Улар үткән йыл аҙағында ойошторола һәм иң технологик, ихтыяжлы ғәскәрҙәрҙең береһе тип иҫәпләнә. Хәрби хәрәкәттәр ветераны Илья Макаров тәүгеләрҙән булып махсус хәрби операция зонаһында дрондар ҡуллана башлай. Ул үҙ теләге менән алғы һыҙыҡҡа киткән һәм пилотһыҙ аппарат объективы аша «һуғышты күрергә» өйрәнә. Хәҙер Илья башҡаларға ярҙам итә. Яҡташыбыҙ хәрби комиссариатта эшләй, буласаҡ контрактсыларға консультациялар бирә һәм документтарҙы рәсмиләштерә. Уның һүҙҙәренсә, махсус хәрби операцияла дрондар ерҙә лә ҡулланыла, сөнки улар һөжүмдәрҙең теүәллеген арттыра, оборонаны көсәйтә һәм хеҙмәтте хәүефһеҙерәк итә. БПЛА операторҙарын әҙерләү махсуслаштырылған уҡыу үҙәгендә ике ай дауам итә. Оборона Министрлығы менән контракт яугирҙың ризалығынан тыш икенсе вазифаға күсермәүен гарантиялай. Хеҙмәт һөҙөмтәлелеге өсөн бөтә ташламалар һәм премиялар ҡаралған. Мәғлүмәтте 122 буйынса белергә мөмкин.
Башҡортостанда пилотһыҙ системалар подразделениеһы ғәскәрҙәренең яңы төрөнә контракт буйынса хеҙмәткә йыйыу дауам итә
29 января29 янв
~1 мин