Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Зөфәр Мортазин: "Әҙәм балаһы ҡайҙа тыуған – шунда кәрәкле булырға тейеш"

1968 йыл. Унынсыны тамамлаған Зөфәр баш ҡалаға юллана. Башта ул Башҡорт дәүләт университетын эҙләп таба. Ләкин уҡыу йортоноң ишеген асып инергә баҙнат итмәй. Ябай ауыл малайын мөһабәт колонналар ҡурҡыта. Улар ниндәйҙер бөйөклөк күрһәткесе булып күренә уға. Үҙенсә “минең кеүек ауыл балаларына тигәне сельхоздыр" тип фекер йөрөтә лә, трамвайға ултырып, ауыл хужалығы институтына юллана. Барһа, унда ла шул уҡ коллонналар. Тағы ниәте селпәрәмә килә. Был институтты ла ғүмерҙә лә буй етмәҫлек бейеклек тип ҡабул итә, инеп тә тормай. Трамвайға ултырып ҡабат үҙәккә юл тота. Һуңғы туҡталышта төшөп, Фрунзе урамы буйлап түбән атлай. Ленин паркындағы йәшел үләндә артабан ни эшләргә тип баш тырнап ятҡандан һуң, юл аша сыҡһа – бер ниндәй колоннаһыҙ медицина институты корпусына юлыға. Егет "бына, исмаһам, быныһы беҙҙең өсөн” тип ышаныслы аҙымдар менән "ябай ғына" уҡыу йортоноң ишектәрен асып үтә. Профессор малайы булмағас... Өлкән ауылдаштарым йыш ҡына “беҙ бит хатта рус телен дә башҡортса уҡый торғайн
Оглавление
    Зөфәр Мортазин: "Әҙәм балаһы ҡайҙа тыуған – шунда кәрәкле булырға тейеш"
Зөфәр Мортазин: "Әҙәм балаһы ҡайҙа тыуған – шунда кәрәкле булырға тейеш"

Зөфәр Мортазин: "Әҙәм балаһы ҡайҙа тыуған – шунда кәрәкле булырға тейеш"

Ябайлыҡта - бөйөклөк

1968 йыл. Унынсыны тамамлаған Зөфәр баш ҡалаға юллана. Башта ул Башҡорт дәүләт университетын эҙләп таба. Ләкин уҡыу йортоноң ишеген асып инергә баҙнат итмәй. Ябай ауыл малайын мөһабәт колонналар ҡурҡыта. Улар ниндәйҙер бөйөклөк күрһәткесе булып күренә уға. Үҙенсә “минең кеүек ауыл балаларына тигәне сельхоздыр" тип фекер йөрөтә лә, трамвайға ултырып, ауыл хужалығы институтына юллана. Барһа, унда ла шул уҡ коллонналар. Тағы ниәте селпәрәмә килә. Был институтты ла ғүмерҙә лә буй етмәҫлек бейеклек тип ҡабул итә, инеп тә тормай. Трамвайға ултырып ҡабат үҙәккә юл тота. Һуңғы туҡталышта төшөп, Фрунзе урамы буйлап түбән атлай. Ленин паркындағы йәшел үләндә артабан ни эшләргә тип баш тырнап ятҡандан һуң, юл аша сыҡһа – бер ниндәй колоннаһыҙ медицина институты корпусына юлыға. Егет "бына, исмаһам, быныһы беҙҙең өсөн” тип ышаныслы аҙымдар менән "ябай ғына" уҡыу йортоноң ишектәрен асып үтә.

Профессор малайы булмағас...

