Бөгөн республика парламентына Мөрәжәғәтнамәһен уҡып ишеттергәндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операция яугирҙәренә әхлаҡи ярҙам күрһәтеүҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм дөрөҫ булмаған мәғлүмәт таратыуға һәм хәҡиҡәтте боҙоп күрһәтеүгә ҡаршы торорға саҡырҙы. "Беҙ йөҙләгән патриотик йүнәлештәге саралар үткәрәбеҙ. Августа Рәсәй Оборона министрлығы менән берлектә Армия мәҙәниәте көндәрен үткәрҙек, бөтә республиканы концерт программалары солғап алды. Беҙгә фронт бригадаларынан беҙҙең егеттәр килә һәм сығыш яһай алды. Меңәрләгән тамашасыны “Геройҙар ваҡыты” Бөтә Рәсәй конкурсы йыйҙы. Беҙ яҡташтарыбыҙҙың батырлыҡтары тураһында тиҫтәләгән китап баҫтырып сығарҙыҡ, – тине Радий Фәрит улы. – Мәҙәниәт эшмәкәрҙәребеҙгә – яҙыусыларға, шағирҙарға, рәссамдарға, композиторҙарға, режиссерҙарға, артистарға мөрәжәғәт итәм. Хәҙер һеҙҙең ижади энергияғыҙ дөйөм әхлаҡи рухты нығытыу, яугирҙәребеҙгә ярҙам итеү өсөн эшләргә тейеш. Уларға тылда ярҙам итеүселәр еңеү өсөн барыһын да эшләй. Шу