Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһен командаһына бурыстар ҡуйыу һәм эштәре өсөн рәхмәт әйтеү менән тамамланы. Башҡортостан идара итеү командаһының ҙур сәнғәте: бер үк ваҡытта ике мәсьәләне хәл итеү – махсус хәрби операцияға һөҙөмтәле ярҙам итеү һәм республиканы үҫтереү. – Тарихыбыҙ тураһында бик теүәл фекер бар. Ата-бабаларыбыҙ бер батырлыҡ түгел, ә ике батырлыҡ ҡылған. Улар Бөйөк Ватан һуғышында еңеү яулай. Аҙаҡ тулыһынса емерелгән илде күтәрәләр һәм беҙгә заводтар, фабрикалар, йорттар, театрҙар, юғары уҡыу йорттары, мәҙәниәт һарайҙары тапшыралар. Ҡарағыҙ, Өфөләге күп кенә биналар: телеүҙәк, тарихи күпер, Спорт һарайы 1950, 60-сы йылдарҙа төҙөлгән. Һуғыштан һуң нисә йыл ғына үткәс Өфөнөң сәнәғәт юлдашы – Черниковск ҡалаһы күтәрелә. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа республикала яңы ҡалалар барлыҡҡа килә (Туймазы, Учалы, Мәләүез, Октябрьский, Нефтекама, Салауат). 300-ҙән ашыу яңы предприятие һәм производство, шул иҫәптән ҙур химия һәм нефть химияһы сафҡа индерелә. Бы