Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Яугирҙәрҙең балалары – һәр саҡ иғтибар үҙәгендә

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамә иғлан иткәндә һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләренә күрһәтеләсәк ярҙам тураһында һөйләне. "Һәләк булғандарҙың барыһының да туғандары һәм яҡындары бар. Ата-әсәләр, ҡатындар, балалар – улар беҙҙең өсөн туған кешеләр. Мин һәр ваҡыт, һәләк булған яугирҙәрҙең балалары – беҙҙең балалар, тип әйттем. Һәм беҙ бөтә республика менән уларҙы күтәрергә, лайыҡлы кешеләр булырға ярҙам итергә тейешбеҙ, – тине ул. – Был мәсьәлә – Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында илдә фронтта аталарын юғалтҡан йөҙҙәрсә мең бала тураһында хәстәрлек күреү кеүек. Бөгөн был залда ил аяҡҡа баҫтырған һәм лайыҡлы хеҙмәт юлын үткән һуғыш балалары ҡатнаша. Беҙ геройҙарыбыҙҙың балалары тураһында ла шундай уҡ хәстәрлек күрергә тейешбеҙ. Был үлгән атайҙар тураһында иң яҡшы хәтер буласаҡ. Был мәсьәләлә иң мөһиме — бәғерһеҙлек һәм йәнһеҙлеккә юл ҡуймаҫҡа. Беҙ бындай осраҡтарҙы ишетһәк, шунда уҡ юҡҡа сығарасаҡбыҙ. Һәләк булған геройҙарҙың ғаиләләрен һаҡлаяс
Оглавление
    Яугирҙәрҙең балалары – һәр саҡ иғтибар үҙәгендә
Яугирҙәрҙең балалары – һәр саҡ иғтибар үҙәгендә

Яугирҙәрҙең балалары – һәр саҡ иғтибар үҙәгендә

Башҡортостан Башлығы ауыр темаға – МХО-ла хәбәрһеҙ юғалған яугирҙәргә ҡағылды.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамә иғлан иткәндә һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләренә күрһәтеләсәк ярҙам тураһында һөйләне.

"Һәләк булғандарҙың барыһының да туғандары һәм яҡындары бар. Ата-әсәләр, ҡатындар, балалар – улар беҙҙең өсөн туған кешеләр. Мин һәр ваҡыт, һәләк булған яугирҙәрҙең балалары – беҙҙең балалар, тип әйттем. Һәм беҙ бөтә республика менән уларҙы күтәрергә, лайыҡлы кешеләр булырға ярҙам итергә тейешбеҙ, – тине ул. – Был мәсьәлә – Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында илдә фронтта аталарын юғалтҡан йөҙҙәрсә мең бала тураһында хәстәрлек күреү кеүек. Бөгөн был залда ил аяҡҡа баҫтырған һәм лайыҡлы хеҙмәт юлын үткән һуғыш балалары ҡатнаша. Беҙ геройҙарыбыҙҙың балалары тураһында ла шундай уҡ хәстәрлек күрергә тейешбеҙ. Был үлгән атайҙар тураһында иң яҡшы хәтер буласаҡ.

Был мәсьәләлә иң мөһиме — бәғерһеҙлек һәм йәнһеҙлеккә юл ҡуймаҫҡа. Беҙ бындай осраҡтарҙы ишетһәк, шунда уҡ юҡҡа сығарасаҡбыҙ. Һәләк булған геройҙарҙың ғаиләләрен һаҡлаясаҡбыҙ", – тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы тағы ла бер ауыр темаға – МХО-ла хәбәрһеҙ юғалған яугирҙәргә ҡағылды.

"Дәүләт Думаһы депутаты Ирина Панькинаға һәм Рәсәй Федерацияһының кеше хоҡуҡтары буйынса вәкиле Татьяна Москальковаға егеттәрҙе тыуған иленә ҡайтарыуҙа ярҙам иткәне өсөн рәхмәт белдерәм.

Беҙҙең дөйөм эштә Эльвира Мацкевич етәкселегендәге Ватан яугирҙәре ғаиләләре комитеты мөһим роль уйнай. Улар ҙа хәбәрһеҙ юғалған яугирҙәрҙе эҙләү буйынса бик ҡатмарлы эш алып бара, – тине ул. – Ирина Александровна Панькина етәкселегендә даими эшләгән эшсе төркөм булдырыу кәрәк тип иҫәпләйем. Руслан Хәбибовтан был эште федераль органдар – Хәрби комиссариат һәм комендатура, Хәрби прокурор, Өфө гарнизонының Хәрби тәфтиш бүлеге һәм башҡа структуралар менән берлектә ойоштороуҙарын һорайым. Республикала кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил Михаил Закомалдиндан туғандары хәбәрһеҙ юғалған хәрбиҙәрҙе эҙләү мәсьәләләре буйынса мөрәжәғәт итә алырлыҡ контакт офисы булдырыуҙы һорайым.

Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығының махсус хәрби операция ваҡытында республика кешеләренең хәрби һәм хеҙмәт батырлыҡтарын мәңгеләштереү буйынса саралар тураһында Указын әҙерләргә ҡушты. Тейешле комиссия ойоштороласаҡ, уға архив ойошмалары, ижади йәмәғәтселек, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре һәм хәрби хеҙмәткәрҙәр инәсәк.

– Махсус хәрби операция геройҙарына арналған мемориалдарҙы билдәләргә ваҡыт. Беҙ Өфөнөң Зорге майҙанында ошондай мемориал төҙөү тураһында ҡарар ҡабул иттек тә инде. Республика Хөкүмәтенән финанслау сығанаҡтарын билдәләүҙе һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға мемориалдар проектлау буйынса эште башлауҙы һорайым. Был бик мөһим эш. Тормош шундай итеп ҡоролған, барыһы ла бик тиҙ онотола. Бик аҙ ваҡыт үтер, һәм беҙҙең хәтерҙә, беҙҙең йәндәрҙә был һуғыш тураһында бик күп нәмә һаҡланмауы мөмкин. Хатта һуғыш әйберҙәре – гильзалар, мина һәм снаряд ярсыҡтары, шәхси әйберҙәр, атылған каскалар һәм бронежилеттар. Быларҙың барыһын да мотлаҡ архивтарҙа, китаптарҙа, фильмдарҙа, ә иң мөһиме, беҙҙең йөрәктәрҙә һаҡларға кәрәк. Беҙҙең һәм беҙҙең тоҡомдарыбыҙ өсөн. Бындай нәмәләрҙе онотһаҡ, милләт булыуҙан туҡтайбыҙ, – тине Радий Хәбиров.

Фото: Башинформ.