Ошо көндәрҙә Башҡортостандың Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһында Рәйес Имам улы Имамовтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған “Райкомдың беренсе секретары” тигән китаптың “исем туйы” булды. Китап-хәтирә Баймаҡ ерендә тәрән эҙ ҡалдырып, исемен район тарихына мәңгегә индергән, партия эшмәкәренә, етәксегә, ысын коммунист булған абруйлы шәхескә арнала. Ауыл хужалығы һәм сәнәғәт етештереүе өлкәһендәге күп һанлы дуҫ-иштәре, ябай игенселәр һәм төрлө кимәлдәге белгестәр уның тураһында яҡты иҫтәлек һаҡлай. “Райкомдың беренсе секретары” китабы – авторҙар Ирек Бикмәтов, Буранбай Күсәбаев һәм Гүзәл Ниғәмәтованың хеҙмәт емеше. Улар Рәйес Имам улының һөнәри һәм кешелек сифаттарын уҡыусыға бар нескәлегендә еткерә алған, архив документтарын, фотоларҙы, уны шәхсән белгән һәм тырыш эшмәкәрлегенең шаһиты булғандарҙың хәтирәләрен бер баҫмаға туплаған. Проект авторы Буранбай Күсәбаев Рәйес Имамовтың етәкселек иткән осоро, документаль сығанаҡтарға һәм архив материалдарына нигеҙләнгән ҡыҙыҡлы факт