Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Күберәк БПЛА ебәрәсәкбеҙ

Бөгөн Ррадий Хәбиров республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә радиоэлектрон көрәш системаларын үҫтереү, асыҡлау һәм баҫыу темаһына айырым туҡталды. Ул FPV-дрондар, разведка дрондары һәм тотоп алыусылар эшләү һәм етештереү төп бурыс булып ҡала, тип билдәләне. – Башҡортостан пилотһыҙ авиация һәм радиоэлектрон көрәш буйынса компетенция үҙәктәренең береһенә әүерелде. Төбәктәрҙең "дронофикацияһы" рейтингының тәүге өсәүһенә инәбеҙ. Беҙҙең уникаль предприятиелар Рәсәйҙә беренсе булып пилотһыҙ аппараттар өсөн FPV-дрондар һәм электр двигателдәре сығара башланы. Президент ҡушыуы буйынса беҙ бөтә класлы граждандар һәм хәрби дрондар әҙерләйбеҙ һәм етештерәбеҙ. Инженерҙарыбыҙ "Ҡыш Бабай" тип атаған ауыр дрон осош һынауҙарын үтте һәм бөгөн яугирҙәребеҙгә ярҙам итә. Был эште координациялағаны өсөн беҙҙең Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Тимур Артур улы Хәкимовҡа рәхмәт, – тине Радий Хәбиров. – Һуңғы ике йылда МХО зонаһына бөтәһе 10 меңдән ашыу дрон ебәрелгән. Быйыл 20-нән ашыу к
Оглавление
    Күберәк БПЛА ебәрәсәкбеҙ
Күберәк БПЛА ебәрәсәкбеҙ

Күберәк БПЛА ебәрәсәкбеҙ

Республикала БПЛА буйынса төбәк ғилми-етештереү үҙәген асыу планлаштырыла.

Бөгөн Ррадий Хәбиров республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә радиоэлектрон көрәш системаларын үҫтереү, асыҡлау һәм баҫыу темаһына айырым туҡталды. Ул FPV-дрондар, разведка дрондары һәм тотоп алыусылар эшләү һәм етештереү төп бурыс булып ҡала, тип билдәләне.

– Башҡортостан пилотһыҙ авиация һәм радиоэлектрон көрәш буйынса компетенция үҙәктәренең береһенә әүерелде. Төбәктәрҙең "дронофикацияһы" рейтингының тәүге өсәүһенә инәбеҙ. Беҙҙең уникаль предприятиелар Рәсәйҙә беренсе булып пилотһыҙ аппараттар өсөн FPV-дрондар һәм электр двигателдәре сығара башланы. Президент ҡушыуы буйынса беҙ бөтә класлы граждандар һәм хәрби дрондар әҙерләйбеҙ һәм етештерәбеҙ. Инженерҙарыбыҙ "Ҡыш Бабай" тип атаған ауыр дрон осош һынауҙарын үтте һәм бөгөн яугирҙәребеҙгә ярҙам итә. Был эште координациялағаны өсөн беҙҙең Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Тимур Артур улы Хәкимовҡа рәхмәт, – тине Радий Хәбиров. – Һуңғы ике йылда МХО зонаһына бөтәһе 10 меңдән ашыу дрон ебәрелгән. Быйыл 20-нән ашыу компания-резидентты берләштереү, пилотһыҙ аппараттар һәм уларҙың компоненттарын етештереүҙе арттырыу өсөн төбәк ғилми-етештереү үҙәген асырға ниәтләйбеҙ. 1 апрелдән БПЛА-ны поставкалау күләмен 50 процентҡа арттырырға ҡушам.

Башҡортостан Башлығы бөгөн технологик өҫтөнлөктө тәьмин итеүсе белгестәргә рәхмәт әтте. Улар – “Ростех”тың “ӨМЭБ” кеүек оборона предприятиелары инженерҙары, конструкторҙары.

– Махсус хәрби операция башланғандан алып беҙ ысын халыҡ башланғыстарын күрәбеҙ улар, йөрәк саҡырыуы буйынса эшләй. Был ваҡыт эсендә беҙҙә халыҡ оҫталары – ысын "кулибин"дар барлыҡҡа килде, улар бигерәк тә тәүге осорҙа инженерҙарыбыҙға яҡшы эшләнмәләр булдырырға ярҙам итә. Һеҙ техниканы ғына сығармайһығыҙ. Һеҙ егеттәрҙең ғүмерен ҡотҡараһығыҙ. Еңеү өсөн барыһын да эшләйһегеҙ! – тине Радий Фәрит улы. – Беҙҙең БПЛА операторҙары алғы һыҙыҡта мөғжизәләр ҡыла. Шайморатов исемендәге башҡорт ирекле батальонынан "Африка" позывнойлы яугир 200-ҙән ашыу маҡсатты юҡ итте. Донецк Халыҡ Республикаһы Геройы исеменә лайыҡ булды.

Башҡортостан Башлығы Оборона министрлығының яңы ғәскәр төрөн – пилотһыҙ системалар ғәскәрен булдырыуын иҫкә төшөрҙө. Әле кешеләр йыйыу иғлан ителгән дә инде.

– Республикабыҙҙа был тармаҡта әҙерлекле белгестәр етерлек. Тиҫтәләгән йәш доброволецтарҙың үҙ компетенцияларын ҡулланырға һәм Еңеүгә үҙ өлөшөн индерергә ҡарар итеүен беләм. Был ысын ирҙәр эше. Владлен Татарский исемендәге пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙарын әҙерләү үҙәге егеттәргә фронтта талап ителгән һөнәр һәм тыныс тормошта лайыҡлы эш бирәсәк, – тине Радий Хәбиров.

Фото: "Башинформ".