Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идарлығынан хәбәр итеүҙәренсә, кисә төнгә ҡарай республикала булған янғындарҙа ике кешенең ғүмере өҙөлгән. Шул иҫәптән, 28 ғинуарҙа кисен Учалы районының Учалы ауылында ут сыҡҡан. Көслө ел арҡаһында ут тиҙ арала өйҙән верандаға һәм һарайға күсә. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре янғынды һүндергән саҡта 66 йәшлек ҡатындың ҡәүҙәһен тапҡан. Борай районының Әрҙәш ауылында ла кисен торлаҡ йорт яна. Утты һүндереүгә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм ирекле янғын һүндереү командаһы ирекмәндәре бара. Утты һүндереп, емеректәрҙе һүткән саҡта 59 йәшлек ирҙең кәүҙәһен табалар. Ике ваҡиға урынында ла янғын сәбәптәрен асыҡлау өсөн Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәүтикшереүселәре эшләй. Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы йәнә халыҡҡа мөрәжәғәт итә: мейестәрҙе һәм электр приборҙарын файҙаланғанда, айырыуса мейес менән йылытылған йорттарҙа, иғтибарлы булығыҙ. Торлаҡҡа автономлы янғынды иҫкәрте