Өлкән ауылдаштарым йыш ҡына “беҙ бит хатта рус телен дә башҡортса уҡый торғайныҡ” тип шаяртырға ярата. Документтарын тапшырып, имтихандар теҙмәһе менән танышҡас, Зөфәр юғалып ҡалмай. Мин биологияны ла, башҡа фәндәрҙе лә башҡортса уҡыным, тип белдерә. Ул ваҡытта Башҡорт дәүләт медицина институты ректоры, фронтовик Зәйнулла Ихсановтың ауылдан килгәндәргә, бигерәк тә һуғыш ветерандары балаларына күберәк иғтибар бүлергә тигән фарманы була. Зөфәр ҙә утты-һыуҙы үткән фронтовик улы. Уның өсөн йәһәт кенә башҡортса имтихан алырлыҡ белгестәр табыла. Буласаҡ министр бер экзаменын 5-кә, икенсеһен 4-кә, өсөнсөһөн 3-кә биреп үҙ көсө менән күптәр баҙнат итмәгән “иң ябай” институтҡа уҡырға инеп китә...

Зөфәр Мортазин Ишембай районының Һайран ауылында тыуып үҫә. Әсәһе Фатима сығышы менән Көҙәндән – башланғыс кластар уҡытыусыһы, атаһы Йәдкәр - фронтовик. Йәдкәр Мортазин атаһы Ғәлим менән бергә мобилизациялана, ҡаты яраланыу сәбәпле тыуған яғына һуғыш бөтмәҫ элек ҡайта. Ә бына атаһы Ғәлим утлы фронт юлын Еңеү көнөнә тиклем үтә, тик яҡындары янына әйләнеп ҡайта алмай. Еңеү шатлығын томалап Ғәлим Мортазиндың тап 1945 йылдың 9 майында һәләк булыуы тураһында ҡара хаты килә. Йәдкәр әҙ һүҙле уҙамандарҙан - бер ваҡытта ла үҙенең фронт юлы, һыҙланыуҙар килтергән ауыр яраһы тураһында һөйләмәй, бары тик 9 май еткән һайын Еңеү көнөндә һәләк булған атаһын ғына йәлләп иҫкә ала.

Буласаҡ хирург Зөфәр Мортазин тәүге тапҡыр скалпелде лә атаһының ҡулында күрә. Йәдкәр ваҡыты–ваҡыты менән өй өрлөгөнә ҡыҫтырылған скалпелен алып уңалмаған һуғыш яраларын үҙе эшкәртә – малай шуны күреп, күҙәтеп үҫә.

"Атайым әҙ һүҙле булды. Бер ҡулы бөгөлмәй ине, шул килеш һыр бирмәй донъя көттө. Атын да екте, бесәнен дә сапты. Хужалыҡ буйынса бик күп мәшәҡәт, әлбиттә, беҙгә – әсәйемә һәм балаларға төшә ине. Бәләкәй генә көйө утын әҙерләнек, бесән саптыҡ, малға бесән етмәһә иртә яҙҙан ҡайырға ла йөрөнөк", тип хәтерләй Зөфәр Йәдкәр улы. Ғаиләлә улар дүрт бала үҫә. Апаһы һәм ҡустыһы вафат, Зәкиә һеңлеһе Ейәнсура районында йәшәй.

