Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

2026 йылдың төп бурысы билдәләнде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың быйылғы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһенең төп темаһы – махсус хәрби операция булды. Төбәк етәксеһе белдереүенсә, бөгөн беҙҙең, Башҡортостандың һәм илдең бөтә халҡы өсөн иң мөһим кешеләр — махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар. Ә беҙҙең өсөн иң мөһим бурыс — МХО-ға ярҙам итеү. – Шул уҡ ваҡытта дүрт йыл үткәндән һуң да ситтә йәшенеп ҡалырға тырышыусылар бар. Һуғыш темаһынан ҡасҡан кеше ситтән күҙәтеүсе позицияһын биләй. Ул был ваҡиғалар уға ҡағылмай кеүек ҡылана. Ҡайһы берҙәр хатта илдән ҡасып китте, ләкин бик тиҙ әйләнеп ҡайтты, сөнки хыянатсыларҙы бөтә ерҙә лә күрә алмайҙар, – тине Радий Фәрит улы. – Ярымтондар ваҡыты үтте. Беҙ һеҙҙең менән, хөрмәтле коллегалар, компромисһыҙ булырға тейешбеҙ. Дөрөҫлөктө күҙгә-күҙ ҡарап, ғәмәлдәрҙе үҙ исемдәре менән атау зарур. Беҙ асыҡтан-асыҡ үҙ позициябыҙҙы 2022 йылдың февралендә билдәләнек һәм уға тоғро ҡалабыҙ. Радий Фәрит улы бөтә яуаплылыҡ һәм баҫым Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Владимир
Оглавление
    2026 йылдың төп бурысы билдәләнде
2026 йылдың төп бурысы билдәләнде

2026 йылдың төп бурысы билдәләнде

Республика етәксеһе белдереүенсә, бөгөн беҙҙең, Башҡортостандың һәм илдең бөтә халҡы өсөн иң мөһим кешеләр — махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар. Ә беҙҙең өсөн иң мөһим бурыс — МХО-ға ярҙам итеү.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың быйылғы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһенең төп темаһы – махсус хәрби операция булды. Төбәк етәксеһе белдереүенсә, бөгөн беҙҙең, Башҡортостандың һәм илдең бөтә халҡы өсөн иң мөһим кешеләр — махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар. Ә беҙҙең өсөн иң мөһим бурыс — МХО-ға ярҙам итеү.

– Шул уҡ ваҡытта дүрт йыл үткәндән һуң да ситтә йәшенеп ҡалырға тырышыусылар бар. Һуғыш темаһынан ҡасҡан кеше ситтән күҙәтеүсе позицияһын биләй. Ул был ваҡиғалар уға ҡағылмай кеүек ҡылана. Ҡайһы берҙәр хатта илдән ҡасып китте, ләкин бик тиҙ әйләнеп ҡайтты, сөнки хыянатсыларҙы бөтә ерҙә лә күрә алмайҙар, – тине Радий Фәрит улы. – Ярымтондар ваҡыты үтте. Беҙ һеҙҙең менән, хөрмәтле коллегалар, компромисһыҙ булырға тейешбеҙ. Дөрөҫлөктө күҙгә-күҙ ҡарап, ғәмәлдәрҙе үҙ исемдәре менән атау зарур. Беҙ асыҡтан-асыҡ үҙ позициябыҙҙы 2022 йылдың февралендә билдәләнек һәм уға тоғро ҡалабыҙ.

Радий Фәрит улы бөтә яуаплылыҡ һәм баҫым Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Владимирович Путиндың иңендә генә ятырға тейеш түгел, тип иҫәпләүен белдерҙе.

– Беҙ – Президентыбыҙ менән бергә. Беҙ уның тирәләй берләшкәнбеҙ. Һәм илебеҙҙең Юғары баш командующийы булараҡ Президент ҡуйған бөтә бурыстарҙы тулыһынса үтәйәсәкбеҙ. Был, тәү сиратта, муниципалитет башлыҡтарының, Хөкүмәт ағзаларының, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарының төп бурысы. Бергәләп еңеү өсөн эшләргә тейешбеҙ. Беҙ махсус хәрби операция — коллектив Көнбайыштың илебеҙгә ҡаршы асыҡтан-асыҡ агрессияһына яуап итеп мәжбүри һәм берҙән-бер мөмкин булған сара тип иҫәпләйбеҙ. Һәм уның бөтә бурыстары тулыһынса хәл ителергә тейеш.

Радий Фәрит улы Мөрәжәғәтнамәһендә донъяла барған сәйәси ваҡиғаларға ла туҡталды һәм иллюзиялар менән йәшәмәҫкә саҡырҙы.

– “Һөйләшеүҙәр бара бит”, тип ҡаршы килергә мөмкин. Америка Ҡушма Штаттары президенты “тыныслыҡ килешеүе төҙөү” буйынса әүҙем аҙымдар яһай. Беҙ, Рәсәй Федерацияһының бөтә граждандары кеүек үк, хәрби хәрәкәттәрҙе туҡтатыуға алып барған һәр аҙымды хуплайбыҙ. Шул уҡ ваҡытта нимә генә әйтелмәһен, нимә генә булмаһын, шуны асыҡ аңларға тейешбеҙ: стратегик характерҙағы махсус хәрби операция бурыстары Ватаныбыҙҙың киләсәген тиҫтә йылдарға һәм быуаттарға билдәләй, ул тулыһынса үтәлергә тейеш, – тине Радий Фәрит улы.

Башлыҡ фекеренсә, махсус хәрби операция – ул ниндәйҙер локаль хәрби конфликт ҡына түгел. Уның характеры сикле операция ҡыҫаларынан киңерәк. МХО – глобаль конфликттың бер өлөшө. Ғәҙел донъя тәртибе өсөн көрәш бара. Көнбайыш элиталарының бөтә планета өҫтөндә гегемония урынлаштырыу теләгенә ҡаршы көрәш.

– Беҙҙең дошман – Украинаның туғандаш халҡы түгел. Дошмандарыбыҙ – яңынан баш ҡалҡытҡан неонацизм. Тиҫтәләрсә йылдар буйына Рәсәйҙе көсһөҙләндереү, бүлгеләү һәм юҡ итеү маҡсатын ҡуйып, коллектив Көнбайыш уны оятһыҙ рәүештә үҫтерә. Ул беҙгә яҡын булған илде Рәсәйгә ҡаршы йүнәлтелгән ҡапҡанға әйләндерҙе. Ә украин халҡы – ҡаты нацист ҡәбәхәттәренең тотҡононда, – тине ул.

Башҡортостан Башлығы, әлеге ваҡытта тап Рәсәй ирекле донъя лидеры булып сығыш яһай, тип билдәләне. Шуға күрә ҡаты ҡаршы тороу иҡтисад, дипломатия, технологиялар, медиа һәм кибер киңлектә – бөтә өлкәләрҙә лә бара. Уның һөҙөмтәһенә Рәсәйҙең тарихи яҙмышы, уның суверенитеты бәйле. Балаларыбыҙҙың һәм ейәндәребеҙҙең киләсәге.

Фото: "Башинформ".