Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” республика гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Ғәйфулла улы ИСХАҠОВ республика Башлығының йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе тураһында фекерҙәре менән уртаҡлашты. – Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Төбәк етәксеһенең быйылғы сығышының төп асылын махсус хәрби операция яугирҙәренә, уларҙың ғаиләләренә, балаларына ярҙам итеү, Еңеү хаҡына берләшеү, бөтә йүнәлештәге эшмәкәрлегебеҙҙе ошо изге маҡсатҡа йүнәлтеүгә бәйле саҡырыуҙар тәшкил итте. “Быйылғы йылға төп бурысты өс һүҙ менән билдәләй алам – БАРЫҺЫ ЛА ЕҢЕҮ ӨСӨН!”, – тине Радий Фәрит улы. Был һүҙҙәрҙең ни тиклем ҙур мәғәнәгә эйә булыуын, илебеҙҙең, күп милләтле Рәсәй халҡының киләсәге һәм үҫеше тап ошо ЕҢЕҮгә бәйле булыуын бөтәбеҙ ҙә бар күңелебеҙ, йөрәгебеҙ менән аңлайбыҙ, уның тиҙерәк етеүен теләйбеҙ һәм берҙәм рәүештә үҙ өлөшөбөҙҙө индерергә тырышабыҙ. Был изге эштән Башҡортостан журналистары ла ситтә ҡалмай. Улар әллә нисәмә тапҡ