Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Берҙәмлек өсөн рәхмәт!

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда Башҡортостан халҡына ихлас рәхмәтен белдерҙе. Улар ошо ҡатмарлы дүрт йыл эсендә ныҡлыҡ һәм берҙәмлек күрһәтә, еңеү өсөн барыһын да эшләй, тине. – Бөйөк Ватан һуғышы осоронан алып йәмғиәтебеҙ бындай берҙәмлекте белмәй ине. Предприятиелар, йәмәғәт ойошмалары, эшҡыуарҙар, табиптар, уҡытыусылар, аграрийҙар, пенсионерҙар, уҡыусылар, ирекмәндәр – һәр кем яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүгә үҙ өлөшөн индерә. Кешеләр маскировка селтәрҙәре үрә, окоп шәмдәре эшләй, посылкалар йыя, хаттар яҙа, – тине Радий Фәрит улы. – Йөҙләгән битараф булмаған ҡатын-ҡыҙ ирекмәндәрҙе "Беренсе тирмә" проекты берләштерә. Улар эшендә отпуск алып, яралы яугирҙәрҙе ҡарау, һалдаттарҙы ашатыу, уларҙы кейендереү, туғандарына хаттар яҙыу өсөн Луганск госпиталенә юллана. Күп ҡатын-ҡыҙҙар – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың, шул иҫәптән һәләк булғандарҙың, әсәләре, ҡатындары, апай-һеңлеләре. Улар быны
Оглавление
    Берҙәмлек өсөн рәхмәт!
Берҙәмлек өсөн рәхмәт!

Берҙәмлек өсөн рәхмәт!

Бөйөк Ватан һуғышы осоронан алып йәмғиәтебеҙ бындай берҙәмлекте белмәй ине. Предприятиелар, йәмәғәт ойошмалары, эшҡыуарҙар, табиптар, уҡытыусылар, аграрийҙар, пенсионерҙар, уҡыусылар, ирекмәндәр – һәр кем яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүгә үҙ өлөшөн индерә.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда Башҡортостан халҡына ихлас рәхмәтен белдерҙе. Улар ошо ҡатмарлы дүрт йыл эсендә ныҡлыҡ һәм берҙәмлек күрһәтә, еңеү өсөн барыһын да эшләй, тине.

– Бөйөк Ватан һуғышы осоронан алып йәмғиәтебеҙ бындай берҙәмлекте белмәй ине. Предприятиелар, йәмәғәт ойошмалары, эшҡыуарҙар, табиптар, уҡытыусылар, аграрийҙар, пенсионерҙар, уҡыусылар, ирекмәндәр – һәр кем яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүгә үҙ өлөшөн индерә. Кешеләр маскировка селтәрҙәре үрә, окоп шәмдәре эшләй, посылкалар йыя, хаттар яҙа, – тине Радий Фәрит улы. – Йөҙләгән битараф булмаған ҡатын-ҡыҙ ирекмәндәрҙе "Беренсе тирмә" проекты берләштерә. Улар эшендә отпуск алып, яралы яугирҙәрҙе ҡарау, һалдаттарҙы ашатыу, уларҙы кейендереү, туғандарына хаттар яҙыу өсөн Луганск госпиталенә юллана. Күп ҡатын-ҡыҙҙар – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың, шул иҫәптән һәләк булғандарҙың, әсәләре, ҡатындары, апай-һеңлеләре. Улар быны саф күңелдән эшләй, шәфҡәтлелектең иң яҡшы традицияларын дауам итә, еңеү өсөн бар булған көсөн һала.

Республика Башлығы милли-мәҙәни үҙәктәрҙең етәкселәренә һәм активистарына ла рәхмәт белдерҙе. Унда, төп сараларҙан тыш, гуманитар ярҙам йыйялар. Күптәр гуманитар миссия менән МХО зонаһына китә. Мәҫәлән, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының баш бухгалтеры Альбина Сәйфулла ҡыҙы Әфләтунова ойошмала йыйылған гуманитар йөктө күп тапҡырҙар оҙатып барған.

Фото: Башинформ.