Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Бөрйән яңылыҡтары

"Бөгөн МХО-ла хеҙмәт итеүсе яҡташтарыбыҙ өсөн Бөрйән районынан гуманитар ярҙам менән сираттағы ылау юлға сыҡты

Был юлы егеттәргә 3 еңел автомобиль, «ИЖ Юпитер» мотоциклы, таҡталар, 7 бензогенератор, 5 автоном йылытҡыстар, 2 бензопила, генераторҙар, инструменттар, окоп шәмдәре, газ баллондары, маскировка селтәрҙәре, ҡоро душ, йылы плащтар, 25 универсаль комплект, йылытыу материалдары, электр сымдары, аҙыҡ-түлек, шәхси гигиена әйберҙәре һәм яугирҙәргә үҙҙәренең һорауҙары буйынса йыйылған башҡа кәрәк-яраҡтар оҙатылды. Яугирҙәрҙең тыуған яҡтарға имен-һау тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйем! Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға ярҙам йыйыуҙа үҙ өлөшөн индергән һәр кемгә оло рәхмәт һүҙҙәрен белдерәм. Гуманитар ылауҙы район Советы депутаты Фирғәт Хәйбуллин, район ветерандар Советы рәйесе Олег Ғәлиев, водителдәр Рәмил Мингазов һәм Фаил Шәһивәлиев оҙатып бара. Уларға хәйерле имен юлдар теләйем!" - тип хәбәр итә район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин. Беҙҙе уҡығыҙ: 🇷🇺 МАХ   📱 ВК

"Бөгөн МХО-ла хеҙмәт итеүсе яҡташтарыбыҙ өсөн Бөрйән районынан гуманитар ярҙам менән сираттағы ылау юлға сыҡты.

Был юлы егеттәргә 3 еңел автомобиль, «ИЖ Юпитер» мотоциклы, таҡталар, 7 бензогенератор, 5 автоном йылытҡыстар, 2 бензопила, генераторҙар, инструменттар, окоп шәмдәре, газ баллондары, маскировка селтәрҙәре, ҡоро душ, йылы плащтар, 25 универсаль комплект, йылытыу материалдары, электр сымдары, аҙыҡ-түлек, шәхси гигиена әйберҙәре һәм яугирҙәргә үҙҙәренең һорауҙары буйынса йыйылған башҡа кәрәк-яраҡтар оҙатылды. Яугирҙәрҙең тыуған яҡтарға имен-һау тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйем! Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға ярҙам йыйыуҙа үҙ өлөшөн индергән һәр кемгә оло рәхмәт һүҙҙәрен белдерәм.

Гуманитар ылауҙы район Советы депутаты Фирғәт Хәйбуллин, район ветерандар Советы рәйесе Олег Ғәлиев, водителдәр Рәмил Мингазов һәм Фаил Шәһивәлиев оҙатып бара. Уларға хәйерле имен юлдар теләйем!"

- тип хәбәр итә район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин.

Беҙҙе уҡығыҙ:

🇷🇺 МАХ   📱 ВК

-2
-3