Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Матур йәшәй, гөрләп эшләй Күгәрсен Күгәрсене

“Әйҙәгеҙ, бер йортҡа инеп сығайыҡ. Һеҙҙе “Айыҡ ауыл” конкурсы барышында уң ҡулым булған кеше менән таныштырырға теләйем”, – тине Күгәрсен районының Күгәрсен ауыл хакимиәте башлығы Айрат Шәрипов ошо ауыл урамынан барғанда һәм беҙ Әлисә Ишбирҙе ҡыҙының йортона боролдоҡ. Күгәрсен ауылы үҙенең йәшәү рәүеше, хужалыҡ алып барыуы, урамдары һәм йорт-ҡаралтыларының күркәмлеге, кешегә иғтибарлылығы менән башҡаларға өлгө булырлыҡ – беҙ унан шундай тәьҫир менән ҡайттыҡ. Түбәндә ошо ауылдың бер нисә кешеһенә һүҙ бирәбеҙ. Әлисә МАННАНОВА, уҡытыусы, мәғариф отличнигы, Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, ауыл советы депутаты: – Салауат районында тыуып үҫтем, ә Күгәрсен ауылында 40 йылға яҡын йәшәйем инде. Бик матур кешеләргә килен булып төштөм. Иремдең атаһы уҡытыусы булған, мин дә бындағы урта мәктәптә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләнем, ике йыл директорҙың уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары булдым. Ҡәйнәм менән 27 йыл бергә йәшәнек, ирем менән бергәләп дүрт бала – ике ҡыҙ һәм ике м
Оглавление
    Матур йәшәй, гөрләп эшләй Күгәрсен Күгәрсене
Матур йәшәй, гөрләп эшләй Күгәрсен Күгәрсене

Матур йәшәй, гөрләп эшләй Күгәрсен Күгәрсене

“Әйҙәгеҙ, бер йортҡа инеп сығайыҡ, мин “Айыҡ ауыл” конкурсы барышында уң ҡулым булған кеше менән таныштырырға теләйем”, – тине Күгәрсен районының Күгәрсен ауыл хакимиәте башлығы Айрат Шәрипов ошо ауыл урамынан барғанда һәм беҙ Әлисә Ишбирҙе ҡыҙының йортона боролоп индек.

“Әйҙәгеҙ, бер йортҡа инеп сығайыҡ. Һеҙҙе “Айыҡ ауыл” конкурсы барышында уң ҡулым булған кеше менән таныштырырға теләйем”, – тине Күгәрсен районының Күгәрсен ауыл хакимиәте башлығы Айрат Шәрипов ошо ауыл урамынан барғанда һәм беҙ Әлисә Ишбирҙе ҡыҙының йортона боролдоҡ. Күгәрсен ауылы үҙенең йәшәү рәүеше, хужалыҡ алып барыуы, урамдары һәм йорт-ҡаралтыларының күркәмлеге, кешегә иғтибарлылығы менән башҡаларға өлгө булырлыҡ – беҙ унан шундай тәьҫир менән ҡайттыҡ. Түбәндә ошо ауылдың бер нисә кешеһенә һүҙ бирәбеҙ.

Әлисә МАННАНОВА,

уҡытыусы, мәғариф отличнигы, Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, ауыл советы депутаты:

– Салауат районында тыуып үҫтем, ә Күгәрсен ауылында 40 йылға яҡын йәшәйем инде. Бик матур кешеләргә килен булып төштөм. Иремдең атаһы уҡытыусы булған, мин дә бындағы урта мәктәптә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләнем, ике йыл директорҙың уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары булдым. Ҡәйнәм менән 27 йыл бергә йәшәнек, ирем менән бергәләп дүрт бала – ике ҡыҙ һәм ике малай үҫтерҙек. Барыһы ла юғары белемле.

Ҡулдан килгәнсә тырыштыҡ инде. Бөгөн мин дин юлында. Балаларым, кейәүҙәрем һәм килендәрем дә дини ҡанундарҙы үтәп йәшәй, намаҙ уҡыйҙар. Дингә бер кемде лә мәжбүр итеп һәм өгөтләп баҫтырып булмай, тимәк, был уларҙың күңелендә ятҡан, хәләл ефеттәре лә юлдарында осраған матур һәм хәйерле кешеләр булып сыҡты. Килен булып төшкәндән һуң, татар ауылы булғас, татарса һөйләшергә тырыша торғайным, дәүләт теле булараҡ, башҡортса уҡытыла башлағас, фәҡәт туған телемдә һөйләшеүгә күстем. Үҙем башланғыс класс уҡытыусыһы бит инде.

