Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Төп йүнәлештәр билдәле

“Башҡортостан” дәүләт концерт залында республика Башлығы Радий Хәбиров республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайына йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай. Залда буш урындар юҡ – унда республика парламентының бөтә депутаттары, Хөкүмәт ағзалары, ҡала һәм район башлыҡтары, йәмәғәтселәр, үҙҙәрен күрһәткән мәҙәниәт һәм спорт эшмәкәрҙәре, ҙур баҫмаларҙың баш мөхәррирҙәре һәм башҡалар йыйылды. Шулай уҡ махсус хәрби операция яугирҙәре, ветерандары һәм уларҙың ғаилә ағзалары килгән. Республикабыҙҙың күркәм, күп балалы ғаиләләре лә мөһим сәйәси сараға саҡырылған. Алдараҡ Радий Фәрит улы быйылғы Мөрәжәғәтнамә Владимир Путиндың 2025 йылдың декабрендә үткәргән Дәүләт Советында ҡабул ителгән ҡарарҙары (дәүләт Советы иҡтисад өсөн кадрҙар әҙерләүгә арналды), шулай уҡ яһалма интеллект һәм нейро селтәрҙәре менән эшләүгә ҡағыласағы хаҡында әйткәйне. Һорау алыуҙа ҡатнашҡан политологтар, йәмәғәтселәр һәм эксперттар дөйөм Еңеүҙе яҡынайтыу, махсус операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү
Оглавление
    Төп йүнәлештәр билдәле
Төп йүнәлештәр билдәле

Төп йүнәлештәр билдәле

Алдан көтөлгәнсә, быйылғы Мөрәжәғәтнамәнең төп темаһы - махсус хәрби операция, яугирҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү. Радий Фәрит улы иң тәүҙә "Быйылғы йылға төп бурысты өс һүҙ менән билдәләй алам – Барыһы ла еңеү өсөн!" тип башланы.

“Башҡортостан” дәүләт концерт залында республика Башлығы Радий Хәбиров республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайына йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай. Залда буш урындар юҡ – унда республика парламентының бөтә депутаттары, Хөкүмәт ағзалары, ҡала һәм район башлыҡтары, йәмәғәтселәр, үҙҙәрен күрһәткән мәҙәниәт һәм спорт эшмәкәрҙәре, ҙур баҫмаларҙың баш мөхәррирҙәре һәм башҡалар йыйылды. Шулай уҡ махсус хәрби операция яугирҙәре, ветерандары һәм уларҙың ғаилә ағзалары килгән. Республикабыҙҙың күркәм, күп балалы ғаиләләре лә мөһим сәйәси сараға саҡырылған.

Алдараҡ Радий Фәрит улы быйылғы Мөрәжәғәтнамә Владимир Путиндың 2025 йылдың декабрендә үткәргән Дәүләт Советында ҡабул ителгән ҡарарҙары (дәүләт Советы иҡтисад өсөн кадрҙар әҙерләүгә арналды), шулай уҡ яһалма интеллект һәм нейро селтәрҙәре менән эшләүгә ҡағыласағы хаҡында әйткәйне.

Һорау алыуҙа ҡатнашҡан политологтар, йәмәғәтселәр һәм эксперттар дөйөм Еңеүҙе яҡынайтыу, махсус операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү мәсьәләләре, иҡтисадты үҫтереү һәм халыҡтар берҙәмлеген нығытыу төп йөкләмә буласаҡ, тигән фекер әйткәйне.

Алдан көтөлгәнсә, быйылғы Мөрәжәғәтнамәнең төп темаһы - махсус хәрби операция, яугирҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү. Радий Фәрит улы иң тәүҙә "Быйылғы йылға төп бурысты өс һүҙ менән билдәләй алам – Барыһы ла еңеү өсөн!" тип башланы.

-Беҙҙең дошман – Украинаның туғандаш халҡы түгел. Беҙҙең дошман – киренән баш ҡалҡытҡан неонацизм. Тиҫтәләрсә йылдар буйына Рәсәйҙе көсһөҙләндереү, бүлгеләү һәм юҡ итеү маҡсатын ҡуйып, коллектив Көнбайыш уны оятһыҙ рәүештә үҫтерә. Ул беҙгә яҡын булған илде беҙгә ҡаршы йүнәлтелгән ҡапҡанға әйләндерҙе. Ә украин халҡы – ҡаты нацист ҡәбәхәттәренең тотҡононда – тине Радий Хәбиров. - Бөгөн беҙҙең өсөн, Башҡортостан һәм ил халҡы өсөн, иң төп кешеләр – ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар. Ә беҙҙең барыбыҙ өсөн дә иң мөһим бурыс – МХО-ға ярҙам итеү.

Фото: "Башинформ".