Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ҡәйнәм гелән "сихут, эшлекһеҙ" тип һуҡрана торғайны

Ҡәҙер төнө (хикәйә) Ҡояш моңһоу ғына байыу яғына юлланды. Хәлем самалы булһа ла, байып барған ҡояшҡа ҡарай-ҡарай бесән сабыуымды дауам итәм. Ҡәйнәнең өйөнә ҡайтҡым килмәүҙән түгел, үҙемә йән тыныслығы табып, уйҙарымдың йүгәнен иркенләп ысҡындырып ебәреү өсөн бесәнлектә оҙағыраҡ булырға тырышам.
Ике йылдан ашыу инде йәнде өшөткөс һуғыш бара. Комсомол туйы үткәреп, өс ай ғына йәшәүебеҙгә, һөйөп-һөйөлөр, балалар үҫтереп ҡыуанаһы урынға, һуғыш сығып, ғәзиземде фронтҡа алдылар. Мин, ун ете йәшлек кенә йәш килен, яу яланына иремде оҙатып, “һалдатка” булып ҡалдым. Иремдән хаттар ҙа туҡтаны, башҡа ғаиләләрҙә лә ут йотҡандар етәрлек, “ҡара ҡағыҙ”ҙар йыш килә, иремдең ағаһы тураһында ла “хәбәрһеҙ юғалған” тигән ҡайғылы хәбәрҙе ҡыш уҡ алдыҡ.
Ҡәйнәм, ныҡ торорға тырышып, илағанын белгертмәһә лә, көйөүе күҙгә күренеп тора. Артелдә көндөҙ аш-һыу бешерә, кис теген машинаһында ауыл ҡатындарың балаларына иҫке-моҫҡонан кейем рәтләп, йүнәтергә керешә, шунан ҡара таңдан төнгә ҡәҙәр урман эшендә, бесән н
Оглавление
    Ҡәйнәм гелән "сихут, эшлекһеҙ" тип һуҡрана торғайны
Ҡәйнәм гелән "сихут, эшлекһеҙ" тип һуҡрана торғайны

Ҡәйнәм гелән "сихут, эшлекһеҙ" тип һуҡрана торғайны

Мин, ун ете йәшлек кенә йәш килен, яу яланына иремде оҙатып, “һалдатка” булып ҡалдым.

Ҡәҙер төнө

(хикәйә)

Ҡояш моңһоу ғына байыу яғына юлланды. Хәлем самалы булһа ла, байып барған ҡояшҡа ҡарай-ҡарай бесән сабыуымды дауам итәм. Ҡәйнәнең өйөнә ҡайтҡым килмәүҙән түгел, үҙемә йән тыныслығы табып, уйҙарымдың йүгәнен иркенләп ысҡындырып ебәреү өсөн бесәнлектә оҙағыраҡ булырға тырышам.
Ике йылдан ашыу инде йәнде өшөткөс һуғыш бара. Комсомол туйы үткәреп, өс ай ғына йәшәүебеҙгә, һөйөп-һөйөлөр, балалар үҫтереп ҡыуанаһы урынға, һуғыш сығып, ғәзиземде фронтҡа алдылар. Мин, ун ете йәшлек кенә йәш килен, яу яланына иремде оҙатып, “һалдатка” булып ҡалдым.

Иремдән хаттар ҙа туҡтаны, башҡа ғаиләләрҙә лә ут йотҡандар етәрлек, “ҡара ҡағыҙ”ҙар йыш килә, иремдең ағаһы тураһында ла “хәбәрһеҙ юғалған” тигән ҡайғылы хәбәрҙе ҡыш уҡ алдыҡ.
Ҡәйнәм, ныҡ торорға тырышып, илағанын белгертмәһә лә, көйөүе күҙгә күренеп тора. Артелдә көндөҙ аш-һыу бешерә, кис теген машинаһында ауыл ҡатындарың балаларына иҫке-моҫҡонан кейем рәтләп, йүнәтергә керешә, шунан ҡара таңдан төнгә ҡәҙәр урман эшендә, бесән нормаһын үтәргә йөрөй. Үҙ-ара аралашырға ла һис ваҡыты ҡалмай.
Ауыл урамы төнгө тынлыҡҡа сума бара, хәлһеҙ кәүҙәмде һөйрәп, шул урам буйлап атлауым. Беҙҙә ут-фәлән күренмәй, керә һалып:
– Ҡәйнәм, һин ҡайҙа, Йәмилә апайҙың хәле нисек? – тинем дә ауыҙҙы баҫтым.
Төпкө яҡта һикелә һуҙылып ятҡан мәйетте күреп, шаҡ ҡаттым. Ҡайнағамдың ҡатыны, ике балаһы менән бергәләп йәшәй инек, улына – биш йәш, ҡыҙының икеһе тулды, ә килендәшем, үҙе ҡаты ауырыу сәбәпле, өй эшендә генә булыша ине... Етем үҫкән, бала сағында уҡ йүткереп ауырыған, ҡәйнәм гелән "сихут, эшлекһеҙ" тип һуҡрана торғайны. Килендәшемдең хәлемдән килгәнсә, балаларын ҡарашырға ярҙам итәм, татыулыҡҡа ни етә. Әсәйем яғынан бер заттанбыҙ, икеһе лә күрше ауылдан, ауылдаштар ҙа.
Ҡәйнәм, хәлһеҙ генә ҡыбырлап:
– Баш ҡатҡан... – тине. – Ни хәл итеп ер ҡуйынына һалырға? Бар үҫмер ир-заты, урманда ҡуна-ятып, артель өсөн бесән әҙерләй. Килен, кәңәшкә ҡоҙағыйға барып килһәңсе? Минең баш әйләнә, ураҙала бит...
– Бәй, теге көн саҡ йығылманың тегенеп ултырғаныңда, ауыл фельдшеры Зина апай рөхсәт итмәне лә һуң һиңә ураҙа тоторға?

Яуап булманы.

“Үҙ һүҙле – күкәй күҙле” инде, етмәһә, уҫал. Ауылда уға "ата Хәйерниса" тип ҡушамат та таҡҡандар. Мин күрмәгән ҡайным Граждандар һуғышында уҡ үлеп ҡалған, кинйә улы, йәғни ғәзизем өс йәштән атайһыҙ үҫкән.
Йән биргәнгә йүн бирә, тигәндәй, алай ҙа килендәштең ҡустыһы ике иптәше менән аҙыҡ-түлек алырға ҡайтты, норма менән бирәләр артелдә, план үтәгәндәргә ике норма ҡаралған, йөҙҙәрендә шатлыҡ балҡый, ә миндә ҡайғылы хәбәр.
Әлдә сабыр, аҡыллы әсәйем бар, шуға бәхетлемен. Барлы-юҡлы аҙығын, икмәген ашъяулыҡҡа урап биреп ҡайтарҙы. “Анауы ике баланың туйғансы икмәк ашағандары ла юҡ, тиҙерәк ҡайтып туҡландырайым, ҡәйнәм белмәйерәк торор...” – тип ашығып атлайым.

Ғөрөф-ғәҙәттәрҙе үтәп, килендәшемде һуңғы юлға оҙаттыҡ, тик балалар өсөн күңелем әрней, йөрәгем һыҙлай. Өйҙә ауыр тынлыҡ. Ағаһы илағас, бәләкәс тә уға ҡушылып, арып йоҡлап китте. Ҡәйнәм өндәшмәй ҙә, һөйләшмәй ҙә, йөҙө шундай асыулы. Уның ҡырҡыу мөнәсәбәте аптырата ла, үпкәләтә лә мине. Ултыра торғас, ҡаты тауыш менән өндәште:
– Һуғыш бөткәнсе балаларға әсәй булырһың. Атайҙары иҫән-һау ҡайтһа, Хоҙай Тәғәлә ҡушып, үҙе хәл итер аръяғын. Әйттем – бөттө.
“Нисек улай? Ә минең ирем бар ҙа, ул ҡайтыр, ҡайтыр, Аллаһ бойорһа”. Шулай ҙа өндәшмәүҙе хуп күрҙем, оло кешенең нервылары ла ҡаҡшайҙыр, ике улынан тыш, иң оло мәрхүм улының малайы Закир, йәғни ейәне фронтҡа үҙе теләп китте, 18 йәше лә тулмаған, тинеләр.
....Әсәләренең үҙҙәрен ҡалдырып киткәнен ике йәшлек Фәғилә аңламаны, әлбиттә. Башта Абдулла ғына әсәһен һағынып телдән төшөрмәй һөйләне, көттө, шунан һирәгерәк иҫкә ала башланы. Бала күңеле – далала, тиһәләр ҙә, бәләкәстәр күңеле һәр саҡ әсәлә шул... Эштән ҡайтып инһәм, тормош йәнләнә: Фәғилә йүгереп килеп ҡосаҡлай, Абдулла ла яраттыра башланы, тик көлөп, шаярып бармай. Ҡәйнәм юҡты бар итеп нимәлер бешергән була, асыҡһалар ҙа, бергә булғас, тамаҡ туйҙырырлыҡ тәғәм табыла. Бына шулай, ике балаға әсәй булып, эш-өй араһы тип өҙгөләнәм...
Рамаҙан айының аҙағында Ҡәҙер төнө тигәндәре булыуына ышанмаһам да, Аллаһ Тәғәлә миңә уны күрергә насип әйләне.

...Төн уртаһында уянып китһәм, бөтә өй эсендә яҡтылыҡ, нур һибелгәндәй яп-яҡты. Уйыма бер теләк үҙенән-үҙе килде : “Исламым иҫән генә йөрөп, һау-имен ҡайтһын”, – тип әйтеп өлгөрөүем булды, донъяны дөм-ҡараңғылыҡ баҫты. Күпмелер аңһыҙ яттым. Таң һарыһынан әсәйемдәргә йүгерҙем. Күргәнемде һөйләгәс, ул, һиңә күк ҡабағы асылған – ҡыуанысҡа булһын, тип бағышлап хәйер бирергә ҡушты.
Көндәр яйлап үтә, оҙон, һалҡын ҡышы ла етте. Ниһайәт, иремдән түҙемһеҙләнеп көткән хат-сәләм килде. Ауыр яраланып госпиталдә ятыуын, хат яҙырға кеше булмауын әйткән. Үҙем арыулана башлау менән хәлемде белгертәм, ошо адресҡа хат яҙығыҙ, тигән. Иҫән булыуына күңелем ышана ине, һауыҡһын ғына һөйгәнем. Иң изге теләктәремде теләйем. Шатлығы эргәһендә ҡайғыһы ла бергә йөрөй тигәндәре дөрөҫ: икенсе юлы ҡайнағаның “батырҙарса һәләк булды” тигән “ҡара ҡағыҙы” килде. Ҡәйнәм, мал һарайына инеп, оҙаҡ ултырҙы, ләкин уның күҙ йәшен балалар күрмәне. Әлегә был хәбәр тураһында әйтмәйәсәк уларға, “беҙҙең атай ҡайта” тип өмөтләнеп йәшәһендәр.
Донъя мәшәҡәттәре менән һалҡын ҡыш та үтеп китте. Һирәкләп кенә госпиталдән хат килеп тора. Ҡаты яраланған булған ирем. “Хоҙай араланы мине. Күп операция эшләнеләр, тағы ла күҙҙәремә яһау өсөн ныҡлы шәбәйергә кәрәк”, – тигән.
Ҡәйнәм тағы ла бөтөрөнөп китте, ейәне Закирҙың да ҡайғылы хәбәре килде, 1945 йылдың февралендә хәбәрһеҙ юғалған.

...Бөтә халыҡ зарығып көткән Еңеү килде. Һалдаттар берәмләп ҡайта башланы, ләкин беҙҙең генә ҡапҡаны асыусы юҡ. Хәҙер һигеҙенсе йәше менән барған Абдуллабыҙ – һалдат! Ҡәйнәм, иремдең әрменән ҡалған гимнастеркаһын эҙләп алып, уға ыҡсым ғына килешле салбар тегеп кейҙерҙе, ейәне ат менгәндәй ҡыуанды. Оҫта ҡуллы булғас ни, иҫке-моҫҡонан балаларға кейем әтмәләп, һатыуҙа тауарҙың остоғо ла юҡ.

...Саҡ йоҡоға ғына киткәйнем, һаҡ ҡына тәҙрәгә сирткән тауыш ишетелде. Ҡорғанды аса биреп, урамға күҙ һалдым да, ике һынды күреп:
– Ислам! – тип тышҡа уҡталдым. Ҡәйнәм дә һикереп торҙо, йәһәтләп һуҡыр шәменә ут алды. Тауышҡа, ығы-зығыға Фәғилә менән Абдулла ла күҙҙәрен тырнап асты, миңә ныҡлап эҫенеп бөткәстәр ни, икеһе ике яғымдан килеп ҡосаҡлап алды ла һалдат ағаларына өмөт тулы моңһоу ҡараштарын төбәне. Ҡаҡ һөйәккә ҡалған, күҙҙәре бинт менән бәйләнгән ғәзиземде оҙатып килгән шәфҡәт туташы миңә изге фәрештә булып тойолдо.
Йыл да Рамаҙанды, миңә бәхет килтергән изге айҙы, түҙемһеҙләнеп көтөп алам. Бына быйыл да, ата-әсәһенең рухтарына бағышлап Ҡөрьән ашы уҙғарырға тип, һәр йылдағыса, Фәғилә, Абдулла
ғаиләләре менән ҡайтып төштө. Уларҙың ейән-ейәнсәрҙәренең күңелле тауыштарынан йорт-ихатабыҙ гөрләп тора. Ә минең өсөн Ҡәҙер төнө мәңге ҡәҙерле төн булып ҡаласаҡ.

Хәлиҙә БӘКИРОВА.

Рәмилә Мусина фотоһы.