Ауылыбыҙҙа бик татыу, итәғәтле һәм ҡунаҡсыл кешеләр йәшәй. Кемгә инһәң дә, сәй эсермәй сығармайҙар. Миңә заманында бик көслө уҡытыусылар менән бергә эшләү бәхете тейҙе. Ниғмәт Хәмиҙулла улы, Фәрүәз Кәли улы, Ғөбәй Сәғит улы, Йәһүҙиндәр һәм башҡаларҙы күҙ уңында тотоп әйтәм.

“Айыҡ ауыл” конкурсына халыҡ ихлас ҡушылды, Күгәрсен ауылы элек тә эскегә бирелеп бармай ине, хәҙер ҙә шулай. Ни өсөн шулай булыуының сәбәбен бындағы халыҡтың мәҙәни кимәле юғары булыуында күрәм. Кеше менән һәр саҡ итәғәтле һөйләшәләр, кисерештәрен шунда уҡ тышҡа сығарып һалырға ашыҡмайҙар. Бында урындағы властың кимәле лә сағылыш табалыр инде – ауылыбыҙ хакимиәте башлығы Айрат Әхәт улы шул тиклем тырышлыҡ һала, ауыл халҡы уны хөрмәт итә. Спортсы бит инде, шуға ярыштарҙы ла белдекле итеп ойоштора, үҙе лә ҡатнаша. Өмә ойошторғанда башҡаларға ҡушып ҡына ҡалмай, ә иң тәүҙә үҙе эшкә тотона. Ғаиләһенә лә рәхмәт әйткем килә, уларҙың йәшәйеше – бөтәбеҙ өсөн дә өлгө.

Фәиз һәм Зилә ВАҺАПОВТАР,

эшҡыуарҙар, “Хәйерле көн” кибете хужалары:

– Тормошта иң мөһиме – алдыңа маҡсат ҡуйыу һәм шуны тормошҡа ашырырға ынтылыу, тип уйлайым. Ҡатыным Зилә менән ошо эште – кибет асып сауҙа итеүҙе 2013 йылда башланыҡ. Ике йыл самаһы әҙерлек алып барҙыҡ әле, оҙаҡ ҡына план ҡорҙоҡ, нимәнән башларға һәм артабан нисек барырға икәнен күҙалларға тырыштыҡ, кәңәшләштек.

Кибет урынлашҡан бөгөнгө бинаны ла үҙ көсөбөҙ менән ҡорҙоҡ, тәүҙе ауырғараҡ тура килһә лә, төҙөп бөттөк. Баштараҡ бина бәләкәйерәк ине, тора-бара ҙурайттыҡ.

Хәҙер беҙҙең кибет тирә-яҡтағы 35 ауылды хеҙмәтләндерә. Заказсы һораһа, тауарҙы үҙебеҙ алып барып та тапшырабыҙ. Күптәр өсөн был бик уңайлы хеҙмәт. Тауарҙы бурысҡа ла биреп торабыҙ, бының өсөн кешеләргә бер ниндәй ҙә процент түләргә кәрәкмәй. Ҡайһы берәүҙәр тауар хаҡын бер нисә ай дауамында өлөшләп түләргә рөхсәт һорай, риза булабыҙ, әлбиттә. Үҙебеҙҙең тыуған яҡ кешеләре бит, килемдәре лә төрлөсә.

Берәү: “Бурысҡа бирергә риза булһағыҙ, тауарҙы алып киткәс тә “юғалған” кешеләр буламы?”, – тип һорай ине. Тормош бит, ундайҙар ҙа һирәкләп булһа ла осрағылай. Шуныһы ҡыуаныслы – улар урынына туғандары килеп түләп ҡуя. Бер саҡ вафат булып ҡалған ауылдашыбыҙҙың туғаны инеп сыҡты: “Мәрхүм ағайыбыҙ һеҙҙең кибеттән нимәлер һатып алып йөрөй ине, бурысы ҡалманымы?” – ти. Мосолмандар өсөн һәйбәт ғөрөф-ғәҙәт был. Бына шундай тәрбиәле кешеләр йәшәй беҙҙә.

Тауар алырға тирә-яҡҡа үҙебеҙ йөрөйбөҙ, үҙ транспортыбыҙ менән ташыйбыҙ. Беҙҙең эш менән шөғөлләнеүсегә халыҡтың ниндәй тауарҙы күберәк аласағын күрә белергә кәрәк. Йәйге миҙгелдә, мәҫәлән, нимәләр кәрәк, ҡыш яҡынлашҡанда ниндәй тауарға мохтажлыҡ артасаҡ һәм башҡалар – барыһын да мөмкин тиклем тулыраҡ күҙалларға тырышабыҙ инде. Төрлө тауар базаларында йыш булабыҙ, уларҙа “үҙ кеше” булырға ынтылабыҙ. Әйтәйек, йәйге кейем йәки башҡа әйберҙе базанан алданыраҡ барып алырға кәрәк, сөнки яҙ улар ҡалмай ҙа, беҙҙең кеүек сауҙагәрҙәр алып бөткән була йәки ҡыйбатыраҡҡа алырға тура килә. Ҡайһы саҡ, теге йәки был тауар базаға килтерелгәс, беҙгә илтергә вәғәҙә итеп ҡалалар базала, ләкин ул саҡта транспорт өсөн дә түләргә тура киләсәк, шуға күрә үҙебеҙ ташырға, тауар хаҡын мөмкин тиклем түбәнерәк ҡуйырға, йәғни үҙҡиммәтте кәметергә тырышабыҙ.

Ниндәй тауарҙар һәм күпме хаҡҡа һатыуыбыҙ тураһында реклама ла кәрәкмәй, сөнки халыҡ барыһын да белеп-күреп тора, “сарафан радиоһы” аша барыһы ла бер-береһенә еткерә, сөнки донъя көткән кешегә ниндәй генә әйбер кәрәкмәй бит. Күптән түгел бер йәш кеше килеп: ”Һеҙҙең кибет булмаһа, өй һала ла алмаҫ инем”, тип күңелде күтәреп китте.

Фәйрүзә ИСКӘНДӘРОВА,

“Ләйсән” ансамблен ойоштороусы:

– Күгәрсен урта мәктәбе уҡытыусылары менән бынан 39 йыл элек “Ләйсән” ансаблен ойоштороу ебәрҙек. Бер сараны ла ҡалдырмаҫҡа, уларҙа сығыш яһарға тырышабыҙ. Беҙҙең ҡыҙҙар төҫкә матур ҙа, бик дәртле лә. Бергәләп матур йырҙар өйрәнәбеҙ. Район үҙәге Мораҡҡа һәм башҡа тарафтарға барып, концерттарҙа, төрлө сараларҙа ҡатнашабыҙ.

Тәбиғи, коллектив даими рәүештә бер үк кешеләрҙән тора тип әйтеп булмай, берәүҙәр китә, урындарына яңылар килә. Шулай булһа ла, ансамбль эштән туҡтамай. Йәштәрҙе лә ылыҡтырырға, өйрәтергә ынтылабыҙ. Матур-матур костюмдар тектерәбеҙ, туҡымаһына ла, теккән өсөн дә, тәбиғи, үҙ аҡсабыҙҙы түләйбеҙ. Тектергән саҡта бер нисә тапҡыр ательеға күмәкләп үлсәтергә лә барабыҙ әле. Концерттарҙа йөрөгәндә йорт эштәре көтөп тора икән, тип уйлай күрмәгеҙ – өйҙәге хужалыҡ эштәрен дә, мәктәп сараларын да ҡалдырмайбыҙ, үҙ ваҡытында үтәп барабыҙ.

Рамай МИҢЛЕҒОЛОВ,

пелагог, тракторсы, төҙөүсе, спортсы:

– Төрлө урындарҙа эшләргә тура килде. Мәктәптә башланғыс хәрби әҙерлек дәрестәре алып бара инем, үҙгәртеп ҡороу йылдарында был уҡытыуҙы, билдәле булыуынса, туҡтаттылар. Шунан совхозда тракторсы булып эшкә тотондом, артабан урман хужалығы ойошмаһында тракторсы булдым. Шулай уҡ төҙөлөштә лә эшләргә лә тура килде.