Алтмышынсы йылдарҙа шәхси хужалыҡтарға мал аҙығын әҙерләү колхоз эше бөткәс, көҙ етеп килгәндә генә рөхсәт ителә ул саҡта. Ололар әйтмешләй, ағас төбөн соҡоп бесән әҙерләргә тура килә. Улай ғына ҡыш сыҡҡансыға етерлек мал ризығы етештереү мөмкин түгел шул. Ошоға бәйле йәнә бер ваҡиға Зөфәр Мортазиндың бала күңелендә ныҡлы уйылып ҡалған. Ҡышҡы эңерҙә атаһы уны колхоз эҫкертенән әҙ-мәҙ һалам алып ҡайтырға тип ебәрә. Кеше күҙенә салынмаҫ өсөн юлһыҙ яҡтан бара, ҡайтҡан саҡта сана юлынан егелгән ат килеүен шәйләп, үҙенең малҡайын мәмерйә соҡоро яғына тарта. Үҙ намыҫы тураһында ғына түгел, ата-әсәһе абруйы хаҡында ла уйлай уҡыусы бала. Зөфәр тын да сығармай теге йөктөң үтеп киткәнен көтөп ҡарға ауа. Кем икәнен танымай. Моғайын, ул да ҡышҡы ҡара кистә ана шулай мал аҙығы хәстәрләп йөрөгән олораҡ ауылдаштарының береһе булғандыр. «Ҡарурманда ҡара йылан, башын һалған түмәргә. Бәхеткәйең булмағас ни - ҡала инде үлергә...» тип йырлап үтеп китә төнгө юлсы, ошо йыр хәтеремдә уйылып ҡалды ла, йыш ҡына һүҙҙәре лә, моңо ла ҡолағымда сыңлап китә, - ти әңгәмәсем. - Атай-әсәйем хөрмәтле лә, егәрле лә кешеләр ине, ҡурала мал булғас ас йәшәмәнек. Ә шулай ҙа тормош ул заманда һәр кем өсөн дә ауыр ине шул».

Ҙур ҡалала белем алыу ҙа еңелдән булмай егеткә. Уҡыу ауыр бирелмәй, ә бына етешһеҙлек йөҙәтә. Хеҙмәткә өйрәнеп үҫкән Зөфәр беренсе курстан юл төҙөүселәргә ярҙамсы булып эшкә төшә. Сибек кенә булыуына ҡарамаҫтан, яңыһын түшәүгә әҙерләп, иҫке асфальт емереү менән аҡса эшләй ул. Икенсе курстан психик сирлеләр дауаханаһына санитар, ә инде дүртенсе курстан һуң ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәтенә фельдшер, травмпунктҡа хирург булып урынлаша һәм үҙ һөнәрендә тәүге сирҡанысты тап шул йылдарҙа үтә. Мәктәптә тик башҡортса ғына уҡыуына, буш ваҡытында эшләп йөрөүенә ҡарамаҫтан, ул институтта иң алдынғылар рәтендә була – уҡыуын ҡыҙыл диплом менән тамамлай. Тағы ла студент саҡта үҙенең ғүмерлек тормош юлдашы Флүзәһен осрата.

"Ҡулда - юғары белемле табип дипломы. Ә алда - яңы тормош. Профессор малайы булмағас, беҙгә хеҙмәт урыны булараҡ иң төпкөл төбәк һайланды. Әле лә хәтеремдә, тәүге эш урыным комиссия тарафынан Башҡортостан картаһына ҡарап, табиптарға булған ҡытлыҡҡа ярашлы билдәләнде", ти Зөфәр Йәдкәр улы. Яҡшы уҡының, тап һинең кеүек йәш белгестәр төпкөлдәге медицинаны күтәрергә тейеш, тип дәртләндереп йәш хирургка интернатураны Белоретта үтәһең тигән ҡарар сығарыла. Ә педиатрияны тамамлаған Флүзәһенә йүнәлтмә Алыҫ Себергә Ялуторвск ҡалаһына бирелә.

Инйәрҙәр Мортазинды үҙ итте

"Әле лә иҫемдә, ҡулдарҙа йүнәлтмә, Флүзә менән икәүләп институт коридорының тәҙрә төбөндә ултырабыҙ. Төп һорау - ни эшләргә?" Яратҡанын ситкә ебәрергә теләмәгән йәш егет ҡыйыу ғына үҙ ҡарарын белдерә – тимәк, өйләнергә. Шулай итеп, ике йәрҙең бер-береһенә булған һөйөүе, ихтирамы һәм тик бергә булыу теләге бер нидәй ауырлыҡтарға ҡарамай ғаилә ҡорорға тигән ҡарарға килтерә. Артабан ике йәш табип берәр сумаҙан мөлкәт менән Белоретҡа эшкә китә. Ошонда Зөфәр хирург булараҡ тәүге үҙаллы операцияһын үткәрер, Флүзә балалар табибы булараҡ беренсе һынау үтер, үҙҙәре лә атай-әсәй булып өлгөрөр.

Интернатуранан һуң Һаулыҡ һаҡлау министрлығы күрһәтмәһе менән йәш ғаилә артабан Инйәр дауаханаһына ебәрелә. Ысын мәғәнәһендә оло тормош һәм һөнәри оҫталыҡ мәктәбен шунда үтә Зөфәр Мортазин. Терапевт та, бөтә төр әмәлиәттәрҙе эшләгән берҙән-бер хирург та, кәрәк булһа, теш һурыусы, хатта суд-медэкспертиза белгесе лә булырға тура килә Инйәрҙә. Иң мөһиме - ошо йылдар уға табип булараҡ үҙ миссияһын аңларға ярҙам итә. "Һәр саҡ ауылыбыҙҙағы фронтовик-фельдшер, һуғыштан ағас аяҡ менән ҡайтҡан Әшәрәпов ағайҙы иҫкә ала инем. Һайрандар уны хөрмәтләп духтыр тип йөрөттө. Табип тип ауыҙ тултырып әйтерлек белеме булмаһа ла, уның төп сифаты тәүге ярҙамды күрһәтергә ашығыуында һәм кешеләргә булған ихлас мөнәсәбәтендә ине. Ауылыбыҙ халҡы уны ныҡ ихтирам итте, исемен белмәүҙәре лә ихтимал, «Әшәрәпов ағай» тигән бик йылы һүҙбәйләнештә оло хөрмәт билдәһе сағыла ине", ти ул. Инйәрҙәр ҙә Мортазинды тап шулай үҙ итә, ҡулы шифалы тип айырыуса өлкәндәр маҡтай, күптәре, мине Мортазин ҡабул итһен, тип талап ҡуя. Өс йыл эшләгәндән һуң, ата-әсәйем өлкән, ҡалаға күскән инвалид атайға ярҙам кәрәк, тип Зөфәр Мортазин Ишембайға ҡайтарыуҙарын һорап Һаулыҡ һаҡлау министрлығына мөрәжәғәт итә. Әммә ул Ишембай район дауаханаһында баш табип урынбаҫары вазифаһында өс ай ҙа түҙмәй. Коллективтың бер-береһенә, унан да бигерәк пациенттарға булған мөнәсәбәтен оҡшатмай, Инйәр халҡын, Белореттың тәбиғәтен һағынып яңынан элекке эш урынына ҡайтырға ҡарар итә.

Һәр саҡ белемгә ынтыла

Тора-бара белеменең етмәүен, һөнәрендә камиллашырға теләүен аңлай Зөфәр. Йәш белгес 1979 йылда ординатураға юллама ала, ғаиләһе менән Өфөгә күсеп медицина институтында уҡыуын дауам итә. Остазы данлы хирург Наил Ғатауллин үҙе була.

Уҡыу менән бергә ғаиләне лә ҡарарға кәрәк – Зөфәр медицина институты дауаханаһына хирург булып эшкә инә. Баш ҡала дауаханаһы ауылдыҡынан бында ла айырыла. Нимәһе менән? Ауыл табибы сирлене үҙе ҡабул итә, диагноз ҡуя, кәрәкһә, операцияһын эшләй, ана шул әмәлиәттән һуң терелеп киткәнсе тулыһынса үҙе күҙәтә. Ә ҡалала берәү диагноз ҡуя, икенсеһе операция өҫтәлендә ҡабул итә, өсөнсөһө шунан һуң дауалай, ә ныҡлы аяҡҡа баҫҡансы сирле тағы поликлиника табибына барып эләгә. Мортазинға шуға күнегеү ауырға тура килә. Тағы ла ул йылдарҙа баш ҡалала медицина ярҙамын күрһәтеү системаһы ныҡ аҡһай. Мәҫәлән, ял көндәре йә байрамдарҙа ашығыс ярҙам күрһәтеү өсөн тотош Өфөгә бер генә дауахана билдәләнә. Шундай смена тура килгәндә сменаһына бер-бер артлы тиҫтәләгән операция эшләргә тура килә. Бер мәл төн сыҡҡансы һуҡыр эсәккә генә 36 әмәлиәт эшләнә. Шунда яратҡан эшенең ғәйәт ауыр икәнен аңлай, ә тәжрибә туплау йәһәтенән ҙур оҫталыҡ мәктәбен үтә.

Ординатура тамамлағас, Зөфәр йәнә Һаулыҡ һаҡлау министрлығына юллана – берәй район йә ҡалаға йүнәлтмә һорау маҡсатында. Нисек уҡыуын, ҡайҙарҙа эшләүен һорашҡас, уға көтөлмәгән тәҡдим яһала – өлкән инспектор булып министрлыҡҡа урынлашырға. Йәш белгес ике шарт ҡуя, береһе - хирург булараҡ эшләргә рөхсәт итеүҙәрен, йәнә, йәш белгес булараҡ, торлаҡ мәсьәләһендә ярҙамлашыуҙарын. Ике талап та ыңғай хуплана. Йәш чиновник төндәрен һәм ял көндәрендә дауаханала дежур итеп үткәрә, көндөҙ министрлыҡта эшләй. Бер йыл тигәндә өр-яңы йорттан ике бүлмәле фатир ала, Мортазиндар ҡыҙҙарына иптәшкә ҡусты ла алып ҡайта - шулай йылдар алға саба.

1987 йылда Зөфәр Мортазин Үҙәк комитет ултырышында Миҙхәт Шакировтың үҙенән фатиха алып һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары итеп ҡуйыла. Ә иң ҡатмарлы осорҙа – 1994 йылда министр итеп тәғәйенләнә. Ул министр булған осорҙа республика дауаханаларына тәүге УЗИ, заманса эндоскопия аппараттары ҡайтарыла. Тап шул йылдарҙа Башҡортостанда беренсегә бөйөрҙө күсереү буйынса операция үткәрелә. Зөфәр Мортазин кандидатлыҡ диссертацияһын да шул йылдарҙа яҡлай. СССР һәм Рәсәйҙәге иң эре тимер юл фажиғәһе - Оло Теләк шартлауынан һуң ул, һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары булараҡ, урындағы оператив штаб эшен ойоштора. Ике аҙна көндө төнгә ялғап эшләргә тура килә уға. Һәләк булғандар исемлеген төҙөү, уларҙың туғандары менән бәйләнеш булдырыу, төрлө кимәлдәге зыян күргән пациенттарға урында тәүге ярҙам күрһәтеү, уларҙы Өфөнөң, илдең башҡа дауаханаларына оҙатыу эшен координациялай. Шуға ла фәнни эше ғәҙәттән тыш шарттарҙа медицина ярҙамын күрһәтеү темаһына арнала. Һөҙөмтәлә илдә беренсе булып тап Башҡортостанда катастрофалар медицинаһы үҙәге барлыҡҡа килә. Зөфәр Мортазин министр булараҡ йәнә һаулыҡ һаҡлау тармағында милли кадрҙарҙы үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлә.

Ябайлығын юғалтмай

1999 йылда Зөфәр Йәдкәр улына вазифаһын ҡалдырырға тура килә. Эшенә ҡарата бер генә дәғүә булмаһа да, сәбәбе табыла. Әммә уның һөнәри һәм кешелек сифаттары тапланмай. Башҡортостан Президенты үҙе шылтырата һәм республиканың төп дауаханаһына баш табип итеп тәғәйенләйәсәген белдерә. Артта табип булараҡ та, етәксе вазифаһында ла ҙур тәжрибә. Шуға
Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында ла ең һыҙғанып эшләй Зөфәр Йәдкәр улы. Бер нисә ҡатлы төкәтмә ише корпус проекты менән килешмәй, тейешле тупһаларҙы тапап үҙ ҡарашын дәлилләй һәм әлеге күп ҡатлы хирургия корпусын ул төҙөтә. Бөгөн эшләп килгән диагностика үҙәге лә республика клиник дауаханаһында Мортазин баш табип булған ваҡытта барлыҡҡа килә. Унда өр-яңы ҡорамалдар ҡайтарыла, тәүге МРТ аппараты урынлаштырыла. Дауахананың бала табыу йортон яңыртыу хыялы менән янғанда ҙур ҡаршылыҡҡа осрай. Ҡала уртаһындағы буш биләмәгә күп ҡатлы йорт төҙөүселәр күҙ һалған була. Мортазин ул саҡта аныҡ ярҙам һорап Башҡортостан Президенты Хакимиәте Етәксеһе – ауылдашы Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт итә. Республика дауаханаһы ҡаласығын һаҡлап ҡалырға кәрәклеген, уның биләмәһен бер кемгә лә бирергә ярамағанын аңлата һәм йәш етәксе тарафынан яҡлау таба. Радий Фәрит улының ярҙамы менән Өфөнөң үҙәгендәге биләмәләр республика клиник дауаханаһы өсөн ҡалдырыла, ти ул. Мортазин республика дауаханаһынан киткәндә яңы бала табыу йорто проектын әҙерләп ҡалдыра. Йәнә киләсәктә яңы поликлиника төҙөү пландарын билдәләй.

2007 йылда тәжрибәле етәксе йәнә һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. Ә хаҡлы ялға сыҡҡас ун өс йыл Башҡорт дәүләт медицина университетында эшләй. “Һуңғы йылдарҙа беҙҙең университет ныҡ үҫте. Беҙ белем алғанда иң күбе 600 кеше уҡыһа, хәҙер бер курста ғына меңдән ашыу студент” ти ул аптырап та, ғорурланып та. Һуңғы ун йылда медицина университетының матди-техник базаһы ла нығына. Республика Башлығы ярҙамы менән яңы корпус, студенттар өсөн яңы ятаҡ барлыҡҡа килә.

"Хәҙер медицина алға киткән. Диагностика көслө. Әммә элекке табиптарҙан бөгөнгөләрҙең айырмаһы ҙур. Элекке быуында клиник фекерләү, интуиция көслө булды, сирле тупһа аша үтеп, табип янына килеп еткәнсе диагноз ҡуя белгән докторҙар күп ине. Заманса ҡорамалдар юҡ ваҡытты, диагностика көсһөҙ заманды көслө табиптар күтәрҙе", ти Зөфәр Мортазин. Шулай тигәндә ауыл фельдшеры Әшәрәпов ағайҙар хеҙмәтен дә, йөрәк өйәнәге менән тыуған сабыйҙарҙы ҡотҡарыр өсөн ябай һәм ҡырыҫ ысулдар менән бер нисә көнлөк бәпестәрҙең йөрәген 4, тән температураһын 30 градусҡа тиклем һыуытып, шуның менән уларҙың ҡан йөрөшөн туҡтатып, һанаулы ғына минуттар эсендә йөрәктәренә операция эшләгән, уларҙы үлемесле сирҙән һаҡлап ҡалған остазы Ғатауллин ише хирургтарҙы ла ҙурлай.

