Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Дүрт ҙур инфраструктура объекты төҙөлгән

Башҡортостанда дүрт ҙур инфраструктура объекты төҙөлөшө тамамланды: яңы канализация насос станцияһы, канализация коллекторы, һыу үткәргес һәм булған канализация насос станцияһын техник яҡтан ҡайтанан йыһазландырыу. Бөтә объекттар ҙа Өфөлә урынлашҡан, уларҙы төҙөү федераль, республика һәм муниципаль бюджет аҡсаһы иҫәбенә финансланған, тип хәбәр иттеләр республиканың Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында.
— Өфө өсөн ҙур объекттар төҙөлөшө “Торлаҡ һәм ҡала мөхите»” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проектының “Стимул” федераль программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырылған. 2025 йылдан “Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проекты уның дауам итеүсеһе булды. Иң ҙур инфраструктура объекттары Ағиҙел аръяғы тип йөрөтөлгән территорияла төҙөлгән - ул баш ҡалала яҡын киләсәккә торлаҡ төҙөлөшөнөң төп йүнәлештәренең береһе, унда 9 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөү планлаштырыла, - тип билдәләне БР төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов. Өфөн
Оглавление
    Дүрт ҙур инфраструктура объекты төҙөлгән
Дүрт ҙур инфраструктура объекты төҙөлгән

Дүрт ҙур инфраструктура объекты төҙөлгән

Бөтә объекттар ҙа Өфөлә урынлашҡан, уларҙы төҙөү федераль, республика һәм муниципаль бюджет аҡсаһы иҫәбенә финансланған.

Башҡортостанда дүрт ҙур инфраструктура объекты төҙөлөшө тамамланды: яңы канализация насос станцияһы, канализация коллекторы, һыу үткәргес һәм булған канализация насос станцияһын техник яҡтан ҡайтанан йыһазландырыу. Бөтә объекттар ҙа Өфөлә урынлашҡан, уларҙы төҙөү федераль, республика һәм муниципаль бюджет аҡсаһы иҫәбенә финансланған, тип хәбәр иттеләр республиканың Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында.
— Өфө өсөн ҙур объекттар төҙөлөшө “Торлаҡ һәм ҡала мөхите»”
(национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проектының “Стимул” федераль программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырылған. 2025 йылдан “Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проекты уның дауам итеүсеһе булды. Иң ҙур инфраструктура объекттары Ағиҙел аръяғы тип йөрөтөлгән территорияла төҙөлгән - ул баш ҡалала яҡын киләсәккә торлаҡ төҙөлөшөнөң төп йүнәлештәренең береһе, унда 9 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөү планлаштырыла, - тип билдәләне БР төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов.

Өфөнөң Ленин районындағы “ Затон-Көнсығыш” яңы канализация насос станцияһы тәүлегенә 146 мең м3 ағынты һыуҙы һурҙырыуға иҫәпләнгән, донъя кимәлендәге һауаны таҙартыуҙың заманса системаһы һәм ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Станция Рәсәйҙә иң ҙурҙарҙың береһе буласаҡ һәм ҡаланың ғәмәлдәге һәм яңы барлыҡҡа килгән биҫтәләренән ағынты һыуҙарҙы тотороҡло бүлеүҙе тәьмин итәсәк.

Берҙәм һыу тәьминәте схемаһына шулай уҡ “Затон-Көнсығыш” ҡаҙна һалым системаһынан ҡаланың таҙартыу ҡоролмаларына ҡалдыҡтарҙы ҡыуыу өсөн тәғәйенләнгән яңы канализация коллекторы инә. Коллектор 28 саҡрым самаһы оҙонлоҡтағы үткәргес торбанан ғибәрәт, шуның 1 саҡрымы Ағиҙел йылғаһы төбөнән үтә. Ағиҙел аръяғы биҫтәһендәге яңыртылған “Затон” заманса һыу бүлеү системаһының мөһим өлөшөнә әүерелде. Техник яҡтан ҡайтанан йыһазландырыу сиктәрендә бында етештереү насос агрегаттары ҡуйылған.

Киров һәм Дим райондарында 42 саҡрым оҙонлоҡтағы һыу үткәргес төҙөлгән. Ул 630 миллиметр диаметрлы ике полиэтилен торба үткәргесенән тора һәм ҡаланың һыу менән тәьмин итеү системаһын урап үтергә мөмкинлек бирә. Объект тиҫтәләрсә мең кеше өсөн эсәр һыу менән тотороҡло һәм ышаныслы тәьмин итәсәк һәм ресурс дефицитын бөтөрәсәк.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!