Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Яңы технологиялар һәм яңы мөмкинлектәр

Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрендәге, шул иҫәптән Башҡортостандағы хәрби хеҙмәткә йыйыу буйынса пункттарҙа пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәренең яңы подразделениеларын комплектлау башланды. Унда кандидаттар махсус хәрби операция биләмәһендә ҡулланылған пилотһыҙ техника менән танышыу һәм үҙҙәренең оҫталығын FPV-дрон симуляторында һынап ҡарау мөмкинлегенә эйә. Хәрбиҙәрҙең һүҙҙәренә ҡарағанда, яңы ғәскәрҙәр сафында хеҙмәт итергә теләүсе граждандар күп. Уларға бер йылға контракт төҙөү ҡаралған. Буласаҡ БПЛА операторҙары башта төрлө типтағы дрондарға идара итеүгә өйрәтеү курстарын үтә. Уларға үҙҙәренә ҡуйылған маҡсаттарҙы үтәгән өсөн түләүҙәр ҡаралған, шулай уҡ срок тулғандан һуң контрактты өҙә ала. Дроноводтарға кандидаттарға йәш, һаулыҡ, белем кимәле, һөнәри-психологик яраҡлылыҡҡа бәйле талаптар бар. Рәсәйҙең Оборона министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, хәрби хеҙмәттә, бигерәк тә авиация подразделениеларында булғандар, дрондар пилоттары, авиамоделистар, мәғлүмәт технологиялары, электроника һәм радио
Оглавление
    Яңы технологиялар һәм яңы мөмкинлектәр
Яңы технологиялар һәм яңы мөмкинлектәр

Яңы технологиялар һәм яңы мөмкинлектәр

Буласаҡ БПЛА операторҙары башта төрлө типтағы дрондарға идара итеүгә өйрәтеү курстарын үтә. Һуңынан... Тулыраҡ - түбәндәге яҙмала:

Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрендәге, шул иҫәптән Башҡортостандағы хәрби хеҙмәткә йыйыу буйынса пункттарҙа пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәренең яңы подразделениеларын комплектлау башланды. Унда кандидаттар махсус хәрби операция биләмәһендә ҡулланылған пилотһыҙ техника менән танышыу һәм үҙҙәренең оҫталығын FPV-дрон симуляторында һынап ҡарау мөмкинлегенә эйә.

Хәрбиҙәрҙең һүҙҙәренә ҡарағанда, яңы ғәскәрҙәр сафында хеҙмәт итергә теләүсе граждандар күп. Уларға бер йылға контракт төҙөү ҡаралған. Буласаҡ БПЛА операторҙары башта төрлө типтағы дрондарға идара итеүгә өйрәтеү курстарын үтә. Уларға үҙҙәренә ҡуйылған маҡсаттарҙы үтәгән өсөн түләүҙәр ҡаралған, шулай уҡ срок тулғандан һуң контрактты өҙә ала.

Дроноводтарға кандидаттарға йәш, һаулыҡ, белем кимәле, һөнәри-психологик яраҡлылыҡҡа бәйле талаптар бар. Рәсәйҙең Оборона министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, хәрби хеҙмәттә, бигерәк тә авиация подразделениеларында булғандар, дрондар пилоттары, авиамоделистар, мәғлүмәт технологиялары, электроника һәм радиотехника белгестәре өҫтөнлөклө рәүештә ҡарала. БПЛА операторҙарынан тыш, инженер, техник һәм пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәренең башҡа белгестәре вазифаларына һайлайҙар. Был – былтыр Юғары баш командующий Владимир Путин һәм оборона министры Андрей Белоусов ҡарары буйынса булдырылған ғәскәрҙәрҙең яңы элиталы төрө. Элек дрон операторҙары башҡа хәрби-иҫәп һөнәрҙәре буйынса иҫәпләнгән, хәҙер иһә уларҙың эше рәсми, юғары статус ала. Улар юғары класлы, яҡшы әҙерләнгән, автомат менән түгел, ә джойстик менән оҫта идара итеүсе яугирҙәр буласаҡ. Артабан ошо ғәскәрҙәргә алынғандар махсуслаштырылған уҡытыу үҙәгендә белем ала һәм аҙаҡтан инде бөтә имтихандарҙы ла уңышлы тапшырғас, уларға хәрби-иҫәп специальносе буйынса танытма тапшырыла.

Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәтен үтәгән ил һаҡсыһына түбәндәге өҫтәмә түләүҙәр бар – пилотһыҙ осоу аппаратын һөҙөмтәле ҡулланғаны өсөн уға 50 меңдән алып 500 мең һум аҡса ҡаралған. Закондар тарафынан ниндәй түләүҙәр, ташламалар һәм социаль гарантиялар индерелгән, шуларҙың бөтәһенә лә улар тулыһынса дәғүә итә ала.

Юғары уҡыу йорттарының студенттары академик отпуск алып, контракт төҙөй ала. Хеҙмәт ваҡыты бөтһә, ул ҡайтанан белем усағында уҡыуын дауам итә. Хәрби хеҙмәткәрҙе иһә, уның үҙенең теләгенән тыш, пилотһыҙ осоу аппаратына бәйле булмаған бүтән белгес итеп күсереп булмай, башҡа төр ғәскәрҙәренә лә ил һаҡсыһын ебәрә алмайҙар. Кандидаттарҙың йәше 45 йәштән өлкән булмаҫҡа тейеш, ә инде дрондар менән эш итеүсе операторҙарҙыҡы – 35 йәшкә тиклем.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!