО ветераны ҡатыны, тарих уҡыусыһы Нурзидә Сәғитова күрһәтте. Улар ҡәйнәһе менән бергә райондан киткән һәр гуманитар ылауҙы туплауҙа ҡатнашып, "ҡоро душ", һаҡланыу плащтары әҙерләп ебәрә.

Төшкө аштан һуң мәҙәниәт йортонда танылған ҡорамасы Рәшиҙә Ғиззәтуллина “Шаршау” проекты менән таныштырҙы, район һәм ауыл һәүәҫкәрҙәре матур концерт бүләк итте, ихлас аралашыу менән үрелеп барған йомғаҡлау сараһы иҫтәлеккә фотоға төшөү менән тамамланды.

– Сараны ойоштороуҙа ҡатнашҡан бар халыҡҡа – мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә, “Йәнбикә” ағинәйҙәренә, “Һомай” ҡыҙҙарына, мәктәптең барлыҡ уҡытыусыларына, коллективына, ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәренә, күргәҙмә ҡуйыусыларға, йәрминкәлә ҡатнашыусыларға, бөрйәндәргә, кейекбайҙарға, мәндәғолдарға, ҡотандарға, Кейекбай ауыл хакимиәтенә, табынға ризыҡ бешереп килтергән ауылдаштарға ҙур рәхмәт!

Алда әле эш күп, үткәрә торған саралар етерлек. Бөгөнгөләй берҙәм, ойошҡан булһаҡ, маҡсаттарға өлгәшербеҙ, республика кимәлендәге бәйгелә үҙебеҙҙе лайыҡлы күрһәтербеҙ, – тине Кейекбай ауылы хакимиәте башлығы Азамат Алтыншин.

Афарин, бөрйәндәр, ғәҙелгәрәйҙәр!

Рәмилә Мусина фотолары.

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan