Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Алдынғы предприятиеларға - Шайморатов ордены

Үҙенең йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә, махсус хәрби операция темаһын дауам итеп, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың тәүге көндәрҙән илебеҙҙең яңы төбәктәренә ярҙам итеүе тураһында һөйләне. – Беҙҙең көсөбөҙ менән Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Луч ҡалаһында өс йыл эсендә 238 торлаҡ, социаль һәм инфраструктура объекты тергеҙелде (4,9 миллиард һумға). Быйыл тағы 157 объектты тергеҙәсәкбеҙ. Был эште мотлаҡ дауам итәбеҙ. Ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам итергә кәрәк! Ә туғандаш Донбасс еренә күптән көтөлгән тыныслыҡ килгәс, иҡтисади һәм гуманитар хеҙмәттәшлегебеҙҙе әүҙем киңәйтәсәкбеҙ, – тине Радий Фәрит улы. – Беҙҙә һәр ваҡыт үҙ-ара ярҙам итешеү традициялары көслө булды. Мәҫәлән, ер тетрәүҙән емерелгән Ташкентты бөтә ил, шул иҫәптән Башҡортостан төҙөүселәре емереклектәрҙән тергеҙә. Әрмәнстанда ла шул уҡ хәл була. Билдәле булыуынса, ”сит бәлә булмай". Һәм беҙ, иманыбыҙға йәки милләтебеҙгә ҡарамай, тап шундай рухта тәрбиәләнгәнбеҙ — беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе бәләгә ҡалдырмайбыҙ. Радий
Оглавление
    Алдынғы предприятиеларға - Шайморатов ордены
Алдынғы предприятиеларға - Шайморатов ордены

Алдынғы предприятиеларға - Шайморатов ордены

Радий Хәбиров республиканың тәүге көндәрҙән илебеҙҙең яңы төбәктәренә ярҙам итеүе тураһында һөйләне.

Үҙенең йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә, махсус хәрби операция темаһын дауам итеп, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың тәүге көндәрҙән илебеҙҙең яңы төбәктәренә ярҙам итеүе тураһында һөйләне.

– Беҙҙең көсөбөҙ менән Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Луч ҡалаһында өс йыл эсендә 238 торлаҡ, социаль һәм инфраструктура объекты тергеҙелде (4,9 миллиард һумға). Быйыл тағы 157 объектты тергеҙәсәкбеҙ. Был эште мотлаҡ дауам итәбеҙ. Ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам итергә кәрәк! Ә туғандаш Донбасс еренә күптән көтөлгән тыныслыҡ килгәс, иҡтисади һәм гуманитар хеҙмәттәшлегебеҙҙе әүҙем киңәйтәсәкбеҙ, – тине Радий Фәрит улы. – Беҙҙә һәр ваҡыт үҙ-ара ярҙам итешеү традициялары көслө булды. Мәҫәлән, ер тетрәүҙән емерелгән Ташкентты бөтә ил, шул иҫәптән Башҡортостан төҙөүселәре емереклектәрҙән тергеҙә. Әрмәнстанда ла шул уҡ хәл була. Билдәле булыуынса, ”сит бәлә булмай". Һәм беҙ, иманыбыҙға йәки милләтебеҙгә ҡарамай, тап шундай рухта тәрбиәләнгәнбеҙ — беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе бәләгә ҡалдырмайбыҙ.

Радий Фәрит улы әйтеүенсә, Башҡортостан тәүгеләрҙән булып Курск халҡына ярҙамға килде.

– Беҙ тонналап гуманитар ярҙам ебәрҙек – аҙыҡ-түлек, кейем-һалым, дарыуҙар һәм башҡалар. Беҙҙең лагерҙар өйҙәрен ташлап китергә мәжбүр булған Курск балаларын ҡабул итте. Беҙ Белгородтан да балаларҙы ҡабул иттек, ярҙам ебәрҙек. Йәйгеһен беҙҙә Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларынан 5 меңдән ашыу бала ял итте, — тип билдәләне Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, махсус хәрби операция бурыстарын уңышлы хәл итеү өсөн оборона-сәнәғәт комплексын нығытыу мөһим йүнәлеш булып тора. Уның һүҙҙәренсә, бөгөн республика биләмәһендә ошондай предприятиелар уңышлы эшләй, улар дәүләт оборона заказын үтәүҙе теүәл тәьмин итә – Еңеү өсөн барыһын да эшләйҙәр.

"Республика Хөкүмәтенә предприятиеларҙың иң яҡшы хеҙмәт коллективтарына Генерал Шайморатов орденын биреү буйынса тәҡдимдәр индерергә, ә Башлыҡ хакимиәтенә дәүләт наградалары тураһында положениеға үҙгәрештәр индерергә ҡушам. Төп бурыстарҙың береһе — был предприятиеларҙы кадрҙар менән тәьмин итеү. Беҙ уны „Ростех“ предприятиелары, атап әйткәндә, Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе менән уңышлы хәл итәбеҙ, колледждарға тейешле һөнәрҙәргә ҡабул итеүҙе арттырабыҙ. Был эште дауам итергә һәм тулы ярҙам күрһәтергә кәрәк, — тине төбәк етәксеһе.

Ул шулай уҡ республика биләмәһендә урынлашҡан һәм оборона заказын үтәүгә эшләгән, шул иҫәптән эре федераль структуралар составына ингән предприятиеларҙың иғтибар үҙәгендә булырға тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

– Дөйөм алғанда, махсус хәрби операция бурыстарын уңышлы хәл итеү өсөн нигеҙ булып иҡтисадыбыҙҙы нығытыу тора, ул „бөтә нәмә фронт өсөн, бөтә нәмә еңеү өсөн“ булырға тейеш. Инвестицияларҙы әүҙемерәк йәлеп итергә, предприятиеларҙы модернизациялау менән шөғөлләнергә, сәнәғәт кластерҙарын, индустриаль һәм технопарктарҙы, өҫтөнлөклө зоналарҙы үҫтерергә кәрәк. „Ростех“, „Башнефть“, АФК „Система“, ИнтерРАО, „Газпром“, УГМК менән берлектәге эш төркөмдәренең эшен көсәйтергә, — тине Радий Хәбиров.

Фото: "Башинформ".