Замандашыбыҙ, билдәле блогер Рөстәм Нәбиев яңы яҙмаһында әсәһенә бәйле кисерештәре менән уртаҡлашты. "Әсәйем баҡыйлыҡҡа күскәндә миңә бер йәш тә дүрт ай булған. Иң ауыры – ул минең хәтеремдә ҡалмаған. Йөҙөн иҫләмәйем. Тауышын да. Ҡул йылыһын да. Шуны ғына беләм: ул мине тыуҙырған. Миңә ғүмер бүләк иткән. Оҙаҡ йылдар инде Аллаһ Тәғәләнән шуны һорайым: әсәйемде төшөмдә күрһәм ине. Бер секундҡа булһа ла. 32 йыл үтте. Әммә үтенесем һаман тормошҡа ашмай... Мин уның ҡәбере янына йыш барам. Һөйләшәм. Бер кемгә лә әйтмәгән уй-кисерештәрем, серҙәрем менән дә бүлешәм. Хатта ҡатыныма һөйләмәгәндәрҙе лә. Һәм күңелдә шундай йылы тойғо: ул аңлай, ул ҡабул итә, ул ғәйепләмәй... Минең әсәйем шәфҡәт туташы булған. Ижади кеше. Йырлаған. Миңә унан тап шул күскәндер – тәрәнерәк тойоу теләге, ғәҙеллек. Ғауға түгел, мәғәнә эҙләү..." Фото Р. Нәбиевтең сәхифәһенән. Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: max.ru/gazetabash...