Башҡортостанда “Йыл экспортеры” Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабында ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул ителә башланы. Был сара “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы (национальный проект “Международная кооперация и экспорт” ) башҡарыла, ул республикалағы иң яҡшы экспортер компанияларҙы асыҡлауға йүнәлтелгән. Был турала республиканың Тышҡы иҡтисад бәйләнештәре һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы хәбәр итә. Был конкурста ҡатнашыуға республикала теркәлгән һәм сеймал булмаған продукцияны экспортҡа әҙерләгән юридик шәхестәр һәм шәхси эшҡыуарҙар саҡырыла. Конкурс 19 номинацияла уҙғарыла. Төп номинациялар араһында сәнәғәт, машиналар эшләү, агросәнәғәт комплексы һәм хеҙмәттәре өлкәһендәге йыл экспортеры, йыл тендеры, иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ экспортер һәм башҡалар бар. –Конкурс йыл һайын республикабыҙҙың яңы перспективалы компанияларын асыҡлай. Беҙҙең экспортерҙар федераль округ кимәлендә лә үҙҙәрен ышаныслы күрһәтә. Башҡортостандан биш компания былтыр округ этабында еңеүсе һәм призе