Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Яугирҙәргә ярҙам итеү буйынса айырым департамент булдырыла

Мөрәжәғәтнамәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров МХО биләмәһенән ҡайтҡан яугирҙәргә ярҙам итеү яуаплы һәм эмоциональ яҡтан ауыр бурыс тине. – Улар йылы яҡтан ялдан түгел, ә һуғыштан ҡайта. Көн һайын ҡан һәм үлем араһында йөрөйҙәр, тәүлектәр буйы йоҡламайҙар. Һәр береһе яҡын дуҫын, хеҙмәттәшен юғалта. Был юғалтыуҙы бик ауыр кисерәләр, көслө ирҙәрҙең дә күҙ йәше сыға. Һәм хәҙер улар менән нисек иғтибарлы һәм ипле эшләргә кәрәк икәнлеген аңлағыҙ. Уларҙың тәне генә түгел, ә йөрәктәре, күңелдәре лә яралана. Шуға күрә улар ҙур иғтибарға, хәстәрлеккә мохтаж, – тине Радий Фәрит улы. Башҡортостанда ветерандар менән эш өс йүнәлеш буйынса ойошторолған: медицина реабилитацияһы, эшкә урынлашыу, социаль адаптация. Әле ҡайтҡан өсмеңдән ашыу яугирҙең 78 проценты тиерлек эшкә урынлаштырылған. – Хәрби хеҙмәттән ҡайтҡандарҙың 86 проценты диспансеризация үткән. Әммә беҙ реабилитация өсөн ағымдағы мөмкинлектәр арттырылырға тейешлеген асыҡ аңлайбыҙ. Был эштең флагманы булып былтыр медицина реабилитацияһын
Оглавление
    Яугирҙәргә ярҙам итеү буйынса айырым департамент булдырыла
Яугирҙәргә ярҙам итеү буйынса айырым департамент булдырыла

Яугирҙәргә ярҙам итеү буйынса айырым департамент булдырыла

Башҡортостанда ветерандар менән эш өс йүнәлеш буйынса ойошторолған: медицина реабилитацияһы, эшкә урынлашыу, социаль адаптация.

Мөрәжәғәтнамәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров МХО биләмәһенән ҡайтҡан яугирҙәргә ярҙам итеү яуаплы һәм эмоциональ яҡтан ауыр бурыс тине.

– Улар йылы яҡтан ялдан түгел, ә һуғыштан ҡайта. Көн һайын ҡан һәм үлем араһында йөрөйҙәр, тәүлектәр буйы йоҡламайҙар. Һәр береһе яҡын дуҫын, хеҙмәттәшен юғалта. Был юғалтыуҙы бик ауыр кисерәләр, көслө ирҙәрҙең дә күҙ йәше сыға. Һәм хәҙер улар менән нисек иғтибарлы һәм ипле эшләргә кәрәк икәнлеген аңлағыҙ. Уларҙың тәне генә түгел, ә йөрәктәре, күңелдәре лә яралана. Шуға күрә улар ҙур иғтибарға, хәстәрлеккә мохтаж, – тине Радий Фәрит улы.

Башҡортостанда ветерандар менән эш өс йүнәлеш буйынса ойошторолған: медицина реабилитацияһы, эшкә урынлашыу, социаль адаптация.

Әле ҡайтҡан өсмеңдән ашыу яугирҙең 78 проценты тиерлек эшкә урынлаштырылған.

– Хәрби хеҙмәттән ҡайтҡандарҙың 86 проценты диспансеризация үткән. Әммә беҙ реабилитация өсөн ағымдағы мөмкинлектәр арттырылырға тейешлеген асыҡ аңлайбыҙ. Был эштең флагманы булып былтыр медицина реабилитацияһын ойоштороу буйынса илдә иң яҡшыһы тип танылған республика һуғыш ветерандары клиник госпитале тора. Бында 2022 йылдан алып 7622 МХО ҡатнашыусыһы дауаланған. Госпиталдең бөтә коллективына һәм шәхсән баш табип Азат Салауат улы Рәхмәтуллинға эште яҡшы ойошторғаны өсөн рәхмәт белдерәм. Һәм уның менән бергә – бөтә табиптарға, – тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан етәксеһе медицина йәмәғәтселегенең башланғысын хупланы һәм республика һуғыш ветерандары клиник госпиталенә табип-хирург Михаил Каменевтың исемен бирергә тәҡдим итте.

