Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Командаға аныҡ бурыстар ҡуйылды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһағанда үҙенең идара итеү командаһына, республика Хөкүмәтенә, муниципалитет башлыҡтарына бурыстар ҡуйҙы. – Беренсеһе – махсус хәрби операцияға, беҙҙең яугирҙәргә алғы һыҙыҡта ярҙам итеү. Быларҙың барыһын да бөтә республика махсус хәрби операцияның тәүге көнөнән үк эшләй. Барлыҡ йүнәлештәр буйынса ла эш юлға һалынған. Алғы һыҙыҡҡа дөйөм ауырлығы 20 мең тоннаға яҡын 171 гуманитар ылау ебәрелде лә инде. Хәрби хеҙмәткәрҙәребеҙгә мең ярымдан ашыу автомобиль тапшырҙылар. Командирҙар ғаризаһы буйынса фронтҡа йөҙҙәрсә берәмек махсус техника килтерелә, – тине Радий Хәбиров. Башҡортостан Башлығы әйтеүенсә, беҙҙең предприятиелар Еңеү өсөн бик күп эшләй. Мәҫәлән, “Башнефть” компанияһы беҙҙең подразделениеларҙы яғыулыҡ-майлау материалдары менән тәьмин итә, 100 “УАЗ”автомобилен оҙатҡан. Радий Фәрит улы “Башнефтегеофизика” предприятиеһының өлөшөн айырым билдәләне. Улар махсус хәрби операцияға
Оглавление
    Командаға аныҡ бурыстар ҡуйылды
Командаға аныҡ бурыстар ҡуйылды

Командаға аныҡ бурыстар ҡуйылды

Радий Хәбиров республика Хөкүмәтенә МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү буйынса эште дауам итергә, сараларҙың һөҙөмтәлелеген анализларға һәм уларҙы үҫтереү буйынса тәҡдимдәр индерергә ҡушты.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһағанда үҙенең идара итеү командаһына, республика Хөкүмәтенә, муниципалитет башлыҡтарына бурыстар ҡуйҙы.

– Беренсеһе – махсус хәрби операцияға, беҙҙең яугирҙәргә алғы һыҙыҡта ярҙам итеү. Быларҙың барыһын да бөтә республика махсус хәрби операцияның тәүге көнөнән үк эшләй. Барлыҡ йүнәлештәр буйынса ла эш юлға һалынған. Алғы һыҙыҡҡа дөйөм ауырлығы 20 мең тоннаға яҡын 171 гуманитар ылау ебәрелде лә инде. Хәрби хеҙмәткәрҙәребеҙгә мең ярымдан ашыу автомобиль тапшырҙылар. Командирҙар ғаризаһы буйынса фронтҡа йөҙҙәрсә берәмек махсус техника килтерелә, – тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы әйтеүенсә, беҙҙең предприятиелар Еңеү өсөн бик күп эшләй. Мәҫәлән, “Башнефть” компанияһы беҙҙең подразделениеларҙы яғыулыҡ-майлау материалдары менән тәьмин итә, 100 “УАЗ”автомобилен оҙатҡан. Радий Фәрит улы “Башнефтегеофизика” предприятиеһының өлөшөн айырым билдәләне. Улар махсус хәрби операцияға 100-ҙән ашыу машина, шул иҫәптән йөк “Урал”дары, тракторҙар һәм башҡа хәрби бурыстар өсөн әҙерләнгән техника тапшырған. Предприятиеның генераль директоры Рөстәм Йәүҙәт улы Адиевҡа ихлас рәхмәт белдерелде.

– Гуманитар йөк йыйыуҙа, предприятиеларҙан тыш, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр, йәмәғәт ойошмалары, битараф булмаған кешеләр ҡатнаша. Был эште үҫтерәсәкбеҙ. Башлыҡ хакимиәтенән, даими рәүештә МХО биләмәһендә булған кәңәшселәрем – подразделение командирҙары Алик Финзир улы Камалетдиновтан һәм Артур Ғәлимйән улы Йомағужиндан подразделение командирҙары менән бергә егеттәргә күберәк нимә кәрәклеген билдәләүҙәрен һорайым, – тине Радий Хәбиров.

Шулай уҡ етәксе республика Хөкүмәтенә МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү буйынса эште дауам итергә, сараларҙың һөҙөмтәлелеген анализларға һәм уларҙы үҫтереү буйынса тәҡдимдәр индерергә ҡушты.

– Тиҫтәләрсә мең кеше күңеле ҡушыуы буйынса Тыуған илен яҡлап сыҡты. Һәм был ағым туҡтамай. Шуға күрә беҙҙең төп бурыстарҙың береһе — уларға ярҙам итеү һәм бөтә кәрәкле нәмәләр менән тәьмин итеү. Республика беҙҙә булған мөмкинлектәргә ярашлы, шулай уҡ Рәсәй Оборона министрлығы яғынан түләүҙәрҙе иҫәпкә алып, уларҙы аҡса менән тулыһынса тәьмин итергә тейеш. Был беренсе, – тине Радий Хәбиров. – Икенсеһе – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам күрһәтеү. Былтыр беҙ 12 яңы сара өҫтәнек һәм хәҙер уларҙың һаны 55-кә етте. Улар яугирҙәребеҙҙең һәм уларҙың ғаиләләренең бөтә тормош өлкәләрен үҙ эсенә ала. Былтыр йыл аҙағында беҙ шулай уҡ хәрби хәбәрселәр өсөн шифахана-курорт дауалауын күҙ уңында тоттоҡ. Дөйөм алғанда ике йыл эсендә был маҡсатҡа бүленгән средстволар күләмен ике тапҡырға арттырҙыҡ — 13,4 миллиард һумдан 30,5 миллиард һумға тиклем. Хөкүмәттән был эште дауам итеүҙе, сараларҙың һөҙөмтәлелеген анализлауҙы һәм уларҙы үҫтереү буйынса тәҡдимдәр индереүҙе һорайым.

Фото: "Башинформ".