Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Тәгәрмәс уйлап табып ултырырға ваҡыт юҡ

Андрей Трубецкой – бөгөн Өфөләге “Торатау” конгресс-холында үткән III “Кесе Ватан – Рәсәй көсө” Бөтә Рәсәй муниципаль форумының “Муниципаль үҫеш: яңы үҫеш драйверҙары” темаһына арналған төбәк көнө делегаттарының береһе. Ул муниципаль-ара хеҙмәттәшлек тураһында үҙ фекере менән уртаҡлашты. — Әлеге форум – муниципалитеттар, төбәктәр һәм федералдәр бер-береһе менән аралаша алған берҙән-бер майҙансыҡ. Һәм бының өсөн ВАРМС-ҡа айырым рәхмәт әйтергә теләйем, — тине спикер. – Беҙ юғары кимәлдә ҡабул ителгән закондар буйынса йәшәйбеҙ, шуға күрә коллегаларыбыҙ менән аралашыу мөһим. Муниципалитет башлығы инвестицияларға арналған секцияла ҡатнашасаҡ. Уның үҙенең коллегалары менән уртаҡлашырлыҡ нәмәләре бар: муниципалитет административ кәртәләрҙе еңеп сығыу, муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙе дәртләндереүҙең матди һәм матди булмаған ысулдарын индереү һәм вәкәләтле органдар, шул иҫәптән Рәсәйҙә беренсе муниципаль инвестагентлыҡ булдырыу тәжрибәһенә эйә. – Төбәктәрҙәге коллегаларыбыҙҙы ла тыңлау бик ҡыҙыҡлы б
Оглавление
    Тәгәрмәс уйлап табып ултырырға ваҡыт юҡ
Тәгәрмәс уйлап табып ултырырға ваҡыт юҡ

Тәгәрмәс уйлап табып ултырырға ваҡыт юҡ

ХМАО-ның Сургут районы башлығы Андрей Трубецкий муниципалитеттар араһында диалогтың мөһимлеге тураһында һөйләне.

Андрей Трубецкой – бөгөн Өфөләге “Торатау” конгресс-холында үткән III “Кесе Ватан – Рәсәй көсө” Бөтә Рәсәй муниципаль форумының “Муниципаль үҫеш: яңы үҫеш драйверҙары” темаһына арналған төбәк көнө делегаттарының береһе. Ул муниципаль-ара хеҙмәттәшлек тураһында үҙ фекере менән уртаҡлашты.

— Әлеге форум – муниципалитеттар, төбәктәр һәм федералдәр бер-береһе менән аралаша алған берҙән-бер майҙансыҡ. Һәм бының өсөн ВАРМС-ҡа айырым рәхмәт әйтергә теләйем, — тине спикер. – Беҙ юғары кимәлдә ҡабул ителгән закондар буйынса йәшәйбеҙ, шуға күрә коллегаларыбыҙ менән аралашыу мөһим.

Муниципалитет башлығы инвестицияларға арналған секцияла ҡатнашасаҡ. Уның үҙенең коллегалары менән уртаҡлашырлыҡ нәмәләре бар: муниципалитет административ кәртәләрҙе еңеп сығыу, муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙе дәртләндереүҙең матди һәм матди булмаған ысулдарын индереү һәм вәкәләтле органдар, шул иҫәптән Рәсәйҙә беренсе муниципаль инвестагентлыҡ булдырыу тәжрибәһенә эйә.

– Төбәктәрҙәге коллегаларыбыҙҙы ла тыңлау бик ҡыҙыҡлы буласаҡ, - тип өҫтәне Андрей Александрович. – Ресурстар базаһы кәмей, ә ресурстар өсөн конкуренция арта. Шуға күрә тәгәрмәс уйлап табырға ваҡытыбыҙ юҡ. Коллегаларығыҙҙы тыңлау һәм уларҙан ҡыҙыҡлы нәмә алыу еңелерәк.

Фото: форумдың матбуғат хеҙмәте.

#МАЛАЯ_РОДИНА_СИЛА_РОССИИ2026 #Республика_Башкортостан_Уфа #ВАРМСУ

Сығанаҡ: https://resbash.ru/news/obshchestvo/2026-01-29/vremeni-izobretat-koleso-u-nas-net-4555424