«Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты (национальный проект «Продолжительная и активная жизнь») ярҙамында Яңауыл үҙәк район дауаханаһына яңы медицина аппараты – авторефкератометр килде, тип хәбәр иттеләр төбәктең Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан. Авторефкератометр – күреү һәләтенең төрлө боҙолоуын, мәҫәлән, миопияны, гиперметропияны һәм астигматизмды асыҡларға мөмкинлек биргән юғары теүәллектәге автоматик прибор. Шулай уҡ уның ярҙамында мөгөҙсәһенең кәкрелеген үлсәргә мөмкин. Аппараттың яңы моделе, күҙ йәшен пленкаһы өҙөлөү ваҡытын анализлауҙы индереп, өҫтәмә функциялар менән йыһазландырылған. Был күҙҙең торошон тиҙерәк һәм анығыраҡ тикшереүҙе тәьмин итә. «Оҙайлы һәм әүҙем торош» милли проектын бойомға ашырыу беҙгә техник базаны яңыртырға, шулай уҡ даими профилактик тикшереүҙәрҙе һәм диспансерлаштырыуҙы әүҙем пропагандаларға мөмкинлектәр бирә. Бындай саралар – районда йәшәгән һәр кешенең оҙаҡ, сәләмәт һәм әүҙем тормош нигеҙе», - тип билдәләне Яңауыл үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илг
Яңауыл район дауаханаһына яңы медицина ҡорамалдары килтерелде
13 февраля13 фев
1
1 мин