Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
"Урал" гәзите

Бөгөн, 12 февралдә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 94 йыл тулды

Бөйөк шағирҙың мәңге үлмәҫ шиғыры. ТУҒАН ТЕЛ Мин халҡымдың сәскә күңеленән, Бал ҡортондай, ынйы йыямын, Йыямын да - йәнле ынйыларҙан Хуш еҫле кәрәҙ ҡоямын. Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен: Бер телдән телем кәм түгел – Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла, Кәм күрер тик уны кәм күңел!.. Халҡым теле миңә - хаҡлыҡ теле, Унан башҡа минең илем юҡ; Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ, Иле юҡтың ғына теле юҡ! Әсәм теле миңә - сәсән теле, Унан башҡа минең халҡым юҡ, Йөрәгендә халҡы булмағандың Кеше булырға ла хаҡы юҡ!

Бөгөн, 12 февралдә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 94 йыл тулды.

Бөйөк шағирҙың мәңге үлмәҫ шиғыры.

ТУҒАН ТЕЛ

Мин халҡымдың сәскә күңеленән,

Бал ҡортондай, ынйы йыямын,

Йыямын да - йәнле ынйыларҙан

Хуш еҫле кәрәҙ ҡоямын.

Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен:

Бер телдән телем кәм түгел –

Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,

Кәм күрер тик уны кәм күңел!..

Халҡым теле миңә - хаҡлыҡ теле,

Унан башҡа минең илем юҡ;

Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ,

Иле юҡтың ғына теле юҡ!

Әсәм теле миңә - сәсән теле,

Унан башҡа минең халҡым юҡ,

Йөрәгендә халҡы булмағандың

Кеше булырға ла хаҡы юҡ!