29 ғинуарҙа Өфөлә “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) милли проекты сиктәрендә үткән Медиаүҙләштереү конференцияһында 100-ҙән ашыу эшҡыуар ҡатнашты. Сарала ҡатнашыусылар маҡсатлы аудитория йәлеп итеү алымдары өйрәнде, брендтың ыңғай репутацияһын булдырыу һәм клиенттар менән ышаныслы бәйләнеш урынлаштырыу тураһында фекер алышты. Конференцияның пленар өлөшөндә улар тармаҡтың алдынғы белгестәре менән аралашты, маркетингтың инновацион инструменттарын һәм медиасферала һөҙөмтәле кампаниялар ойоштороу буйынса ҡиммәтле кәңәштәр алды. Шулай уҡ сара программаһына мәғлүмәтте ҡабул итеү психологияһы, медиаплан әҙерләү, шәхси бренд төҙөү, контентта яһалма интеллект технологияларын ҡулланыу һәм башҡа темалар буйынса ла профилле майҙансыҡтар эшләне. Айырым блок федераль һәм төбәк кимәлендәге медиакиңлектә предприятиеларҙы танытыу буйынса дәүләт ярҙамына арналған ине. Бынан тыш, ҡатнашыусыларҙы медиапроцестарға оҙатыу өсөн махсус зоналар