Асы хакимиәтенә ҡараған Берештамаҡ ауылынан әүҙем йәмәғәтсе, махсус хәрби операция яугиры атаһы Миңлеғәле Ғәҙелшин дә үҙ фекерҙәрен белдерҙе. - Республика Башлығы Мөрәжәғәтнамәһендә әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан батырҙарыбыҙға ярҙам итеү буйынса ныҡлы ҡарарҙар булыр,-тип ышанғы килә. Беҙ барыбыҙ ҙа махсус хәрби операция осорон кисерәбеҙ. Әлеге ваҡытта күп ғаиләләрҙән атайҙар, улдар, туғандар, яҡындар Украинала хәрби бурысын үтәй. Сит ерҙә илебеҙ тыныслығын һаҡлап көрәшкән яугирҙарыбыҙға район-ҡалабыҙ халҡы гуманитар ярҙам йыйыуға тос өлөш индерә. Яу яланынан яраланып ҡайтҡан, төпкөл ауылдарҙан булған яугирҙарыбыҙға һаулыҡтарын нығытыу өсөн айырыуса ныҡлы иғтибар кәрәк ине,-ти Берештамаҡ ауылы старостаһы, йәмәғәт лидеры, тимер юлында мастер булып эшләгән Миңлеғәле Ғәҙелшин. Мөрәжәғәтнамәлә был һорауҙар тураһында ла әйтелер, сөнки илебеҙ алдында был иң төп бурыстарҙың береһе.
Иртәгә, 30 ғинуарҙа Республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай
29 января29 янв
1
~1 мин