15 февралгә тиклем Башҡортостанда “СВОй женский бизнес” тип исемләнгән бушлай белем биреү программаһында ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул ителә. Ул эшҡыуарлыҡ оҫталыҡтарын формалаштырыуға һәм үҙ эшеңде асыуға йүнәлтелгән. Был саралар “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектына ярашлы башҡарыла (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”), тип хәбәр итә Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы. Проект махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ҡатындарына, әсәйҙәренә, ҡыҙҙарына йүнәлтелгән. Шулай уҡ унда туранан-тура ҡатнашыусыларға ҡағыла. –Был программа буйынса эшҡыуарлыҡ, маркетинг, финанс һәм идара итеү нигеҙҙәренә уҡытыу ҡаралған. Шулай уҡ ул хеҙмәттәшлек, тәжрибә менән уртаҡлашыу, үҙ-ара ярҙам мөхитен булдыра, – ти Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина. Әлеге программа 16 февралдән 30 мартҡа тиклем дауам итә. Белем биреү сараларынан тыш, ҡатнашыусылар үҙҙәренең проекттарын әҙерләй, аныҡ бизнес-кейстарын күрһәтә ала. Уҡытыу абруйлы комиссия