Армиянан ҡайтҡандан бирле спортты ташлағаным юҡ. Физик күнекмәләрҙе күпмелер ваҡытҡа туҡтатып торһам, организмға ниҙер етмәгән кеүек, баш та ауырта. Ҡышҡы миҙгелдә көн һайын саңғыла йөрөргә сығам, 12-15-әр километр юл үтәм. Төштән һуң ошондай күнекмәләргә сәғәт ярым ваҡыт бүләм. Пенсионер кешенең ваҡыты ла бар бит инде. Миңә ҡарап, спорт менән шөғөлләнергә ине, тигән йәштәштәремә: “Һеҙ ҡырҡ йылға һуңланығыҙ инде, уға йәш саҡтан күнегергә, тормоштоң мәғәнәһе итеп алырға кәрәк”, – тим.

Мотоблоктан сылбырлы мотоцикл эшләп алдым да, саңғы юлы яһап сығам. Был юлдан, әлбиттә, халыҡ та файҙалана. Күгәрсендән генә түгел, башҡа тирә-яҡтан да киләләр. Беҙҙән 15 километр алыҫлыҡта ятҡан Мәҡсүт ауылынан, мәҫәлән, ярышҡа әҙерләнгәндә күнекмәләр яһарға ошо трассаға киләләр. Өс, ике һәм бер километрлыҡ түңәрәктәре булған был саңғы юлдарына күптән түгел “Рамай Миңлеғолов трассаһы” тип исем ҡуштылар.

Өй иҫкергәйне, шуға диләнкә алдым, ҙурыраҡ, матурыраҡ итеп йорт һалырға булдым. Диләнкә алып, бүрәнәләрҙе пилорамға ташып, унда брустар эшләттем. Былай тиҙ эшләнде, тип әйтергә лә була – август айында диләнкә алғайным, декабргә йорттоң ҡыйығын ябып та ҡуйҙыҡ. Ун биш сантиметр ҡалынлыҡтағы брустарҙан ҡорҙоҡ бураны, тышын “таш мамыҡ” менән ҡаплап, профнастил менән көпләп ҡуйҙыҡ. Өй һалырға ир-егеттәрҙе өмәгә саҡырҙым. Ул заманда өмә тигән ғәмәл дә бар ине бит, хәҙер ауылдарҙа бөттө ундай ярҙамлашыу ғәҙәттәре. Йортто һалып ингәнгә ун йыл бар инде, шулай ҙа ваҡ-төйәк эштәре һаман бөтмәй әле, бына был йоҡо бүлмәһенең стеналарын биҙәкле фанера менән көпләргә йыйынам..

Ҡатыным оҙаҡ йылдар һауынсы булып эшләне, совхоз бөткәндән һуң почтала йөрөнө. Быйыл март айында пенсияға сығырға тейеш. Бер ҡыҙ үҫтерҙек, Ҡазанға уҡырға барғайны, шунда кейәүгә сыҡты. Ике ейәнсәребеҙ бар, йәйгелеккә беҙгә киләләр, урын күп бит йортобоҙҙа.

Зөлфиә ХӘЙБУЛЛИНА,

педагог, шағирә, балаҫ һуғыусы:

– Күгәрсен ауылында тыуып үҫтем, ошо уҡ ауыл егетенә кейәүгә сыҡтым, өс бала тәрбиәләп үҫтерҙек. Мәктәптә 37 йыл эшләнем, башланғыс кластарҙы уҡыттым. Пенсияға сыҡҡас, клубҡа режиссер итеп саҡырҙылар. Ирем дә, улым менән киленем дә, Зилфәт кейәүем дә клубта эшләне, мин уларға йыш ҡына сценарий яҙырға ярҙам итә торғайным. Шунан үҙем дә улар янына күстем һәм биш йыл режиссер булырға тура килде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кинәт һаулығым ҡаҡшап китеү сәбәпле, байтаҡ ваҡыт дауаланырға, Өфө дауаханаһында ла ятырға тура килде. Килендәрем, кейәүҙәрем бик ярҙамсыл, улар ошо ваҡытта бик хәстәрлекле булды.