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, тиҫтә йылдар республиканың һаулыҡ һаҡлау тармағында яуаплы вазифалар биләгән Зөфәр Мортазинға 75 йәш тула. Үҙ көсө менән уҡырға инеп, хеҙмәт карьераһын да тап үҙ тырышлығы менән төҙөгән замандашыбыҙға олоғара колонналы күпме биналарҙа булырға, ҡатмарлы туҡһанынсы йылдарҙа медицина препараттарын юллап сит илдәрҙә йөрөргә, һаулыҡ һаҡлау тармағы беренсе сиратта ябай халыҡҡа ҡулай булырға тейешлеген дәлилләп илдең төбәк министрҙары исеменән Дәүләт Думаһында сығыш яһарға тура килә. Ҡаҙаныштары, бик күп юғары наградаларына ҡарамаҫтан, Зөфәр Йәдкәр улы бер ҡасан да үҙенең ябайлығын юғалтмай. Ярҙам һорап килгәндәрҙең береһен дә бороп сығармай.

Тыуған ергә рәхмәтле булһындар

Ата-әсәһе ҡалаға күсеү сәбәпле, йорт нигеҙе ҡалмаһа ла, һәр саҡ тыуған ауылы Һайранға тартыла, йылына бер-ике ҡайтып әйләнә. Әсәһе менән он тарттырырға йөрөгән Тирмән тауын, һыу инеп үҫкән Шиҙе йылғаһын күреп күңел танһығын ҡандыра, бала саҡ хәтирәләрен яңырта.

Бәхетле кеше тип һанай ул үҙен. Иң ауыр мәлдәрҙә лә терәк була белгән ҡатынынан уңа. Флүзә Ғәбделхай ҡыҙы ғүмер буйы поликлиникала ябай табип булып эшләй, яуаплы вазифалар биләгән тормош иптәшенең мәнфәғәттәрен үҙенекенән алда ҡуйып, күберәк ғаилә, балалар хәстәре менән йәшәй. Мортазиндарҙың оло ҡыҙҙары Динара табип һөнәрен һайлай. Бөгөн ул Республика клиник дауаханаһының диагностика бүлегендә эшләй. Улдары Асҡар Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлай. Иҡтисад фәндәре кандидаты, бөгөн Һаулыҡ һаҡлау министрлығы эргәһендәге Мәғлүмәт-аналитика үҙәге директоры урынбаҫары, республикала медицина тармағын һанлаштырыу буйынса яуаплы етәксе. Ә Зөфәр Йәдкәр улы хаҡлы ялда, бөгөнгө төп вазифаһы – олатай булыуҙа.

-Олатай, олатай, кисә хоккей ҡараныңмы? Салауат Юлаев еңде – күрҙеңме?

-Күрҙем улым, күрҙем.

-Олатай, олатай, ә мин һиңә тыуған көнөңә бүләк алып килдем.

-Шулаймы, ҡана әле ҡарайыҡ, нимә ул?

- Шахмат...

Иң кескәй ейәне Камил өсөн Зөфәр олатаһы - оло бер донъя. Шатлығын да беренсе уның менән уртаҡлаша, көн һайын килһә лә - һөйләп һүҙе бөтмәй. Ғаиләлә Камилды «бәләкәй Мортазин» тип йөрөтәләр, төҫкә лә хас минең бала сағым, тип йылмая Зөфәр Йәдкәр улы. Бәхетле олатайҙың ейән-ейәнсәрҙәре дүртәү – ҡалғандары мәктәп уҡыусылары.

– Ата-әсәһе нисек хәл итер, әммә үҙем ейәндәремде ситкә ебәреүгә ҡырҡа ҡаршымын. Республикала белем алып, тыуған еребеҙҙә эшләүҙәрен теләйем, - ти ул. – Әҙәм балаһы ҡайҙа тыуған – шунда кәрәкле, шул ергә рәхмәтле һәм тоғро булырға тейеш.

Зөфәр Мортазин үҙе тап шундай принцип менән ғүмер кисә – олатаһы яу яланында тап ошо ер өсөн башын һала, атаһы ла ул-ҡыҙҙарын үҙҙәре һаҡлаған тыуған иле өсөн кәрәкле кешеләр итеп үҫтерә...