Йәрмәкәй районында йәшәгән Виктор Прохоров дәүләт ярҙамында ауылда үҙ бизнесын асҡан.Хәҙер уның ҙур булмаған сусҡа фермаһы һәм ит аҙыҡтары етештереү буйынса мини - цехы бар. Фермер етештергән продукцияны яҡташтары баһаларға ла өлгөргән, улар ҙур теләк менән һатып ала. .Виктор Геннадьевич былтыр Йәрмәкәй районындағы “Работа России” кадрҙар үҙәгенә кәңәшкә килә. Үҙәк начальнигы Ирина Байморатова МХО ветеранының эшкә һыуһағанын тоя, төрлө идеялар менән уртаҡлаша. Аҙаҡ сусҡасылыҡ фермаһын асыу һәм тармаҡты үҫтереү буйынса бизнес-проект барлыҡҡа килә. 350 мең һумлыҡ дәүләт ярҙамына кәрәкле эш ҡорамалдары, мал аҙығы алына. Фермер шулай уҡ ит аҙыҡтарын етештереүҙе юлға һала, уларҙы райондың үҙәк баҙар биләмәһендә һата. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванованың әйтеүенсә, 2025 йылда Башҡортостанда дүрт меңгә яҡын социаль контракт төҙөлгән. Бер меңдән ашыуы үҙ эшен асыуға йүнәлтелгән. 2026 йылда МХО ветерандарының үҙ эшен асҡанда дәүләт ярҙамын алыу мөмкинлектәре киңә