Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Һаулыҡ һаҡлау тармағы илдә алдынғылар рәтенә сыға

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Мөрәжәғәтнамәһен тыңлағандан һуң, Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы рәйесе, РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Йәмәғәт советы, БР Башлығы ҡарамағындағы кеше хоҡуҡтары һәм граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү буйынса Совет ағзаһы, БДМУ доценты Рауил Мәғрүф улы Халфин үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты һәм республикала һуңғы йылдарҙа һаулыҡ һаҡлау тармағы өсөн башҡарылған ҙур эштәрҙе атаны. – Башҡортостанда социаль өлкәне үҫтереү өсөн бик күп эштәр башҡарыла. Һәм был һаулыҡ һаҡлау миҫалында аныҡ күренә. 2025 йылда ғына алты поликлиника һәм дауахана төҙөлә, туғыҙ поликлиника һәм дауахана капиталь ремонтлана. Бынан тыш, 137 модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм табип амбулаторияһы ҡуйылды. Бындай күләмдәрҙе мин илдең башҡа бер төбәгендә лә күрмәйем. Бер нисә йыл элек республика Башлығы Радий Хәбировтың ауылда медицинаны тергеҙеү тураһында ҡабул иткән ҡарары Башҡортостанға сафҡа индерелгән ФАП-тар һаны буйынса лидер булырға мөмкинлек
Оглавление
    Һаулыҡ һаҡлау тармағы илдә алдынғылар рәтенә сыға
Һаулыҡ һаҡлау тармағы илдә алдынғылар рәтенә сыға

Һаулыҡ һаҡлау тармағы илдә алдынғылар рәтенә сыға

Радий Хәбиров госпиталгә ҡаһарман коллегабыҙ Михаил Каменев исемен бирергә тәҡдим итте, беҙ был ҡарарҙы тулыһынса хуплайбыҙ. Госпиталь хеҙмәткәрҙәренә төрлө яҡлап ярҙам итергә әҙербеҙ, – тине ул.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Мөрәжәғәтнамәһен тыңлағандан һуң, Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы рәйесе, РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Йәмәғәт советы, БР Башлығы ҡарамағындағы кеше хоҡуҡтары һәм граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү буйынса Совет ағзаһы, БДМУ доценты Рауил Мәғрүф улы Халфин үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты һәм республикала һуңғы йылдарҙа һаулыҡ һаҡлау тармағы өсөн башҡарылған ҙур эштәрҙе атаны.

– Башҡортостанда социаль өлкәне үҫтереү өсөн бик күп эштәр башҡарыла. Һәм был һаулыҡ һаҡлау миҫалында аныҡ күренә. 2025 йылда ғына алты поликлиника һәм дауахана төҙөлә, туғыҙ поликлиника һәм дауахана капиталь ремонтлана. Бынан тыш, 137 модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм табип амбулаторияһы ҡуйылды. Бындай күләмдәрҙе мин илдең башҡа бер төбәгендә лә күрмәйем. Бер нисә йыл элек республика Башлығы Радий Хәбировтың ауылда медицинаны тергеҙеү тураһында ҡабул иткән ҡарары Башҡортостанға сафҡа индерелгән ФАП-тар һаны буйынса лидер булырға мөмкинлек бирҙе. Быйыл шулай уҡ республика Башлығы инициативаһы буйынса Өфө поликлиникаларындағы ремонт эштәре лә өҫтәлде. "Ғаилә" милли проекты сиктәрендә яңы ҡатын-ҡыҙҙар консультациялары: ғәмәлдәге кабинеттар нигеҙендә 11 консультация һәм республика райондарында дүрт яңы модулле консультация асылды. Республика кардиология үҙәгенең хирургия корпусы һәм Республика балалар клиник дауаханаһы янында онкология һәм гематология үҙәгенең асылыуы һаулыҡ һаҡлауҙың яңы кимәлгә күтәрелеүе булды. Былар барыһы ла Башҡортостан халҡына медицина ярҙамы күрһәтеү мөмкинлеге һәм сифаты ғына түгел, табиптар өсөн уңайлы эш шарттары ла.

Медиктар, һаулыҡ һаҡлау тармағы хеҙмәткәрҙәре әүҙем рәүештә МХО-лағы яҡташтарына, унда эшләгән хеҙмәттәштәренә ярҙам итә. Муниципаль һәм республика гуманитар ылауҙарына ҡушылып яугирҙәргә лә, унда эшләгән табиптарға ла ярҙам ебәрәбеҙ. Бөгөн Радий Хәбиров беҙҙең һуғыш ветерандары госпиталенә МХО яугирҙәрен дауалаған һәм реабилитациялаған өсөн рәхмәт әйтте. Был учреждение Рәсәйҙә иң яҡшыһы тип танылды. Шулай уҡ Радий Хәбиров госпиталгә ҡаһарман коллегабыҙ Михаил Каменев исемен бирергә тәҡдим итте, беҙ был ҡарарҙы тулыһынса хуплайбыҙ. Госпиталь хеҙмәткәрҙәренә төрлө яҡлап ярҙам итергә әҙербеҙ, – тине ул.

Фото геройҙың шәхси архивынан.