Икенсе класта уҡығанда тәүге шиғырымды яҙғайным, уны Ҡазанға “Йәш ленинсы” гәзитенә ебәргәйнем, “рифмаһы юҡ”, тип ҡайһы бер юлдарҙың аҫтына ҡыҙыл ҡәләм менән һыҙғылап, миңә кире ебәргәндәр. Мин “рифма” һүҙенең нимә аңлатҡанын да белмәйем ул саҡта, шуға үпкәләп башҡа яҙманым да ҡуйҙым.

Ә шулай ҙа йылғала кер сайҡағанда, бәпкә көткәндә, мал ҡыуғанда күңелемә килгән шиғыр юлдарын һәр саҡ үҙ алдыма һөйләп йөрөй торғайным. Ниңә ҡағыҙға яҙмағанмындыр инде, аҙаҡ яҡшыртып, үҙгәртеп, иҫтәлеккә ҡалдырыр инем дә бит...

Ирем баҡыйлыҡҡа күскәс, Зилфәт кейәүем миңә компьютер килтереп бирҙе, шунда баҫа башланым шиғырҙарымды. 2013 йылда тәүге китабым сыҡты, бер йыл үткәс, икенсеһе нәшер ителде. Артабан йыл да тиерлек китаптарым сығып торҙо. Ауылдаштарым тураһында ла яҙам, башҡа темаларға ла. Шиғырҙарым менән хикәйәләрем районыбыҙҙың “Мораҙым” гәзитендә йыш донъя күрә. Был гәзит менән бик дуҫмын. Ундағы журналистар миңә: “Зөлфиә апай, яҙ әле”, – тип шылтыратып тора. Әйткәндәрен тиҙ арала үтәргә тырышам инде, компьютерҙа баҫам да электрон почта аша ебәрәм.

Бәләкәй саҡта әсәйемә һәм өләсәйемә балаҫ һуғырға ярҙам итә торғайным. Уларҙың станогы ҙур ине, миңә лә шунда һуғырға өйрәнеүе еңел булды. Әйткәндәй, әсәйем үҙе һуҡҡан бер ҙур балаҫын Мораҡ мәктәбе музейына бүләк итте. Күберәк кибеттән иләнгән еп һатып алып, шунан балаҫ һуғам. Станокты Юлдыбай ауылындағы Хәбир тигән бер оҫта эшләп бирҙе, бәләкәй ҡыҙым менән шунан барып алып ҡайттыҡ. Саҡ ҡына ваҡыт булһа ла, ошо станок янына балаҫ һуғырға ултырам.

“Аҡ ҡалпаҡтар” ансамблендә шөғөлләнергә лә йөрөйөм, балалар менән бер ауылда йәшәгәс, уларға ла йыш барып сығам. Әлдә балаларым үҙебеҙҙең ауылда ҡалды, тип шатланып ҡуям йыш ҡына. “Һеҙгә рәхмәт инде, кейәүҙәрем, ҡыҙҙарымды ситкә ебәрмәнегеҙ”, – тиһәм, тегеләрҙең ауыҙы йырыла, рәхмәт яуғырҙары. Улым да кәләште үҙ ауылыбыҙҙан алды, мин мәктәптә уҡытҡан ҡыҙҙы. Шулай итеп, ни эшләргә белмәй ултырырлыҡ буш ваҡытым һис юҡ.

Зилфәт АБДУЛЛИН,

мәктәп шоферы, мәктәптең профком рәйесе, МХО-ға гуманитар ярҙам ойоштороусы:

– Ауыл хакимиәте менән бергә ҡулдан килгәнсә тырышабыҙ – халыҡтан аҡса йыйып, Өфөнән әйберҙәр барып алабыҙ ҙа махсус операция яугирҙәре өсөн гуманитар ярҙам оҙатабыҙ. Күптән түгел ҙур генераторҙар алып ҡайттыҡ. Уларҙың һәр береһенең төҙөклөгөн тикшереп, эшләтеп ҡарап, май һалып, яҡташ яугирҙәребеҙгә ебәрәбеҙ.

Окоп шәмдәрен дә даими әҙерләп оҙатабыҙ. Был шәмдәр ҡалай һауыттарға таҙа парафин һалып, фитилдәргә лә ошо ҡайнаған парафинды һеңдереп, уларҙы уртаға “Z” формаһында ултыртабыҙ. Бындай шәмдәр хатта һыуҙа ятҡандан һуң да еңел тоҡанып китә. Окоп шәмдәре 300-ләп йыйылды инде. Тиҙҙән башҡа йөктәр менән бергә махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатырбыҙ, тип торабыҙ.

