Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Кәйеф гормоны тураһында нимәләр беләһегеҙ?

Ҡыш етеү менән күптәр йоҡо туймау, иртән уянырға теләмәү, көс-дәрттең кәмеүе һәм бер нәмәнең дә ҡыуандырмауы кеүек күренештәр менән осраша. Белгестәрҙең әйтеүенсә, был хәлдең арыу ғына түгел, көндөң ҡыҫҡарыуы сәбәпле, миҙгел аффектив күңел төшөнкөлөгө була икән. Ҡояш нурҙарының етмәүе мейелә серотониндың – “яҡшы кәйеф гормоны”ның – аҙ бүленеүенә килтерә икән. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш штаттан тыш белгесе-психотерапевы Наталья Тулбаеваның әйтеүенсә, түбәндәге ябай, әммә ҡышҡыһын менталь сәләмәтлек өсөн файҙалы кәңәштәргә ҡолаҡ һалырға кәрәк: * Тәүлегенә һигеҙ сәғәттән кәм йоҡламағыҙ. Йоҡо – нервылар системаһы өсөн бик яҡшы дарыу ул, шуға күрә иртәрәк йоҡларға ятырға тырышығыҙ. * ”Дөрөҫ” майҙы ашарға тырышығыҙ. Кәйефте составында омега-3 булған аҙыҡ-түлек күтәрергә булышлыҡ итер. Һөмбаш (лосось), скумбрия, сельдь балыҡтарын ашарға тырышығыҙ. Улар мейе эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһай. * Саф һауала йөрөргә онотмағыҙ, был – физик һәм эмоциональ хәл-торошто яҡшыртыу өсөн
Оглавление
    Кәйеф гормоны тураһында нимәләр беләһегеҙ?
Кәйеф гормоны тураһында нимәләр беләһегеҙ?

Кәйеф гормоны тураһында нимәләр беләһегеҙ?

”Дөрөҫ” майҙы ашарға тырышығыҙ. Кәйефте составында омега-3 булған аҙыҡ-түлек күтәрергә булышлыҡ итер. Һөмбаш (лосось), скумбрия, сельдь балыҡтарын ашарға тырышығыҙ. Улар мейе эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһай. Тулыраҡ - сайтта:

Ҡыш етеү менән күптәр йоҡо туймау, иртән уянырға теләмәү, көс-дәрттең кәмеүе һәм бер нәмәнең дә ҡыуандырмауы кеүек күренештәр менән осраша. Белгестәрҙең әйтеүенсә, был хәлдең арыу ғына түгел, көндөң ҡыҫҡарыуы сәбәпле, миҙгел аффектив күңел төшөнкөлөгө була икән. Ҡояш нурҙарының етмәүе мейелә серотониндың – “яҡшы кәйеф гормоны”ның – аҙ бүленеүенә килтерә икән.

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш штаттан тыш белгесе-психотерапевы Наталья Тулбаеваның әйтеүенсә, түбәндәге ябай, әммә ҡышҡыһын менталь сәләмәтлек өсөн файҙалы кәңәштәргә ҡолаҡ һалырға кәрәк:

* Тәүлегенә һигеҙ сәғәттән кәм йоҡламағыҙ. Йоҡо – нервылар системаһы өсөн бик яҡшы дарыу ул, шуға күрә иртәрәк йоҡларға ятырға тырышығыҙ.

* ”Дөрөҫ” майҙы ашарға тырышығыҙ. Кәйефте составында омега-3 булған аҙыҡ-түлек күтәрергә булышлыҡ итер. Һөмбаш (лосось), скумбрия, сельдь балыҡтарын ашарға тырышығыҙ. Улар мейе эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһай.

* Саф һауала йөрөргә онотмағыҙ, был – физик һәм эмоциональ хәл-торошто яҡшыртыу өсөн бик мөһим ысул. Ҡыш көнө ҡояш яҡтылығы етешмәүен һәм D витамины барлыҡҡа килеүен тәьмин итеү өсөн дә кәрәк. 20-30 минут тышта йөрөү ҙә һеҙгә энергия бүләк итәсәк һәм ҡан әйләнешен яҡшыртасаҡ.

* Кәйефегеҙ насар икән, үҙ-үҙегеҙгә бикләнмәгеҙ. Проблеманы хәл итеү өсөн психологка йәки психотерапевтҡа мөрәжәғәт итегеҙ.

* Ваҡытығыҙҙы ыңғай хисле кешеләр менән үткәрергә тырышығыҙ, сөнки яҡшы кәйеф башҡаларға ла күсеүсән.

* Тәүлектең яҡты ваҡытын мөмкин тиклем күберәк сәләмәтлек өсөн файҙаланырға кәрәк. Мәҫәлән, төш ваҡытында урамға саф һауа һуларға сығығыҙ.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!