“Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Башҡортостандың туризм тармағы эшҡыуарҙары “Һыу туризмы буйынса инструктор-юл күрһәтеүсе” ҡайтанан профессиональ әҙерлек проектында ҡатнаша ала. Был хаҡта республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы хәбәр итә.
— Программа маршруттар әҙерләү күнекмәләрен өйрәнеүҙе, һыу транспортында хәүефһеҙлекте тәьмин итеүҙе, экстремаль хәлдәрҙә эш итеүҙе, беренсе ярҙам нигеҙҙәрен һәм туристик төркөмгә психологик ярҙам күрһәтеүҙе күҙ уңында тота. Уҡыу аҙағында тыңлаусылар ҡайтанан һөнәри әҙерлек тураһында диплом аласаҡ, - тип аңлатма бирҙе Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина. Проектта ҡатнашыуға заявкалар 2026 йылдың 19 февраленә тиклем ҡабул ителә, дәрестәр 26 февралдән 27 апрелгә ҡәҙәр Өфөлә Башҡортостан дәүләт аграр университеты базаһында уҙа. Унда көндөҙгө һәм дистанцион рәүештәге дәрестәрҙе үҙ эсенә алған 256 сәғәт оҙайлылығ