Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Бөрө ҡунаҡтарҙы ҡаршы алды

Башҡортостанда "Кесе Ватан – Рәсәйҙең көсө" тигән III Бөтә Рәсәй форумы дауам итә. Республикабыҙҙың Бөрө ҡалаһында "Муниципаль күтәрелеш: үҫештең яңы драйверҙары" исемле сара ойошторолдо. Мәртәбәле ҡунаҡтар унда "Креатив муниципалитет" тип аталған маршрут буйынса йөрөнө. Әлбиттә, ҡаланың иҡтисади һәм мәҙәни потенциалын күрһәтте хужалар. Һәр кемгә "Спектр" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә булыу оҡшаны. Предприятие бына инде 35 йыл һуҙымында спорт һәм ижади үҫеш өсөн уйынсыҡтар һәм бүтән тауарҙар етештерә. Бөрө районы хакимиәте башлығы Павел Трапезников билдәләүенсә, заводтың район иҡтисады үҫешенә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ ҙур. Ә "Спектр" йәмғиәтенең етәксеһе Снежана Әхмәтшина ҡунаҡтарҙы ойошманың эше менән таныштырҙы. – Барыһын да ҡараныҡ-күрҙек, был йәмғиәттең тотороҡло эшләүе тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләй, – тине Арзамас ҡалаһы хакимиәтенең ер һәм милек мөнәсәбәттәре буйынса комитет рәйесе Татьяна Вершинина. Ғәжәп бит – тауарҙы реализациялау географияһы шул хәтлем киң. Мәскәү,
Оглавление
    Бөрө ҡунаҡтарҙы ҡаршы алды
Бөрө ҡунаҡтарҙы ҡаршы алды

Бөрө ҡунаҡтарҙы ҡаршы алды

Билдәләүҙәренсә, заводтың район иҡтисады үҫешенә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ ҙур

Башҡортостанда "Кесе Ватан – Рәсәйҙең көсө" тигән III Бөтә Рәсәй форумы дауам итә. Республикабыҙҙың Бөрө ҡалаһында "Муниципаль күтәрелеш: үҫештең яңы драйверҙары" исемле сара ойошторолдо. Мәртәбәле ҡунаҡтар унда "Креатив муниципалитет" тип аталған маршрут буйынса йөрөнө. Әлбиттә, ҡаланың иҡтисади һәм мәҙәни потенциалын күрһәтте хужалар.

Һәр кемгә "Спектр" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә булыу оҡшаны. Предприятие бына инде 35 йыл һуҙымында спорт һәм ижади үҫеш өсөн уйынсыҡтар һәм бүтән тауарҙар етештерә.

Бөрө районы хакимиәте башлығы Павел Трапезников билдәләүенсә, заводтың район иҡтисады үҫешенә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ ҙур. Ә "Спектр" йәмғиәтенең етәксеһе Снежана Әхмәтшина ҡунаҡтарҙы ойошманың эше менән таныштырҙы.

– Барыһын да ҡараныҡ-күрҙек, был йәмғиәттең тотороҡло эшләүе тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләй, – тине Арзамас ҡалаһы хакимиәтенең ер һәм милек мөнәсәбәттәре буйынса комитет рәйесе Татьяна Вершинина.

Ғәжәп бит – тауарҙы реализациялау географияһы шул хәтлем киң. Мәскәү, Екатеринбург, Пермь, Ярославль ҡалалары, Ҡаҙағстан һәм Беларусь Республикалары шуға асыҡ миҫал.

Ҡунаҡтарҙың күңелен "Калинушки" ансамбленең йыр-моңо дәртләндерҙе, улар тағы ҡаланың музейында булды.

Фото: "Республика Башкортостан" гәзите.