! Бөгөн Иҫке Собханғол мәктәбендә "Йыл уҡытыусыһы-2026" Бөтә Рәсәй конкурсының муниципаль этабына йомғаҡ яһалды. Конкурстың йомғаҡтары буйынса Гран-прины "Баҙал" башланғыс мәктәп-балалар баҡсыһы уҡытыусыһы Наилә Йәғәфәрова яуланы һәм "Йыл уҡытыусыһы-2026" исеменә лайыҡ булды. Ул конкурстың республика этабында район намыҫын яҡлап сығыш яһаясаҡ. 1-се урынды Иҫке Монасип мәктәбенең башҡорт теле һәм рус теле фәндәре уҡытыусыһы Рәғиҙә Истәкова алды. Рәғиҙә Әхмәт ҡыҙы "Башҡорт теленән йыл уҡытыусыһы" республика конкурсында ҡатнашасаҡ. 2-се урын - Исламбай мәктәбенең рус теле уҡытыусыһы Айһылыу Хәйбуллинаға, 3-сө урын Яңы Собханғол мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Альбина Кинйәбаеваға бирелде. Гөлгөнә Яхина (Килдеғол) "Педагогик оҫталыҡ", Ғәлимә Сәлихова (Иҫке Собханғол) "Һөнәренә тоғро", Гүзәл Хафизова (Ғәҙелгәрәй) "Йөрәгемде балаларға бирәм", Алина Бикбулатова (Яңы Усман) "Мәғарифты үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн" номинацияларында билдәләнде. Беҙҙе уҡығыҙ: 🇷🇺 МАХ 📱ТГ 📱 ВК