Ниғәмәт ауыл биләмәһе башлығы Амур Әминев "Иң яҡшы ауыл биләмәһе башлығы - 2025" номинацияһында еңеп сыҡты.Уға район Советы рәйесе Илдар Бәхтийәров таныҡлыҡ тапшырҙы. Әйтергә кәрәк, Амур Зиннәтулла улының оҫта етәкселегендә Ниғәмәт ауыл биләмәһе төбәкте социаль-иҡтисади үҫтереү, төрлө программаларҙы тормошҡа ашырыу буйынса маҡсатлы эш алып бара, спортты, мәҙәни тормошто йәнләндереү, ауылдарҙы төҙөкләндереү йүнәлешендә ысын мәғәнәһендә башҡаларға үрнәк булып тора. Ниғәмәт ауыл биләмәһе Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайының күп һанлы проекттарын урында тормошҡа ашырыуға күп көс һала, "Сәләмәт ауыл", "Сылтыр шишмә", "Һаҡмар"ҙы - һәр йортҡа" конкурстарында һәр саҡ еңеүсе булып таныла. Ауыл биләмәһендә урындағы хакимиәт йәмәғәт ойошмалары, мәҙәниәт, мәғариф учреждениелары менән бергә уртаҡ маҡсат ҡуйып эшләй һәм был үҙенең тос емештәрен бирә.
Бөгөн йыл йомғаҡтарына арналған район Советы ултырышында иң яҡшы һөҙөмтәгә ирешкәндәр тәбрикләнде, уларға төрлө наградалар тапшырылды
12 февраля12 фев
~1 мин