ярҙам йыйыу буйынса “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!” акцияһы үтте. Акция барышында шәхси гигиена әйберҙәре (һабын, таҫтамал), йылы ойоҡбаш-бирсәткәләр, ҡуйыртылған һөт, тушенка, тәм-том һәм медикаменттар йыйып тапшырылды. Уҡытыусылар, уҡыусылар, әсәйҙәр тәнәфес мәлендә һәм дәрестәрҙән һуң маскировка селтәрҙәре үрҙе. Гимназияның шайморатовсылары класс етәкселәре менән блиндаж шәмдәре әҙерләне. Гимназия уҡытыусылары һәм ата-әсәйҙәр 30 мең һум күләмендә матди ярҙам күрһәтте, шулай уҡ коллектив ярҙамы менән 10 мең һум дрондар йыйыу өсөн тапшырылды. Һәр посылкаға, Ватанды һаҡлаусылар көнө хөрмәтенә, уҡыусыларыбыҙҙың үҙ ҡулдары менән махсус эшләнгән байрам открыткалары, изгелек талисмандары, яҙылған хаттары һалынған. Хаттар һәр яугирға күңел йылыһы һәм һаулыҡ өләшә, көс һәм ышаныс бирә, рухты күтәрә. Тырышлығыбыҙ - илебеҙ мәнфәғәте өсөн ауыр миссия үтәгәндәрҙә ҡарата хәстәрлек һәм ихтирам. Был ярҙам фронт һыҙығында булған яугирҙарыбыҙ өсөн мөһим ярҙам буласаҡ. Уҡыусыларға, ата-әсәләргә, класс
Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында махсус хәрби операция зонаһындағы райондаштарға гуманитар
13 февраля13 фев
1 мин