Әсмә МОРАТОВА,

педагог, спорт түңәрәктәрен ойоштороусы:

– Күгәрсен урта мәктәбендә 35 йыл физкультура, тарих, башҡорт әҙәбиәте, технология дәрестәре алып барҙым. Ошо уҡ райондың Бикбулат ауылында тыуып үҫтем. Күмертау педагогия техникумын тамамлағас, 1970 йылда ошо мәктәпкә килгәйнем, пенсияға сыҡҡансы шул бер генә урында эшләнем. Ике тапҡыр Башҡортостандың Мәғариф министрлығының Почет грамотаһына лайыҡ булдым, район кимәлендә лә почет грамотлары һәм маҡтау хаттары менән бүләкләнеләр. Әллә нисә класты сығарҙым инде.

Бөгөнгө ауыл хакимиәте башлығы Айрат Әхәт улының һорауы буйынса мәктәптә волейбол һәм спорт гимнастикаһы түңәрәктәрен алып барам. Күбеһенсә пенсионерҙар йөрөй, сәғәт етенән алып һигеҙгә хәтлем – спорт күнекмәләре, шунан сәғәт туғыҙға тиклем – волейбол.

Зәйҙә ХӘЙБУЛЛИНА,

Күгәрсен ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре:

– Күгәрсен ауыл мәҙәниәт йортонда 27 йыл инде эшләйем. 2012 йылда беҙҙең клубта ҙур ғына реконструкция үткәрелде, ә 2020 йылда уны күп тармаҡлы мәҙәниәт йорто итеп үҙгәрттеләр. Бығаса икенсе бинала булған китапхана ла беҙгә күсте. Ошо уҡ йылда байтаҡ әйберҙәр ҡайтартылды: тренажерҙар, музыка ҡоралдары, сәхнә костюмдары һәм башҡалар.

2012 йылда беҙҙең үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгенә “Халыҡ театры” исеме бирелде. Уны бирер алдынан республиканың Мәҙәниәт министрлығынан комиссия килде һәм беҙҙе ошо исемгә лайыҡ тигән ҡарар сығарып китте. Шуныһы ла бар: был почетлы исемде беҙ өс йыл һайын раҫларға тейеш. Быға өлгәшәбеҙ ҙә, артистарыбыҙ йыл һайын матур концерт ҡуя, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша, оло быуын ҡатын-ҡыҙҙарынан торған “Аҡ ҡалпаҡтар” татар фольклор ансамбле эшләп килә. Ун ике кешенән торған был ансамбль бик әүҙем, улар бер саранан да ситтә ҡалмай, сәхнә өсөн күлдәк һәм алъяпҡыстарҙы ла үҙҙәре тегә, сигеүле ҡалпаҡтар эшләй.

Бынан тыш ауылыбыҙҙа “Күгәрсен ҡыҙҙары” тигән ансамбль дә бар. Уға бер үҙенсәлек хас – ул Күгәрсен ауылы егеттәренә кейәүгә сыҡҡан Күгәрсен ҡыҙҙарынан ғына тора. “Ундайҙарҙы ҡайҙан табып бөтәһегеҙ?” – тип аптырап һорағандары бар. Киреһенсә, был ансамблгә эләгергә теләгән Күгәрсен ауылы ҡыҙҙары етерлек, тик беҙ ошо ижади коллективты ун кешенән дә арттыра алмайбыҙ бит. Бынан тыш, беҙҙең мәҙәниәт йортонда электән үк эшләп килгән һәм байрам сараларында әүҙем ҡатнашҡан “Ләйсән” ансамбле лә бар, уның тураһында Фәйрүзә Искәндәрова һөйләне инде һеҙгә.

Айырым конкурстарҙы иҫәпләмәгәндә лә, беҙҙең ансамблдәр ҡатнашлығында айына ике-өс сара үтеп тора. Төрлө оҫталыҡ дәрестәре ойошторабыҙ – сигеү, балаҫ һуғыу һәм башҡалар буйынса. Телевидениенан даими килеп, төшөрөп торалар.