Эҙләмәйем мөғжизәләр
Мин көндәрем эсенән.
Башланһындар улар бары
Хәләл аштан,
Тоғро эштән,
Ҡояштан,
Һөйөнөстән!
Рауил Бикбай.