Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған

Ҡырмыҫҡалы районының ЗАГС бүлегендә ике пар игеҙ бала тыуыуы тураһында акттар теркәлгән. Дамир менән Дарьяның ғаиләһендә - Рафаэль һәм Эмиль, Азамат менән Гүзәлдең ғаиләһендә донъяға килгән Арыҫлан һәм Ассель тәүге документҡа эйә булған. "Игеҙәктәр – район өсөн һирәк, йылына 3-4 тапҡыр ғына була торған ваҡиға. "Бала тыуыу" суперсервисы ярҙамында бер юлы ике пар сабыйҙың тыуыуы теркәлде һәм бер көндә документтар тапшырылды. Электрон суперсервис ата-әсәләрҙең ваҡытын күпкә экономиялай, кәрәкле документтарҙы рәсмиләштерергә мөмкинлек бирә", — тип белдерҙе Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесе Владимир Спеле. Сығанаҡ һәм фото: "Башинформ" Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan
Оглавление
    Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған
Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған

Уларҙың икеһе лә "батша" игеҙәктәре!

Ҡырмыҫҡалы районының ЗАГС бүлегендә ике пар игеҙ бала тыуыуы тураһында акттар теркәлгән. Дамир менән Дарьяның ғаиләһендә - Рафаэль һәм Эмиль, Азамат менән Гүзәлдең ғаиләһендә донъяға килгән Арыҫлан һәм Ассель тәүге документҡа эйә булған.

"Игеҙәктәр – район өсөн һирәк, йылына 3-4 тапҡыр ғына була торған ваҡиға. "Бала тыуыу" суперсервисы ярҙамында бер юлы ике пар сабыйҙың тыуыуы теркәлде һәм бер көндә документтар тапшырылды. Электрон суперсервис ата-әсәләрҙең ваҡытын күпкә экономиялай, кәрәкле документтарҙы рәсмиләштерергә мөмкинлек бирә", — тип белдерҙе Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесе Владимир Спеле.

Сығанаҡ һәм фото: "Башинформ"

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan