Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Эшлекле һөйләшеү булды

Башҡортостанда III Бөтә Рәсәй "Кесе Ватан – Рәсәйҙең көсө" тигән форумы дауам итә. Мәҫәлән, сарала ҡатнашыусылар "Конгресс-хол"да киләсәк тураһындағы һөйләшеүгә йыйылды, дөрөҫөрәге, "Инфраструктуралы меню: социаль яҡтан яуаплы бизнес партнерлығында муниципалитеттың социаль һәм коммуналь инфраструктураһын төҙөү йәки үҙгәртеп ҡороу " тигән тема буйынса фекер алыштылар. Һөйләшеүҙе Федерация Советының бюджет һәм финанстар баҙары буйынса комитеттың ағзаһы Евгения Уваркина алып барҙы, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рузалия Хисмәтуллина менән осрашып әңгәмәләшеүен дә әйтте. Рәсәй иҡтисади үҫеш министрлығының төбәктәр үҫеше департаменты директоры Андрей Толмачев форумдың пленар өлөшөндә ҡатнашыусыларҙы видеояҙма аша сәләмләне, эштәрендә уңыштар теләне, инфраструктураны үҫтереү, кешеләрҙең йәшәйешен яҡшыртыу йүнәлешендә ең һыҙғанып уй-маҡсаттарҙы бойомға ашырыу кәрәклегенә иғтибарҙы йүнәлтте. "Выкса ҡалаһының ҡала мөхите һәм киңлектәр үҫеше, һаулыҡ һаҡлау, туризм, эшҡыуарлыҡ, социаль спорт
Оглавление
    Эшлекле һөйләшеү булды
Эшлекле һөйләшеү булды

Эшлекле һөйләшеү булды

Андрей Толмачев уй-маҡсаттарҙы бойомға ашырыу кәрәклегенә иғтибарҙы йүнәлтте.

Башҡортостанда III Бөтә Рәсәй "Кесе Ватан – Рәсәйҙең көсө" тигән форумы дауам итә. Мәҫәлән, сарала ҡатнашыусылар "Конгресс-хол"да киләсәк тураһындағы һөйләшеүгә йыйылды, дөрөҫөрәге, "Инфраструктуралы меню: социаль яҡтан яуаплы бизнес партнерлығында муниципалитеттың социаль һәм коммуналь инфраструктураһын төҙөү йәки үҙгәртеп ҡороу " тигән тема буйынса фекер алыштылар.

Һөйләшеүҙе Федерация Советының бюджет һәм финанстар баҙары буйынса комитеттың ағзаһы Евгения Уваркина алып барҙы, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рузалия Хисмәтуллина менән осрашып әңгәмәләшеүен дә әйтте.

Рәсәй иҡтисади үҫеш министрлығының төбәктәр үҫеше департаменты директоры Андрей Толмачев форумдың пленар өлөшөндә ҡатнашыусыларҙы видеояҙма аша сәләмләне, эштәрендә уңыштар теләне, инфраструктураны үҫтереү, кешеләрҙең йәшәйешен яҡшыртыу йүнәлешендә ең һыҙғанып уй-маҡсаттарҙы бойомға ашырыу кәрәклегенә иғтибарҙы йүнәлтте.

"Выкса ҡалаһының ҡала мөхите һәм киңлектәр үҫеше, һаулыҡ һаҡлау, туризм, эшҡыуарлыҡ, социаль спорт һәм мәҙәни проекттар агентлығы" коммерцияға ҡарамаған акционерҙар йәмғиәте директоры Игорь Пономарев әйтеүенсә, Түбәнге Новгород өлкәһенең Выкса ҡалаһы Рәсәйҙең өс өлкәһенең сигендә урынлашыуы менән үҙенсәлекле, улай ғына ла М-12 автомобиль трассаһына яҡын булыуы ла һәр йәһәттән дә отошло. Игроь Викторович ҡаҙаныштары һәм уңыштары тураһында бәйән итте.

Шулай уҡ Түбәнге Новгород өлкәһе Городецк округы башлығы Александр Мудровтың, Төмән өлкәһе Тобольск ҡалаһының мэры Петр Вагиндың, Башҡортостан торлаҡ-коммуналь хужалығы министры Татьяна Головинаның һәм башҡаларҙың сығышын барыһы ла диҡҡәт менән тыңланы.

Фото: Илдар Аҡъюлов.

-2