– Доброволец-табип, медицина взводы командиры Михаил Каменев 2023 йылдың ноябрендә Авдеевка янында яралы яугирҙәрҙе һуғыш яланынан эвакуациялағанда һәләк булды. Уларҙың санитар машинаһын пилотһыҙ аппарат эҙәрлекләй башлай. Ул яралыларҙы ташламаған, ахырына тиклем профессиональ бурысына тоғро ҡалған. Уларҙың барыһы ла һәләк була. Президент указы менән медицина хеҙмәте лейтенанты Михаил Каменев Батырлыҡ ордены менән бүләкләнә (үлгәндән һуң). Госпиталгә уның исемен биреү тураһында ҡарар МХО-ла һәләк булған табиптар өсөн иң яҡшы иҫтәлек буласаҡ. Хөкүмәттән тейешле ойоштороу эшен башҡарыуҙы һорайым, – тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе реабилитациялауҙы һәм уларҙың ғаилә ағзаларын һауыҡтырыуҙы башланы. Республика Башлығы билдәләүенсә, беҙҙең шифаханаларҙың береһе лә был эштән ситтә ҡалмаған. Уларҙа бөтәһе 9 меңгә яҡын кеше дауалана.

– Белеүемсә, бюджет сикләүҙәре арҡаһында шифахана-курорт дауалау йәһәтенән ярҙам сараларының береһе туҡтатылды. Атап әйткәндә, МХО-ла ҡатнашыусыларҙың туғандарының шифаханаларҙа льготалы йәшәүе. Ҡарар урынһыҙ тип иҫәпләйем. Был сығымдарҙың ябай статьяһы түгел, ә яугирҙәр һәм уларҙың яҡындары алдындағы бурысыбыҙ. Республика Хөкүмәтенән финанслау сығанаҡтарын асыҡлауҙы һәм был ярҙамды тулы күләмдә тергеҙеүҙе һорайым. Шулай уҡ шифаханалар беҙҙең яугирҙәргә шешәле эсәр һыу, гуманитар ылау ебәреү менән ярҙам күрһәтә. Һеҙгә, ҡәҙерле коллегаларым, ситтә ҡалмағанығыҙ өсөн рәхмәт, — тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы йәрәхәтләнгән ветеран-яугирҙәргә ҡул менән идара ителгән автомобилдәр, медицина изделиелары биреү, торлаҡтарын яраҡлаштырыу, адаптив спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырыу буйынса эште контролгә алырға кәрәклеген әйтте.

Башҡортостанда “бер тәҙрә” режимында комплекслы консультация һәм практик ярҙам өсөн махсус хәрби операция яугирҙәре һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү үҙәктәре асыла. Бөгөн ошондай 20 үҙәк эшләй.

– Улар эшләгән урындарҙа ярҙамдың комплекслы, оператив, адреслы һәм ысын мәғәнәһендә йылы булыуын күрәбеҙ. Ғаиләләр оҙатыуында, диспансерлаштырыуҙа һәм ветерандарҙы эшкә урынлаштырыуҙа, улар өсөн кәртәһеҙ мөхит булдырыуҙа яҡшы күрһәткестәргә өлгәшелә. Йыл аҙағына тиклем бындай үҙәктәр бөтә райондарҙа һәм ҡалаларҙа булдырылырға тейеш. Был эште һөҙөмтәле ойоштороу өсөн Хөкүмәт аппараты структураһында бер ай эсендә айырым подразделение – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү мәсьәләләре буйынса департамент булдырырға ҡушам. Дөйөм алғанда, республикала был эште координациялауҙы ғаилә һәм хеҙмәт министрлығына беркетергә ҡушам, – тине Радий Хәбиров.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.